Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lff 25 дәрес
  • Алла кешеләр өсөн нимә ниәтләгән?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алла кешеләр өсөн нимә ниәтләгән?
  • Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КҮБЕРӘК БЕЛ
  • ТӨП ФЕКЕР
  • ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
  • Алла кем ул?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Тормош нисек яралған?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Ғайсаның үлеме беҙҙе нисек ҡотҡара ала?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Башҡаларын асырға
Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
lff 25 дәрес
25-се дәрес. Ерҙең космостан күренеше.

25-СЕ ДӘРЕС

Алла кешеләр өсөн нимә ниәтләгән?

Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат
Баҫтырылған формат

Изге Яҙмала «кешенең ғүмере ҡыҫҡа, ҡайғы-хәсрәт менән тулы» тип әйтелә (Әйүп 14:1). Алла беҙҙең өсөн шундай тормош теләгәнме? Әгәр юҡ икән, ул нимә ниәтләгән һуң? Уның ниәте берәй ҡасан үтәлерме? Изге Яҙма был һорауҙарға яуап бирә.

1. Йәһүә беҙҙең өсөн ниндәй тормош теләй?

Йәһүә беҙҙең өсөн иң яҡшы тормош теләй. Тәүге кешеләрҙе, Әҙәм менән Һауаны, барлыҡҡа килтергәс, ул уларҙы ожмахҡа — Эден тип аталған матур баҡсаға урынлаштырған. Шунан «Алла, уларға фатиха ҡылып, әйтте: „Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ“» (Башланмыш 1:28). Йәһүә уларҙың балалар тыуҙырыуын, ерҙе ожмахҡа әйләндереүен һәм хайуандар тураһында ҡайғыртыуын теләгән. Уның ниәте буйынса бөтә кешеләр ҙә тулыһынса һау-сәләмәт булырға һәм мәңге йәшәргә тейеш булған.

Бөгөн тормош шундай матур булмаһа лаa, Алла үҙенең ниәтен үҙгәртмәгән (Ишағыя 46:10, 11). Ул һаман да тыңлаусан кешеләрҙең иң яҡшы шарттарҙа мәңге йәшәүен теләй. (Асылыш 21:3, 4-те уҡы.)

2. Нисек бөгөн үк мәғәнәле тормош алып барырға?

Йәһүә беҙҙе үҙен белеү һәм үҙенә табыныу теләге менән барлыҡҡа килтергән. (Матфей 5:3—6-ны уҡы.) Алла беҙҙең үҙе менән яҡын дуҫ булыуыбыҙҙы, үҙенең бөтә юлдарынан йөрөүебеҙҙе, үҙен яратыуыбыҙҙы һәм үҙенә бөтә йөрәгебеҙ менән хеҙмәт итеүебеҙҙе теләй (Ҡанун 10:12; Зәбур 25:14). Шулай эшләһәк, беҙ төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан ысын мәғәнәлә бәхетле була алырбыҙ. Йәһүәгә табыныу тормошобоҙҙо мәғәнәле һәм маҡсатлы итә.

КҮБЕРӘК БЕЛ

Йәһүәнең беҙҙең өсөн ерҙе ҙур яратыу менән әҙерләгәне нимәнән күренә? Уның Һүҙендә йәшәүҙең мәғәнәһе тураһында нимә әйтелә? Был турала бел.

Әҙәм менән Һауа үҙҙәренең йортона — төрлө-төрлө үҫемлектәр һәм хайуандар менән тулы баҡсаға ҡарап тора.

3. Йәһүәнең кешеләр өсөн ғәжәп ниәте бар

ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир:

ВИДЕОЯҘМА: «Алла ерҙе ни өсөн барлыҡҡа килтергән?» (өҙөк) (1:41)

  • Алла беҙҙең матур планетабыҙҙы нимә өсөн булдырған?

Вәғәзсе 3:11-ҙе уҡы һәм яуап бир:

  • Был аяттан һин Йәһүә тураһында нимә белдең?

4. Йәһүәнең ниәте үҙгәрмәгән

Зәбур 37:11, 29 һәм Ишағыя 55:11-ҙе уҡы һәм һорауға яуап бир:

  • Йәһүәнең кешеләргә ҡарата ниәте үҙгәрмәгәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

A. Йорт ташландыҡ хәлдә: түбәһе емерек, тәҙрәләре ватыҡ, йорт тирәһендә сүп-сар өйөмдәре ята. Б. Шул уҡ йорт ремонтланған һәм тергеҙелгән, хәҙер ул матур һәм йорт тирәләй гүзәл сәскәләр үҫеп ултыра.

Ташландыҡ хәлдә булған йортто ремонтлап була. Шуның шикелле, Алла кешеләр ҡарамаған ерҙе үҙен яратҡандар өсөн тергеҙәсәк

5. Йәһүәгә табыныу тормошобоҙҙо мәғәнәле итә

Йәшәүҙең мәғәнәһен белеү беҙгә бәхет килтерә. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир:

ВИДЕОЯҘМА: «Мин тормош мәғәнәһен таптым» (5:03)

  • Тормоштоң мәғәнәһен белеү Теруми исемле ҡатынға ниндәй файҙа килтергән?

Вәғәзсе 12:13-тө уҡы һәм яуап бир:

  • Йәһүә беҙҙең өсөн шул тиклем күп нәмә эшләгән икән, беҙ яуап итеп нимә эшләргә тейеш?

КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Тормоштоң мәғәнәһе нимәлә?»

  • Һин нисек яуап бирер инең?

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә беҙҙең бында, ерҙә, иң яҡшы шарттарҙа мәңге шатланып йәшәүебеҙҙе теләй. Әгәр уға бөтә йөрәктән ғибәҙәт ҡылһаҡ, тормошобоҙ инде хәҙер мәғәнәле булыр.

Ҡабатлау

  • Йәһүә Әҙәм менән Һауа өсөн ниндәй тормош теләгән?

  • Йәһүәнең кешеләргә ҡарата ниәте үҙгәрмәгәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

  • Һин нисек тормошоңдо мәғәнәле итә алаһың?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Эден баҡсаһының ысынлап та булғанына дәлилдәр ҡарап сыҡ.

«Эден баҡсаһы. Уйҙырма ғынамы?» («Күҙәтеү манараһы», 2011 йыл, 1 ғинуар)

Ни өсөн беҙ ерҙең мәңге торасағына ышана алабыҙ? Был турала уҡы.

«Ер юҡ ителерме?» (интернет-мәҡәлә)

Тормоштоң мәғәнәһе нимәлә, тигән һорауға Изге Яҙма нисек яуап биргәнен бел.

«Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?» (интернет-мәҡәлә)

Минең бөтә нәмәм дә бар, тип уйлаған бер ир үҙенә нимә етмәгәнен аңлаған. Был турала видеояҙма ҡара.

«Хәҙер инде тормошом ысынлап та мәғәнәле булып китте» (3:55)

a Бының сәбәбен киләһе дәрестән белеп була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу