МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Уйҙарығыҙҙы... йүнәлтегеҙ»
Нимәгә? Филиптарға 4:8-ҙә: «Уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ», — тигән кәңәш бирелә. Был, әлбиттә, мәсихсе тик Изге Яҙма хаҡында ғына уйларға тейеш тигәнде аңлатмай. Шулай ҙа уй-фекерҙәребеҙ Йәһүәгә хуш килергә тейеш. Фекерҙәребеҙгә Аллаға тоғролоҡто ҡаҡшатырға юл ҡуймайыҡ (Зәб 19:14).
Ҡайһы саҡта яраҡһыҙ фекерҙәрҙән арыныу еңел түгел. Беҙгә тән теләктәре менән дә, «был донъяның илаһы» Иблис менән дә көрәшергә тура килә (2Кр 4:4). Киң мәғлүмәт сараларының Иблис ҡулында булыуы сәбәпле, теле-, радиотапшырыуҙар, интернет һәм баҫмаларҙың тос өлөшө боҙоҡлоҡ менән тулған. Аңыбыҙҙы нимә менән тултырыуыбыҙға бик иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки был беҙҙең фекерләү рәүешенә һәм, һөҙөмтәлә, тәртипкә тәьҫир итәсәк (Яҡ 1:14, 15).
«ТОҒРОЛОҠТО ЕМЕРӘ ТОРҒАН НӘМӘЛӘРҘӘН ҠАСЫҒЫҘ. ЯРАҠҺЫҘ КҮҢЕЛ АСЫУҘАР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ КИЛӘҺЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ағай-ҡәрҙәш телефонында нимә ҡараған, һәм был уға нисек тәьҫир иткән?
Галаттарға 6:7, 8-ҙә һәм Зәбур 119:37-лә яҙылғандар уға нисек ярҙам иткән?