Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp19 № 3 12—13 бб.
  • Яҡшыраҡ тормошҡа өмөтләнергә буламы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Яҡшыраҡ тормошҡа өмөтләнергә буламы?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АЛЛА, ЕРҘӘГЕ ТОРМОШ НИӘТЕМӘ ТУРА КИЛӘСӘК, ТИП ВӘҒӘҘӘ ИТӘ
  • ҒАЙСА АЛЛАНЫ ТЫҢЛАҒАН КЕШЕЛӘР ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘГЕН КҮРҺӘТКӘН
  • ЯҠШЫРАҠ ТОРМОШҠА ЮЛДЫ ЭҘЛӘҮ
  • ТОРМОШ ЮЛЫНА БАҪЫҒЫҘ
  • Аллаға нисек дөрөҫ итеп табынырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Киләсәктә Алла нимә эшләйәсәк?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
  • Артабан да «Уны тыңлағыҙ»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Алла Батшалығы хаҡындағы хәҡиҡәт
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2019
wp19 № 3 12—13 бб.
Бер ғалим Изге Яҙманы уҡып ултыра

Яҡшыраҡ тормошҡа өмөтләнергә буламы?

БӨГӨН тормошобоҙ Алла ниәтләгән тормоштан ныҡ айырылып тора. Ерҙә Барлыҡҡа килтереүсенең хакимлығын хөрмәт иткән, кәңәштәренә ҡолаҡ һалған, уның яҡшы сифаттарын сағылдырған кешеләр йәшәргә тейеш булған. Улар бер-береһе менән татыу йәшәргә, хеҙмәттәшлек итергә, балалар үҫтерергә, асыштар яһарға һәм ерҙе ожмахҡа әйләндерергә тейеш булған.

АЛЛА, ЕРҘӘГЕ ТОРМОШ НИӘТЕМӘ ТУРА КИЛӘСӘК, ТИП ВӘҒӘҘӘ ИТӘ

  • «Ул [Алла] бөтөн ерҙә һуғыштарҙы туҡтата» (Зәбур 46:9).

  • «Ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк итеү ваҡыты етте» (Асылыш 11:18).

  • «Йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ» (Ишағыя 33:24).

  • «Һайланғандарым үҙҙәре яһаған нәмәләрҙең рәхәтен күрер» (Ишағыя 65:22).

Был пәйғәмбәрлектәр нисек үтәлер? Алла үҙенең улы Ғайса Мәсихте күктән ер менән идара итәсәк камил хөкүмәттең Батшаһы итеп ҡуйған. Изге Яҙмала ул Алла Батшалығы тип атала (Данил 2:44). Ғайса тураһында Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Алла Уға ата-бабаһы Дауыттың тәхетен бирер. Ул... мәңгелек батшалыҡ итер» (Лука 1:32, 33).

Ғайса ерҙә йәшәгәндә күп ғәжәп эштәр ҡылған һәм, Алла хөкүмәтенең Батшаһы булғас, тормошобоҙҙо шаҡтай яҡшыраҡ итәсәген иҫбатлаған.

ҒАЙСА АЛЛАНЫ ТЫҢЛАҒАН КЕШЕЛӘР ӨСӨН НИМӘ ЭШЛӘЙӘСӘГЕН КҮРҺӘТКӘН

  • Ул кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтырған. Шулай итеп ул кешеләрҙе бөтә сирҙәрҙән азат итәсәген иҫбатлаған (Матфей 9:35).

  • Ул диңгеҙҙе тынысландырған. Тәбиғәт көстәрен үҙенә буйһондороп, ул кешеләрҙең тормошон хәүефһеҙ итә ала (Марк 4:36—39).

  • Ул меңәрләгән ас кешеләрҙе туйҙырған. Тимәк, ул кешеләрҙе йәшәү өсөн кәрәк булған бөтә нәмә менән тәьмин итә аласаҡ (Марк 6:41—44).

  • Ул туйҙа һыуҙы шарапҡа әйләндергән. Тимәк, ул кешеләрҙең шатланып йәшәүен теләй (Яхъя 2:7—11).

Алла үҙен яратыусылар өсөн ниәтләгән тормошҡа эйә булыр өсөн нимә эшләргә? Изге Яҙмала, тормошҡа илтә торған юл бар һәм уны табырға кәрәк, тип әйтелә (Матфей 7:14).

ЯҠШЫРАҠ ТОРМОШҠА ЮЛДЫ ЭҘЛӘҮ

Тормошҡа илтеүсе юл нимә ул? Алла былай ти: «Мин, Йәһүә, һинең Аллаң. Мин — һине үҙеңдең файҙаңа өйрәтеүсе, һин барырға тейешле юлдан алып барыусы Алла» (Ишағыя 48:17). Был юлдан барып, һеҙ мөмкин булған иң яҡшы тормошҡа эйә булырһығыҙ.

Ғайса: «Мин — юл, хәҡиҡәт һәм тормош», тигән (Яхъя 14:6). Әгәр ҙә Ғайса өйрәткәндәргә ышанһаҡ һәм уның үрнәгенә эйәрһәк, беҙ Аллаға яҡынлашырбыҙ һәм тормошобоҙ яҡшырасаҡ.

Был юлды нисек табырға? Диндәр бик күп, әммә Ғайса былай тип киҫәткән: «Күктәр Батшалығына: „Хужам! Хужам!“ — тип Миңә әйткән һәр кем түгел, ә Күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк» (Матфей 7:21). Ул шулай уҡ: «Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ», — тигән (Матфей 7:16). Изге Яҙма хаҡ динде билдәләп, ялған динде кире ҡағырға ярҙам итә (Яхъя 17:17).

Тормош юлынан нисек барырға? Бының өсөн бөтә нәмәгә йәшәү биргән Шәхес менән танышырға кәрәк. Уның кем икәнен, исеме нисек, ул ниндәй, нимә эшләй һәм беҙҙән нимә көткәнен белеү мөһимa.

Алла кешенең тормошо эш, ашау-эсеү, күңел асыу һәм бала тәрбиәләүҙән генә тороуын теләмәй. Беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсене яҡшыраҡ белергә һәм уның дуҫы булырға мөмкинлегебеҙ бар. Ул ҡушҡанса эшләп, беҙ уға үҙ яратыуыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Ғайса былай тигән: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы... танып белеү — ана шул мәңгелек тормош» (Яхъя 17:3).

ИЗГЕ ЯҘМА АША АЛЛА БЕҘҘЕ ФАЙҘАЛЫҒА ӨЙРӘТӘ (ИШАҒЫЯ 48:17)

ТОРМОШ ЮЛЫНА БАҪЫҒЫҘ

Берҙән-бер хаҡ Алланың беҙҙән нимә көткәнен белгәндә, тормошобоҙҙа нимәнелер үҙгәртергә тура киләсәген аңлайбыҙ. Быны эшләү ауыр булып күренергә мөмкин. Ләкин ысынында был — мауыҡтырғыс сәйәхәт, һәм башҡа нәмәне башлаған кеүек, уны ла башларға ғына кәрәк. Алла тураһындағы төп һорауҙарға яуап табыр өсөн, һеҙгә Йәһүә шаһиттары түләүһеҙ Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим итә. Ваҡытты һәм урынды һеҙ үҙегеҙ һайлайһығыҙ. Изге Яҙма өйрәнеүен www.pr418.com сайтыбыҙҙан һорай алаһығыҙ.

a 2019 йылғы «Күҙәтеү манараһы»ның беренсе һанын ҡарағыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу