МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, үҙеңде әҙәпле тот
Мәсихселәр — донъя өсөн «тамаша» (1Кр 4:9). Шуға күрә кешеләрҙең беҙҙе тәҙрә аша күҙәткәненә йә ишек аша һөйләшеүебеҙҙе тыңлағанына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Кешеләрҙең йорттарында беҙҙе күрергә, ишетергә, яҙҙырырға мөмкинлек биргән видеокамералар һәм микрофондар булырға мөмкин. Өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, үҙебеҙҙе әҙәпле тоторға ярҙам иткән бер нисә кәңәшкә иғтибар итәйек (2Кр 6:3).
ТӘРТИБЕБЕҘ (Фп 1:27)
Кеше милкенә хөрмәт күрһәт, тикшеренмә. Ишек төбөндә торғанда, ашама, эсмә, телефондан һөйләшмә һәм СМС-хәбәрҙәр ебәрмә.
ҺӨЙЛӘШЕҮЕБЕҘ (Еф 4:29)
Ишек төбөндә хеҙмәттәшеңә берәй нәмә әйтер алдынан, үҙеңдән: «Мин йорт хужаһының быны ишетеүен теләр инемме?» — тип һора. Ҡайһы бер вәғәзселәр, кеше менән буласаҡ һөйләшеүгә фекерен туплар өсөн, ишек алдында хеҙмәттәше менән бөтөнләй һөйләшмәҫкә ҡарар итә.