АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ҒӘМӘЛДӘР 4, 5
Улар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән һөйләгән
Нимә ярҙамында илселәр яҡшы уҡытыусылар булып киткән? Ҡыйыулыҡ һәм инанғанлыҡ менән һөйләргә уларға нимә ярҙам иткән? Улар «Ғайса менән бергә йөрөгән» булғандар, һәм унан — Бөйөк Остаздан өйрәнгәндәр (Ғм. 4:13). Ғайсаның миҫалы беҙгә лә башҡаларҙы Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәргә өйрәткәндә уңышлы булырға нисек ярҙам итәсәк?