Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb21 июль 3 б.
  • Ҡыҙғана бел

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ҡыҙғана бел
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Алла йәлләй аламы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
  • Һорауҙар бир
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Йөрәккә үтеп инерлек итеп өйрәт
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Алла Һүҙен ҡуллан
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
Башҡаларын асырға
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
mwb21 июль 3 б.

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП

Ҡыҙғана бел

Ҡыҙғаныу — ул кешенең уй-фекерен, хистәрен, ҡараштарын һәм ихтыяждарын аңлай белеү. Ихлас күңелдән ярҙам итеү теләге беҙгә ҡыҙғаныу сифатын үҫтерергә ярҙам итә. Беҙ кешеләрҙең хәленә ингәндә, улар быны тоя. Хеҙмәттә кешеләрҙең хистәрен, ҡараштарын аңларға тырышып, беҙ Йәһүәнең яратыуын һәм хәстәрлеген сағылдырабыҙ. Ундай мөғәмәлә уларҙы Аллаға яҡынлаштырырға мөмкин (Фп 2:4).

Кешеләрҙең хәлен аңлауыбыҙ һәм улар менән ысын күңелдән мөғәмәлә итеүебеҙ ҡул ишараларыбыҙҙан, йөҙөбөҙҙән, иғтибар менән тыңлауыбыҙҙан һәм йомшаҡ итеп һөйләүебеҙҙән күренә. Беҙ ихлас күңелдән кешенең шарттарын, уның нимәгә ышанғанын һәм нимә менән ҡыҙыҡһынғанын аңларға тырышабыҙ. Шулай уҡ беҙ уның менән файҙалы һәм ғәмәли фекерҙәр менән уртаҡлашабыҙ, үҙ ярҙамыбыҙҙы тәҡдим итәбеҙ, әммә тормошон үҙгәртергә һис тә мәжбүр итмәйбеҙ. Башҡалар ярҙамыбыҙҙы ҡабул иткәндә, йөрәгебеҙ шатлыҡ менән тула.

«ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНӘН ШАТЛЫҠ ТАБЫҒЫҘ. ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘҘЫ ЯҠШЫРТЫҒЫҘ: ҠЫҘҒАНА БЕЛЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • «Шәкерттәр әҙерләү эшенән шатлыҡ табығыҙ. Оҫталығығыҙҙы яҡшыртығыҙ: ҡыҙғана белегеҙ» тигән видеояҙманан күренеш. Кафела ултырғанда, Джейд ни өсөн шул көндө Изге Яҙманы өйрәнә алмағанын аңлата.

    Джейд һуңлағас, Нита нисек уны аңларға тырышты?

  • «Шәкерттәр әҙерләү эшенән шатлыҡ табығыҙ. Оҫталығығыҙҙы яҡшыртығыҙ: ҡыҙғана белегеҙ» тигән видеояҙманан күренеш. Нита хәлде аңлап тыңлай.

    Джейд, ныҡ арығанға өйрәнә алмайым, тигәс, Нита нисек уның хәленә инде?

  • «Шәкерттәр әҙерләү эшенән шатлыҡ табығыҙ. Оҫталығығыҙҙы яҡшыртығыҙ: ҡыҙғана белегеҙ» тигән видеояҙманан күренеш. Нита Джейдҡа бола бүлмәһен йыйыштырырға ярҙам итә.

    Кешеләргә ҡарата ҡыҙғаныусан булыуыбыҙ уларға Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итә

    Джейд үҙенең йыйнаҡ булмауы тураһында әйткәс, Нита нисек уның хәленә инде?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу