4-се өлөш. Ҡабатлау
Был һорауҙарҙы уҡытыусың менән ҡарап сыҡ.
Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-не уҡы.
Ни өсөн дуҫтарҙы һайлай белеү мөһим?
(48-се дәресте ҡара.)
Әгәр һин. . .
ир йә ҡатын булһаң, Изге Яҙмалағы ниндәй кәңәш һиңә ярҙам итер?
ата-әсә йә бала булһаң, Изге Яҙмалағы ниндәй кәңәш һиңә ярҙам итер?
(49-сы һәм 50-се дәрестәрҙе ҡара.)
Йәһүәне һөйөндөрөр өсөн, һөйләү һәләтен нисек ҡулланырға? Ниндәй һүҙҙәребеҙ Йәһүәне көйөндөрә?
(51-се дәресте ҡара.)
Тышҡы ҡиәфәт тураһында әйткәндә, Изге Яҙмалағы ниндәй принциптарҙы иҫтә тоторға кәрәк?
(52-се дәресте ҡара.)
Йәһүә хуплаған күңел асыуҙарҙы нисек һайларға?
(53-сө дәресте ҡара.)
Матфай 24:45—47-не уҡы.
«Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» кем ул?
(54-се дәресте ҡара.)
Һин ваҡытың, көсөң һәм матди нәмәләреңде йыйылыш файҙаһына нисек ҡуллана алаһың?
(55-се дәресте ҡара.)
Зәбур 133:1-ҙе уҡы.
Һин нисек йыйылыштағы берҙәмлеккә үҙ өлөшөңдө индерә алаһың?
(56-сы дәресте ҡара.)
Әгәр етди гонаһ ҡылһаҡ, Йәһүәнең ярҙамын алыр өсөн нимә эшләргә?
(57-се дәресте ҡара.)
1 Йылъяҙма 28:9 һәм төшөрмәне уҡы.
Башҡалар хәҡиҡәткә ҡаршы сыҡһа йә унан бөтөнләй китһә, һин Йәһүәгә тоғро булып ҡалыуыңды нисек күрһәтә алаһың?
Йәһүәгә тоғро булып ҡалыр өсөн һәм ялған дин менән бер нисек тә бәйле булмаҫ өсөн, һиңә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр яһарға кәрәкме?
(58-се дәресте ҡара.)
Эҙәрләүҙәргә һин нисек әҙерләнә алаһың?
(59-сы дәресте ҡара.)
Артабан да рухи яҡтан үҫер өсөн, һин нимә эшләргә йыйынаһың?
(60-сы дәресте ҡара.)