МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Апай-ҡәрҙәштәр ниндәй маҡсаттар ҡуя ала?
Апай-ҡәрҙәштәр Батшалыҡ эшенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә (Зәб 68:11). Улар күп Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрә. Даими пионерҙарҙың шаҡтай ҙур өлөшө тап уларҙан тора. Меңәрләгән эшһөйәр апай-ҡәрҙәш Вефилдәрҙә, төҙөлөш проекттарында ярҙам итә, тәржемә эшендә ҡатнаша йә миссионерҙар булып хеҙмәт итә. Рухи яҡтан етлеккән апай-ҡәрҙәштәр үҙ ғаиләләрен дә, бөтә йыйылышты ла нығыта (Ғһ 14:1). Улар, өлкән йә хеҙмәт ярҙамсыһы була алмаһа ла, йыйылыш өсөн күпте эшләй ала. Апай-ҡәрҙәштәр, һеҙ ниндәй рухи маҡсаттар ҡуя алыр инегеҙ?
Алла ҡәҙерләгән сифаттар үҫтер (1Тм 3:11; 1Пт 3:3—6).
Тәжрибәләре әҙ булған апай-ҡәрҙәштәргә ярҙам ит (Тит 2:3—5).
Вәғәздә күберәк ҡатнаш һәм өйрәтеү оҫталыҡтарыңды яҡшырт.
Башҡа тел өйрән.
Ихтыяж күберәк булған ергә күсеү тураһында уйлан.
Вефилдә хеҙмәт итер өсөн йә төҙөлөш проекттарында ҡатнашыр өсөн ғариза тултыр.
Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбендә уҡыр өсөн ғариза тултыр.
«„РАББЫ ХАҠЫНА ТЫРЫШЫП ХЕҘМӘТ ИТЕҮСЕ“ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҒА ЯУАП БИР:
Был апай-ҡәрҙәштәрҙең һөйләгәндәре һине нимәгә дәртләндерҙе?