Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp21 № 1 5—7 бб.
  • Алла доғаларыбыҙҙы ишетәме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алла доғаларыбыҙҙы ишетәме?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АЛЛА ДОҒАЛАРҘЫ ТЫҢЛАЙ
  • АЛЛА ҮҘЕНӘ ДОҒА ҠЫЛЫУЫБЫҘҘЫ ТЕЛӘЙ
  • АЛЛА БЕҘҘЕҢ ТУРАЛА ҠАЙҒЫРТА
  • «МИН ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТАМ, СӨНКИ УЛ МИНЕҢ АУАЗЫМДЫ... ИШЕТӘ»
  • Аллаға нисек доға ҡылырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Инеш һүҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Доға Алла менән дуҫлыҡты нығыта
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Алла доғаларығыҙҙы ишетәме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
wp21 № 1 5—7 бб.
Бер ҡыҙ йылмая.

«Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡуб 4:8)

Алла доғаларыбыҙҙы ишетәме?

Һеҙҙең, Алла доғаларымды ишетәме, тип уйланғанығыҙ бармы? Әгәр бар икән, һеҙ бер үҙегеҙ түгел. Күптәр Аллаға доға ҡылһа ла, уларҙың ауырлыҡтары хәл ителмәй ҡала. Был, Алла доғаларыбыҙҙы тыңламай, тигәнде аңлатамы? Юҡ! Изге Яҙма беҙҙе, Аллаға дөрөҫ итеп доға ҡылғанда, ул беҙҙе тыңлай, тип ышандыра. Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмала нимә тип әйтелгәнен ҡарайыҡ.

АЛЛА ДОҒАЛАРҘЫ ТЫҢЛАЙ

«Эй Доғаларҙы тыңлаусы, төрлө кешеләр һиңә килер» (Зәбур 65:2).

Ҡайһы берәүҙәр доғаларын кем дә булһа тыңлағанына ышанмаһа ла доға ҡыла, сөнки, улар әйтеүенсә, доға уларға үҙҙәрен яҡшыраҡ хис итергә ярҙам итә. Ләкин доға проблемаларҙы еңергә ярҙам иткән психологик алым түгел. Изге Яҙма беҙҙе былай тип ышандыра: «Йәһүәa үҙен саҡырыусыларҙың барыһына, хәҡиҡәт буйынса ялбарыусыларҙың һәммәһенә яҡын. ...Ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара» (Зәбур 145:18, 19).

Шуға күрә Йәһүә Алланың үҙ хеҙмәтселәренең доғаларын ишеткәненә тулыһынса ышана алабыҙ. Ул яратыу менән былай ти: «Һеҙ мине саҡырырһығыҙ, килеп, миңә доға ҡылырһығыҙ, һәм мин һеҙҙе тыңлармын» (Иремия 29:12).

АЛЛА ҮҘЕНӘ ДОҒА ҠЫЛЫУЫБЫҘҘЫ ТЕЛӘЙ

Бер атай кеше уйынсыҡтар менән уйнаған ҡыҙының янында ултыра.

«Арымай-талмай доға ҡылығыҙ» (Римдарға 12:12).

Изге Яҙма беҙҙе, «гел доға ҡылығыҙ» һәм «һәр ваҡыт Аллаға мөрәжәғәт итегеҙ», тип дәртләндерә. Эйе, Йәһүә Алла беҙҙең үҙенә доға ҡылыуыбыҙҙы теләй (1 Фессалоникаларға 5:17; Ефестарға 6:18).

Ни өсөн Алла быны теләй? Уйлап ҡарағыҙ, ниндәй атай бәләкәс балаһының «атай, ярҙам ит әле миңә» тип әйтеүен теләмәһен? Әлбиттә, атай кешенең үҙ балаһы нимә теләгәнен һәм нимә хис иткәнен былай ҙа белеүе ихтимал, әммә ошо һүҙҙәрҙе ишеткәндә ул уның үҙенә ышанғанын һәм яҡын булғанын күрә. Шуның кеүек үк, Йәһүә Аллаға доға ҡылғанда беҙ уға ышанғаныбыҙҙы һәм яҡын булырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:8; Яҡуб 4:8).

АЛЛА БЕҘҘЕҢ ТУРАЛА ҠАЙҒЫРТА

Кәйефе ҡырылған бер эшлекле кеше бинаның баҫҡысында ултыра. Уның эргәһендә офис әйберҙәре һалынған йәшник тора.

«Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7).

Алла үҙенә доға ҡылыуыбыҙҙы теләй, сөнки ул беҙҙе ярата һәм ҡайғырта. Ул беҙҙең ауырлыҡтар һәм мәшәҡәттәребеҙҙе яҡшы белә, һәм уның беҙгә ярҙам иткеһе килә.

Дауыт батша ғүмере буйына Йәһүә Аллаға ярҙам һорап доға ҡылған һәм уй-тойғоларын һөйләгән (Зәбур 23:1—6). Алла Дауытҡа нисек ҡараған? Ул Дауытты яратҡан һәм доғаларын тыңлаған (Ғәмәлдәр 13:22). Шуның кеүек үк, Алла беҙҙең доғаларҙы ла тыңлай, сөнки беҙҙең хаҡта ҡайғырта.

«МИН ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТАМ, СӨНКИ УЛ МИНЕҢ АУАЗЫМДЫ... ИШЕТӘ»

Был — Изге Яҙмалағы мәҙхиәләрҙең береһен яҙған кешенең һүҙҙәре. Ул Алланың үҙ доғаларын ишеткәненә ышанған, һәм был уға көслө йоғонто яһаған. Ул үҙен Аллаға яҡыныраҡ итеп тойған һәм тормош ауырлыҡтарын, ҡайғыларын еңеп сығырға көс тапҡан (Зәбур 116:1—9).

Алла доғаларыбыҙҙы ишеткәненә ышанһаҡ, беҙ ныҡышмалыҡ менән доға ҡылыуыбыҙҙы дауам итербеҙ. Төньяҡ Испанияла йәшәгән Педроның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уның 19 йәшлек улы юл һәләкәтендә вафат булған. Ҡайғыһынан Педро Аллаға күңелен бушатҡан, йыуаныс һәм таяныс һорап ҡат-ҡат доға ҡылған. Артабан нимә булған? «Йәһүә доғаларыма яуап итеп ҡатыным менән мине имандаштарыбыҙ аша йыуатты һәм ярҙам итте», — ти Педро.

Ҡайғыға батҡан бер ир фото тотоп ултыра, бер нисә дуҫы уны йыуата.

Йыш ҡына Алла доғаларыбыҙға ҡайғыртыусан дуҫтарыбыҙҙың йыуатыуы һәм ярҙамы аша яуап бирә

Доғалар, улын кире ҡайтармаһа ла, Педроға һәм уның ғаиләһенә бик ныҡ ярҙам иткән. Уның ҡатыны Мария Кармен былай тип иҫенә төшөрә: «Доға миңә ҡайғымды кисереп сығырға ярҙам итте. Йәһүә Алланың мине аңлағанын беләм, сөнки доға ҡылғанда күңелемде тыныслыҡ солғап алғанын һиҙә инем».

Изге Яҙманан һәм шәхси миҫалдарҙан асыҡ күренеүенсә, Алла доғаларҙы ишетә. Тик шуны ла әйтергә кәрәк: Алла ҡайһы бер доғаларға яуап бирмәй. Ни өсөн?

a Йәһүә — Алланың шәхси исеме (Зәбур 83:18).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу