Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp19 № 2 10—11 бб.
  • Ҡурҡыныс сир менән ауырығанда

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ҡурҡыныс сир менән ауырығанда
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • НИМӘ ЯРҘАМ ИТӘ АЛА
  • Ғаиләлә берәйһе ауырығанда
    Ғаилә бәхетенең сере
  • Йәһүә һеҙҙе бик ярата һәм ҡәҙерләй!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Доға һеҙгә нисек ярҙам итә ала?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Психик сәләмәтлеге ҡаҡшаған кешегә нисек ярҙам итергә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2023
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
wp19 № 2 10—11 бб.

Ҡурҡыныс сир менән ауырығанда

«Үпкәмдә һәм йыуан эсәгемдә рак булғанлығын белгәс, был хәбәр миңә үлем хөкөмө кеүек яңғыраны. Ләкин дауахананан ҡайтҡас, былай тип уйлап ҡуйҙым: „Әлбиттә был көтөлмәгән диагноз булды, әммә бының менән нисектер йәшәргә кәрәк бит“» (Линда, 71 йәш).

«Мин битемдең һул яғындағы өс тармаҡлы нервы невралгияһынан интегәм. Ҡайһы ваҡыт был сир шул тиклем көсәйеп китә, мин хатта депрессияға биреләм. Күп тапҡыр мин үҙемде яңғыҙ итеп хис иттем, хатта үҙ-үҙемә ҡул һалырға тип уйлап ҡуя инем» (Элис, 49 йәш).

Инвалид коляскаһында ултырған ир кеше үҙенең яҡындары менән

ӘГӘР һеҙҙә йә яҡынығыҙҙа үлемгә килтерә торған сир тапһалар, был ниндәй ҡайғыға килтергәнен беләһегеҙҙер, моғайын. Һеҙгә был сир килтергән ғазаптарҙан тыш, уға бәйле күп кире хистәр кисерергә тура килә. Бер туҡтауһыҙ табиптарға йөрөү, кәрәкле дауаланыуҙы табыу һәм улар өсөн түләү ауырлыҡтары, шулай уҡ дарыуҙарҙың зыянлы тәьҫире һеҙҙе хәлдән тайҙырып, ҡурҡыуҙарығыҙҙы һәм борсолоуҙарығыҙҙы тағы ла нығыраҡ көсәйтә ала. Күңел ғазаптары, тән һыҙланыуын көсәйтеп, тормошто сыҙай алмаҫлыҡ итергә мөмкин.

Ярҙамды ҡайҙан эҙләргә? Күптәргә Аллаға доға ҡылыу һәм Изге Яҙманан йыуата алған фекерҙәрҙе уҡыу ҙур тыныслыҡ килтергән. Шулай уҡ туғандар һәм дуҫтар яғынан яратыу, нығытыу ярҙам була ала.

НИМӘ ЯРҘАМ ИТӘ АЛА

«Аллаға иман итегеҙ, — тип кәңәш бирә 58 йәшлек Роберт, — һәм Алла һеҙгә был ауырыуығыҙҙы кисереп сығырға ярҙам итәсәк. Йәһүәгә доға ҡылығыҙ. Уға хистәрегеҙ хаҡында һөйләгеҙ. Үҙегеҙгә изге рух биреүен һорағыҙ. Ғаиләгеҙ хаҡына ныҡ булып, ауырыуҙы дәрәжәгеҙҙе төшөрмәйенсә кисереп сығыр өсөн, Алланан көс һорағыҙ».

Роберт тағы ла былай тип өҫтәй: «Ғаилә ярҙамы мөһим роль уйнай, сөнки улар һине һәр ваҡыт эмоциональ яҡтан нығытып тора. Кем дә булһа көнөнә бер-ике тапҡыр шылтыратып хәлемде белешә. Төрлө ерҙә йәшәгән дуҫтарым мине йыуатып тора. Шуға күрә мин үҙемде яҡшыраҡ хис итәм һәм бирешмәйем».

Әгәр һеҙ сирләгән дуҫығыҙға барып килергә теләһәгеҙ, Линданың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалығыҙ: «Сирләгән кешенең мөмкин тиклем ғәҙәти тормош алып барғыһы килә. Уның ҡайһы ваҡытта сире хаҡында һөйләгеһе килмәҫкә мөмкин. Шуға күрә башҡалар менән ғәҙәттә нимә тураһында һөйләшһәгеҙ, уның менән дә шул турала һөйләшегеҙ».

Һеҙ хатта ҡурҡыныс сир менән ауырыһағыҙ ҙа, Алланың көсө, Изге Яҙмалағы йыуатҡан фекерҙәр, шулай уҡ ғаилә һәм дуҫтарҙың нығытыуы һеҙҙе артабан да йәшәргә кәрәк икәненә ышандырыр.

Изге Яҙманан йыуата алған аяттар

Аллаға доға ҡылығыҙ

«Мин Йәһүәгә доға ҡылдым, һәм ул миңә яуап бирҙе, бөтә ҡурҡыуҙарымдан арындырҙы. Бына меҫкен ялбарҙы, һәм Йәһүә ишетте» (Зәбур 34:4, 6).

Мәҡәлә башында иҫкә алынған Линда былай ти: «Мин бер ҡасан да Алланан: „Мине һауыҡтыр“, — тип һораманым, ә: „Быларҙың барыһын да кисерергә көс бир“, — тип ялбарҙым».

Алла Һүҙен уҡып, көс алығыҙ

«Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ» (Ишағыя 33:24).

Алланың киләсәккә ҡағылышлы вәғәҙәләре хаҡында уйланығыҙ, һәм был һеҙгә барыһын да кисереп сығырға өмөт һәм көс бирәсәк.

Туғандарығыҙҙың һәм дуҫтарығыҙҙың ярҙамын ҡабул итегеҙ

«Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).

Алдараҡ иҫкә алынған Элис былай тип кәңәш итә: «Башҡаларҙан ситләшмәгеҙ. Дуҫтарығыҙға һеҙгә ярҙам итергә мөмкинлек бирегеҙ. Ҡайһы берҙә һеҙ япа-яңғыҙ, хатта Алла ла һеҙҙе ишетмәй кеүек тойолорға мөмкин, әммә шул ваҡытта ла башҡаларҙан ситләшмәгеҙ».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу