Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb16 ноябрь 3 б.
  • Изге Яҙмала яҡшы ҡатын тасуирлана

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Изге Яҙмала яҡшы ҡатын тасуирлана
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • «Ирен ҡала ҡапҡалары янында яҡшы беләләр»
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
  • «Ҡатындың башы — ир»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2016
mwb16 ноябрь 3 б.

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 27—31

Изге Яҙмала яҡшы ҡатын тасуирлана

Ғибрәтле һүҙҙәрҙең 31-се бүлегендә Лемуил батшаға әсәһенән бирелгән нәсихәт яҙылған. Әсәһенең аҡыллы кәңәштәре ярҙамында батша яҡшы ҡатын ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеген аңлаған.

Яҡшы ҡатын ышанысҡа лайыҡ

Изге Яҙма яҙылған осорҙағы бер ҡатын ғаиләһенә ризыҡ өләшә

31:10—12

  • Ғаиләлә мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгәндә, ул ҡиммәтле тәҡдимдәр яһай, әммә шул уҡ ваҡытта буйһоноусан булып ҡала

  • Ире уның ҡарарҙарына ышана, һәм һәр бер һорау буйынса хуплау алыуын талап итмәй

Яҡшы ҡатын эшсән була

Изге Яҙма яҙылған осорҙағы бер ҡатын бойҙай тарта

31:13—27

  • Ғаиләһе бөхтә, әҙәпле кейенһен һәм яҡшы туҡланһын өсөн, ул тыйнаҡ тормош алып барырға, аҡсаны һаҡсыл тотонорға өйрәнә

  • Ул көнө-төнө тырышып эшләй, йорто һәм ғаиләһе хаҡында ҡайғырта

Яҡшы ҡатын рухи яҡтан етлеккән була

Бер ҡатын доға ҡыла

31:30

  • Ул Алланан ҡурҡа һәм уның менән шәхси мөнәсәбәттәр үҫтерә

ҺИН БЕЛӘ ИНЕҢМЕ?

Боронғо замандарҙа ҡыҙыл мәрйен юғары баһаланған. Ул бик матур һәм һирәк осрай торған мәрйен булған. Ҡыҙыл мәрйен Урта һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙә осраған һәм сауҙала киң ҡулланылған.

Ҡыҙыл мәрйен

Изге Яҙма мәрйенде алтын, көмөш һәм сапфир менән бер рәткә ҡуя, һәм шулай итеп уның ҡиммәтлеген күрһәтә.

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, яҡшы ҡатын «мәрйендәрҙән күпкә ҡиммәтлерәк» (Ғһ 31:10).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу