МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Һин матди ауырлыҡтарҙы йырып сыға алырһың!
Ошо һуңғы көндәрҙә тормош проблемалар менән тулы. Был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, ауырлыҡтар тағы ла артасаҡ. Ҡайһы саҡта беҙгә хатта иң кәрәкле нәмәләр ҙә етмәҫкә мөмкин (Аб 3:16—18). Матди ауырлыҡтарҙы йырып сығырға беҙгә нимә ярҙам итер? Беҙгә артабан да Йәһүәгә ышанырға кәрәк. Ул, хеҙмәтселәремде бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡмын, тигән вәғәҙә биргән. Шарттарыбыҙ ниндәй генә булһа ла, Йәһүә беҙҙе ҡалдырмаясаҡ (Зәб 37:18, 19; Ев 13:5, 6).
Һин нимә эшләй алаһың?
Йәһүәнән зирәклек, йүнәлеш һәм ярҙам һора (Зәб 62:8).
Элек бер ҡасан да эшләмәгән эшкә лә тотонорға әҙер бул (g-U 1/10 8—9 бб., рамкалар).
Рухи эштәр тәртибен һаҡла: Алла Һүҙен көн дә уҡы, даими рәүештә йыйылыш осрашыуҙарына йөрө һәм вәғәздә әүҙем ҡатнаш.
«НЫҠЛЫ ЙОРТ ТӨҘӨГӨҘ. „БУЛҒАНЫНА ҠӘНӘҒӘТ БУЛЫҒЫҘ“» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ҡайһы бер ғаиләләр ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан?
Тормошта нимә иң мөһиме?
Матди ауырлыҡтар менән осрашҡандарға беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ?