Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lmd 3 дәрес
  • Игелек

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Игелек
  • Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ғайса нисек эш иткән?
  • Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?
  • Ғайсанан өлгө алығыҙ
  • Ҡыҙыҡһыныу күрһәтеү
    Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
  • «Игелек ҡануны» буйынса эш итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Игелек. Һүҙҙә һәм эштә сағылған сифат
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Кеше хәленә инә белеү
    Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
Башҡаларын асырға
Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
lmd 3 дәрес

ҺӨЙЛӘШЕҮ БАШЛАҒЫҘ

Ғайса һуҡыр кешене һауыҡтырыр өсөн уға ипләп кенә ҡағыла.

Яхъя 9:1—7

3-СӨ ДӘРЕС

Игелек

Принцип: «Мөхәббәт... игелекле» (1 Кәр. 13:4, ЯДТ).

Ғайса нисек эш иткән?

Ғайса һуҡыр кешене һауыҡтырыр өсөн уға ипләп кенә ҡағыла.

ВИДЕОЯҘМА: «Ғайса һуҡыр кешене һауыҡтыра»

1. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡарағыҙ йә Яхъя 9:1—7-не уҡығыҙ. Шунан ошо һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ:

  1. а) Ғайса тәүҙә нимә эшләгән: һуҡыр кешене һауыҡтырғанмы йә уға вәғәзләгәнме? (Яхъя 9:35—38-ҙе ҡарағыҙ.)

  2. б) Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн был кеше һауыҡҡандан һуң Ғайсаны тыңларға әҙер булған?

Беҙ Ғайсанан нимәгә өйрәнәбеҙ?

2. Әгәр кеше үҙенә ҡарата игелекле мөнәсәбәтебеҙҙе тойһа, ул беҙҙе теләберәк тыңлар.

Ғайсанан өлгө алығыҙ

3. Кешенең хәленә инергә тырышығыҙ. Әңгәмәсегеҙҙең нимә хис иткәнен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ.

  1. а) Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Уны нимә борсой ала? Ниндәй фекер уның өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы була ала?» Шулай итеп һеҙ кешегә игелек күрһәтерһегеҙ, һәм ул һеҙҙең ихласлығығыҙҙы тойор.

  2. б) Әңгәмәсегеҙҙе иғтибар менән тыңлағыҙ. Был һеҙҙең уның һүҙҙәренә битараф булмауығыҙҙы күрһәтер. Әгәр ҙә ул хистәре менән бүлешһә йә ауырлыҡтары тураһында һөйләһә, һүҙҙе икенсе яҡҡа бормағыҙ.

4. Һүҙҙәрегеҙҙә ихтирам һәм игелек сағылһын. Кешегә ҡарата игелекле мөнәсәбәтегеҙ тауышығыҙҙа һәм һүҙҙәрегеҙҙә һиҙелһен. Рәнйеткес һүҙҙәрҙән һаҡланығыҙ.

5. Ярҙам итергә әҙер булығыҙ. Кешегә ниндәй ярҙам күрһәтә алыуығыҙ хаҡында уйланығыҙ. Игелекле эш яҡшы һөйләшеүгә килтерә ала.

ШУЛАЙ УҠ ҠАРАҒЫҘ

Рим. 12:15, 16; Ғал. 6:10; Евр. 13:16

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу