Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp17 № 2 3—4 бб.
  • Тиңе булмаған бүләк

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Тиңе булмаған бүләк
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Алланың иң бөйөк бүләге. Ни өсөн ул шул тиклем ҡиммәтле?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Иң яҡшы бүләк
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Йолом — Алланың иң бөйөк бүләге
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Алланың бөйөк бүләге өсөн рәхмәтебеҙҙе нисек белдерергә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
wp17 № 2 3—4 бб.
Оло йәштәге бер кеше бәләкәй бер малайға карап формаһындағы ҡәләм ослағыс бирә

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ҺЕҘ АЛЛАНЫҢ БӨЙӨК БҮЛӘГЕН ҠАБУЛ ИТЕРҺЕГЕҘМЕ?

Тиңе булмаған бүләк

ДЖОРДАН ҡулындағы карап формаһындағы ҡәләм ослағыс ябай ғына бер нәмә булып күренә. Шулай ҙа ул — уның иң ҡәҙерле бүләктәренең береһе. «Бәләкәй сағымда миңә уны ғаиләбеҙҙең дуҫы Расселл ағай бүләк иткәйне», — тип һөйләй Джордан. Расселл үлгәндән һуң, Джорданға шул билдәле була: Расселл, уның олатаһына, ата-әсәһенә ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итеп, уларҙың тормошонда мөһим роль уйнаған. «Был хаҡта белгәс, Расселл ағайҙың ошо бәләкәй генә бүләге минең өсөн тағы ла ҡәҙерлерәк булып китте», — ти Джордан.

Ошо осраҡтан күренеүенсә, берәй бүләк кеше күҙлегенән арзан һәм әһәмиәтһеҙ булып күренергә мөмкин. Ләкин рәхмәтле кеше өсөн ул бүләк бик ҡәҙерле, хатта баһалап бөткөһөҙ. Изге Яҙмала бик ҡиммәтле бер бүләк бындай һүҙҙәр менән тасуирлана: «Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе» (Яхъя 3:16).

Был бүләк кешегә мәңгелек тормош бирә ала! Бынан да ҡиммәтерәк бүләктең булыуы мөмкинме? Күптәр ул бүләктең ҡиммәтен баһалап бөтмәһә лә, ысын мәсихселәр уны «ҡәҙерле» бүләк итеп ҡабул итә (Зәбур 49:8; 1 Петр 1:18, 19). Ни өсөн һуң Алла донъяға үҙ Улының ғүмерен бүләк итеп биргән?

Илсе Павел бының сәбәбен былай тип аңлата: «Тәүге кеше — Әҙәм гонаһ ҡылғас, донъяға гонаһ үтеп ингән, ә был үлем килтергән һәм үлем бөтөн кешеләр араһында таралған» (Римдарға 5:12). Беренсе кеше Әҙәм, Аллаға буйһонмайынса, белә тороп гонаһ ҡылған һәм Алланан яза алған: ул үлгән. Әҙәм аша үлем уның бөтә тоҡомона — бөтә кешегә күскән.

«Гонаһ әжере — үлем, ә Алла бүләге — Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтәге мәңгелек тормош» (Римдарға 6:23). Кешеләрҙе үлем ҡоллоғонан азат итер өсөн, Алла ергә үҙ Улын — Ғайса Мәсихте ебәргән. Ғайса Мәсихкә кешелек хаҡына үҙенең камил ғүмерен ҡорбан итергә кәрәк булған. Йолом булараҡ билдәле был ҡорбан нигеҙендә Ғайсаға иман иткән бөтә кешеләр мәңгелек тормош аласаҡ (Римдарға 3:24).

Илсе Павел йоломдо «әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүлә[к]» тип атаған (2 Коринфтарға 9:15). Эйе, йолом, ысындан да, тиңе булмаған бүләк. Әммә ни өсөн йолом Алланың кешелеккә биргән бүләктәре араһында иң бөйөгө булып тора? Һәм ул Алланың башҡа бүләктәренән нимә менән айырыла?a Беҙ был бүләккә нисек ҡарарға тейеш? Ошо һорауҙарға Изге Яҙмаға нигеҙләнгән яуаптарҙы һеҙ киләһе ике мәҡәләнән белә алаһығыҙ.

a Ғайса «үҙенең йәнен беҙҙең өсөн» теләп биргән (1 Яхъя 3:16). Әммә уның ҡорбаны Алла ихтыярының өлөшө булғанға, киләһе мәҡәләләрҙә Алланың Йолом биреүсе булараҡ башҡарған роленә иғтибар ителә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу