Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb20 сентябрь 3 б.
  • Ялған мәғлүмәт таратмағыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ялған мәғлүмәт таратмағыҙ
  • Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Факттарҙы белергә тырышаһығыҙмы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
Мәсихсе «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте». Эш дәфтәре 2020
mwb20 сентябрь 3 б.

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Ялған мәғлүмәт таратмағыҙ

Аҙыҡ-түлек һатып алып йөрөгән бер ҡатын, телефонынан яңылыҡ уҡып, шаҡ ҡатҡан.

Бөгөнгө көндә мәғлүмәт бөтә донъяға гәзиттәр, радио, телевизор һәм интернет аша бик тиҙ тарала ала. Хәҡиҡәт Аллаһына хеҙмәт итеүселәр, хатта аңһыҙ рәүештә булһа ла, ялған таратыуҙа ҡатнашырға теләмәй (Зәб 31:5; Сғ 23:1). Тикшерелмәгән мәғлүмәтте таратыу ҙур зыян килтерә ала. Был мәғлүмәттең дөрөҫлөгөнә инаныр өсөн, үҙегеҙҙән һорағыҙ:

  • «Тәүге хәбәр дөрөҫмө?» Был хәбәрҙе һөйләүсе, бәлки, бөтә факттарҙы белмәйҙер. Хәбәр кешенән-кешегә күсһә, ул барыбер үҙгәрә. Шуға күрә мәғлүмәттең сығанағын теүәл белмәгәндә, һаҡ булырға кәрәк. Айырыуса яуаплы ҡәрҙәштәргә һаҡ булырға кәрәк, сөнки йыйылыштағы ҡәрҙәштәр уларға ышана.

  • «Был мәғлүмәт яла түгелме?» Ишеткән хәбәр берәйһенең исеменә тап төшөрһә, уны таратмау яҡшы булыр (Ғһ 18:8; Фп 4:8).

  • «Был яңылыҡ дөрөҫкә оҡшағанмы?» Шаҡ ҡатырғыс хәбәрҙәрҙе һәм осраҡтарҙы ишеткәндә, һаҡ булығыҙ.

«ҒӘЙБӘТ ҺАТЫУҘЫ НИСЕК ТУҠТАТЫРҒА?» ТИГӘН ҠӘЛӘМ МЕНӘН ТӨШӨРӨЛГӘН ЙӘНҺҮРӘТТЕ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Бер малай ҙур түңәрәк сәпкәгә беркетелгән, ә тирә-яғына бысаҡтар ҡаҙалған.

    Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18 буйынса, һүҙ ниндәй көскә эйә?

  • Бер-нисә кеше йыйылып ғәйбәт һата.

    Башҡалар тураһында һөйләгәндә, Филиптарға 2:4-тәге принцип беҙгә ауыҙҙы үлсәп асырға нисек ярҙам итә ала?

  • Бер ир ғәйбәт һөйләргә маташҡан кешенән башын ситкә бора.

    Аралашҡан саҡта башҡалар тураһында мыҫҡыллы һәм тиҫкәре һүҙҙәр яңғыраһа, нимә эшләргә?

  • Бер ир ғәйбәт һата, шул ваҡытта журналист булып кейенгән икенсе бер кеше уның һүҙҙәрен яҙып тора.

    Берәй кеше хаҡында һөйләр алдынан үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирергә кәрәк?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу