Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w22 август 14—19 бб.
  • Хәҡиҡәт юлынан барығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Хәҡиҡәт юлынан барығыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • НИ ӨСӨН БЕҘ ХӘҠИҠӘТТЕ ЯРАТАБЫҘ?
  • ХӘҠИҠӘТТЕ ЯРАТҠАНЫБЫҘҘЫ ЭШТӘРЕБЕҘ МЕНӘН НИСЕК КҮРҺӘТӘ АЛАБЫҘ
  • «Мин хәҡиҡәтеңдә йөрөрмөн»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • «Хәҡиҡәтте һатып ал һәм уны бер ҡасан да һатып ебәрмә»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Хәҡиҡәт әле лә мөһимме?
    Төрлө темалар
  • Етәксе кәңәшмәнең хаты
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
w22 август 14—19 бб.

34-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Хәҡиҡәт юлынан барығыҙ

«Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәттә йәшәүен ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡтыр» (3 ЯХЪЯ 4).

111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Ни өсөн беҙгә нисек хәҡиҡәткә килгәнебеҙ тураһында һөйләргә оҡшай?

«ҺИН нисек хәҡиҡәткә килдең?» Һеҙ ҡәрҙәштәр менән танышҡанда, был һорауға инде күп тапҡыр яуап биргәнһегеҙҙер. Беҙгә башҡаларҙың Йәһүәне нисек белгәндәре һәм уны ярата башлағандары тураһында һөйләгәндәрен тыңлау оҡшай. Беҙ үҙебеҙ ҙә уларға ни өсөн хәҡиҡәтте ҡәҙерләгәнебеҙҙе ихлас һөйләйбеҙ (Рим. 1:11). Шундай һөйләшеүҙәр беҙҙең хистәребеҙҙе яңыртып ебәрә һәм хәҡиҡәттең ни тиклем ҡәҙерле икәнен иҫебеҙгә төшөрә. Һәм беҙ хәҡиҡәт юлынан, йәғни Йәһүәнең фатихаһын һәм хуплауын килтергән тормош юлынан барырға тағы ла нығыраҡ теләйбеҙ (3 Яхъя 4).

2. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

2 Тәүҙә, әйҙәгеҙ, ни өсөн хәҡиҡәтте яратҡаныбыҙға бер нисә сәбәп ҡарап сығайыҡ, ә шунан был ҡиммәтле бүләкте ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек эштәр менән күрһәтеп булғаны тураһында һөйләшәйек. Шундай фекер алышыу беҙҙе Йәһүәгә рәхмәтле булырға дәртләндерер, ул бит беҙҙе хәҡиҡәткә йәлеп иткән (Яхъя 6:44). Һәм, әлбиттә, беҙҙең башҡаларға хәҡиҡәтте һөйләргә теләгебеҙ үҫер.

НИ ӨСӨН БЕҘ ХӘҠИҠӘТТЕ ЯРАТАБЫҘ?

3. Хәҡиҡәтте яратыуыбыҙҙың төп сәбәбе ниндәй?

3 Хәҡиҡәтте яратырға беҙҙең сәбәптәребеҙ бик күп. Иң мөһиме, беҙ хәҡиҡәттең сығанағы — Йәһүә Алланы яратабыҙ. Изге Яҙма аша беҙ уның күкте һәм ерҙе яратҡан ҡеүәтле Барлыҡҡа килтереүсе икәнен, шулай уҡ беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡан наҙлы Атайыбыҙ икәнен белдек (1 Пет. 5:7). Беҙҙең Аллабыҙ «шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан», «ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай» (Сығ. 34:6). Йәһүә ғәҙеллекте ярата (Ишағ. 61:8). Бәләләребеҙҙе күреү уның күңелен әрнетә, һәм ул бөтә ғазаптарыбыҙҙы бөтөрөргә теләй, бик теләй (Ирем. 29:11). Был ваҡытты беҙ түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ! Бына ни өсөн беҙ Йәһүәне ныҡ яратабыҙ.

«Якорь» төшөрөлгән рәсем: 1) ожмахтағы тауҙар, йәшел далалар һәм киң йылға; 2) апай-ҡәрҙәш ҡатынға вәғәзләй.

Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт... якорь һымаҡ

Якорь карапҡа урынында торорға һәм ҡаяларға бәрелмәҫкә ярҙам итә. Шуның шикелле, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өмөт тә беҙгә тормош дауылдарында бирешмәҫкә ярҙам итә. Бынан тыш, башҡаларға ла өмөтөбөҙ тураһында һөйләү бик мөһим. (4—7-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

4, 5. Ни өсөн илсе Павел өмөтөбөҙҙө якорь менән сағыштырған?

4 Тағы ни өсөн беҙ хәҡиҡәтте яратабыҙ? Сөнки хәҡиҡәт иҫ киткес фатихалар килтерә. Мәҫәлән, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт киләсәккә өмөт бирә. Шул өмөттөң мөһимлеген күрһәтер өсөн илсе Павел: «Был өмөт, беҙҙең йәнебеҙ өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь», — тип яҙған (Евр. 6:19). Якорь карапҡа урынында ҡалырға һәм ҡаяларға бәрелмәҫкә ярҙам иткән кеүек, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өмөт беҙгә тормош дауылдарында бирешмәҫкә ярҙам итә.

5 Был аяттан алдараҡ яҙылған аяттарҙа Павел майланған мәсихселәргә бирелгән күктәге өмөт тураһында фекер алыша. Әммә уның һүҙҙәре шулай уҡ ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнгән хеҙмәтселәргә лә ҡағыла (Яхъя 3:16). Бындай өмөт беҙҙең тормошобоҙҙо мәғәнәле итә.

6, 7. Киләсәк тураһында белеү Ивон апай-ҡәрҙәшкә нисек ярҙам иткән?

6 Ивон исемле апай-ҡәрҙәштең осрағына иғтибар итәйек. Бала саҡта ул хәҡиҡәтте белмәгән һәм үлемдән бик ныҡ ҡурҡҡан. Бер тапҡыр ул китапта «бер көндө иртәгәһе көнөбөҙ булмаясаҡ» тигән фекер уҡыған. Был фекер уның хәтерендә уйылып ҡалған. Ивон былай тип иҫенә төшөрә: «Бынан һуң мин төнө буйына йоҡламай яттым — киләсәк тураһындағы уйҙар миңә тынғы бирмәне. „Тормоштоң ниндәйҙер мәғәнәһе булырға тейеш, — тип уйланым мин. — Улайһа, ни өсөн мин был донъяға тыуғанмын?“ Минең үлгем килмәй ине».

7 Һуңыраҡ үҫмер сағында Ивон Йәһүә шаһиттары менән танышҡан. Ул былай тип дауам итә: «Минең ерҙә мәңге йәшәргә өмөтөм тыуҙы». Хәҡиҡәтте белеү апай-ҡәрҙәшебеҙгә нисек ярҙам иткән? Ул былай тип яуап бирә: «Мине төндә үлем һәм киләсәк тураһындағы борсоулы уйҙар бүтән ғазапламай». Ивон хәҡиҡәтте бик ҡәҙерләй һәм өмөтө тураһында башҡаларға ла һөйләй (1 Тим. 4:16).

«Хазина» төшөрөлгән рәсем: 1) ожмахтағы тауҙар, йәшел далалар һәм киң йылға; 2) ир кеше кубоктар менән наградалар тулы ҡумтаны подвалға төшөрөп ҡуя.

Хазина һымаҡ

Йәһүәгә хәҙер хеҙмәт итеү һәм киләсәктә Батшалыҡ идараһы аҫтында уны мәңге данлау — ысын хазина. Бының өсөн һәр төрлө ҡорбандарға барырға була! (8—11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

8, 9. а) Ғайсаның ҡиссаһындағы кеше тапҡан хазинаға нисек ҡараған? б) Һеҙ хәҡиҡәтте ни тиклем ҡәҙерләйһегеҙ?

8 Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт үҙ эсенә тағы нимәне ала? Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе. Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе Ғайса йәшерелгән хазина менән сағыштырған. Ул былай тигән: «Күктәр Батшалығы яланда күмелгән хазинаға оҡшаш. Берәү уны тапҡан да ҡабат күмеп ҡуйған һәм, шатлығынан бар мөлкәтен һатып, шул яланды һатып алған» (Матф. 13:44). Иғтибар итегеҙ, был кеше хазина эҙләүсе булмаған. Ләкин, хазинаға тап булғас, ул уға эйә булыр өсөн ҙур ҡорбандарға барған. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, ул «бар мөлкәтен һатҡан». Ни өсөн ул шулай эшләгән? Сөнки был хазина уның өсөн ул һатҡан бөтә нәмәләрҙән күпкә ҡиммәтерәк булған.

9 Һис шикһеҙ, һеҙ ҙә хәҡиҡәткә шулай ҡарайһығыҙҙыр. Был донъя тәҡдим иткән нәмәләр Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән килгән шатлыҡ менән сағыштырғанда, бер ни ҙә тормай. Бынан тыш, беҙҙең Алла Батшалығы идараһы аҫтында мәңге йәшәргә өмөтөбөҙ бар. Өҫтәүенә, беҙ Йәһүәнең яҡын дуҫтары булып киттек һәм бының өсөн беҙ барыһын да ҡорбан итергә әҙер. Уны һөйөндөрөп йәшәүҙән дә шатлыҡлыраҡ нәмә юҡ (Кол. 1:10).

10, 11. Тормошон тулыһынса үҙгәртергә Майклды нимә дәртләндергән?

10 Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн күбебеҙгә тормошобоҙҙо тулыһынса үҙгәртергә тура килде. Кемдер дәрәжәле эштән китте, башҡалар байыу мөмкинлегенән баш тартты, ә кемдер, Йәһүә тураһында белгәс, бөтөнләй башҡа кеше булып китте. Майкл исемле егет менән шулай булған да. Йәш саҡта ул каратэ менән шөғөлләнгән. Ул былай ти: «Мин физик яҡтан көслө булыуым менән ғорурландым. Ҡайһы саҡта мин үҙемде еңелмәҫлек итеп тоя инем». Әммә Майкл, Изге Яҙма менән таныша башлағас, Йәһүәнең көс ҡулланыуға нисек ҡарағанын белгән (Зәб. 11:5). Уның менән өйрәнеү үткәргән ғаилә тураһында Майкл былай ти: «Улар мине бер ваҡытта ла каратэны ҡалдырырға өгөтләмәне, ә артабан Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә генә өйрәтте».

11 Йәһүә тураһында күберәк белгән һайын, Майкл уны нығыраҡ яратҡан. Бигерәк тә Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренә ҡарата шәфҡәтле булыуы уға ныҡ тәьҫир иткән. Ваҡыт үтеү менән Майкл нимәнелер үҙгәртергә кәрәк икәнен аңлаған. Ул былай ти: «Каратэны ҡалдырыу минең өсөн иң ауыры буласағын белә инем. Әммә был аҙымым Йәһүәгә шатлыҡ килтерәсәген дә аңлай инем. Уға хеҙмәт итеү һәр ҡорбандан да мөһимерәк икәненә шикләнмәй инем». Тапҡан хәҡиҡәтте Майкл юғары баһалаған, был уны тулыһынса үҙгәрергә дәртләндергән (Яҡ. 1:25).

«Яҡтыртҡыс» төшөрөлгән рәсем: 1) ожмахтағы тауҙар, йәшел далалар һәм киң йылға; 2) йәш ҡыҙ Изге Яҙмала уҡығандары хаҡында уйлана.

Яҡтыртҡыс һымаҡ

Яҡтыртҡыс беҙгә ҡараңғыла юлды табырға ярҙам итә. Шуның шикелле, Алла Һүҙе лә был Шайтан донъяһының ҡараңғылығында юлыбыҙҙы яҡтырта. (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12, 13. Изге Яҙмалағы ниндәй хәҡиҡәт Майлиҙың тормошон яҡтылыҡ менән тултырған?

12 Хәҡиҡәттең ҡиммәтлеген күрһәтер өсөн Изге Яҙма уны ҡараңғыла яҡтыртып торған яҡтыртҡыс менән сағыштыра (Зәб. 119:105; Ефес. 5:8). Әзербайжандан булған Майли исемле апай-ҡәрҙәштең осрағына иғтибар итәйек. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт уның тормошон яҡтылыҡ менән тултырған. Уның атаһы — мосолман диненән, ә әсәһе йәһүд диненән булған. Майли былай тип иҫенә төшөрә: «Алланың барлығына бер ҡасан шикләнмәһәм дә, ҡайһы бер һорауҙар мине бик борсоно. Мин шуны аңламай инем: „Ни өсөн Алла кешеләрҙе барлыҡҡа килтергән, һәм ни өсөн ҡайһы берәүҙәр, ғүмер буйына ғазапланып, һуңынан тағы тамуҡта мәңге язаланырға тейеш?“ Кешеләр, барыһы ла Хоҙай ҡулында, тип әйткәнгә, мин аптырай инем: „Әллә кешеләр Алла өсөн ҡурсаҡтар ғынамы, һәм уларҙың ғазапланыуын күреү уға рәхәтлек килтерәме?“».

13 Майли һорауҙарына яуап эҙләүен дауам иткән. Күпмелер ваҡыттан һуң ул Изге Яҙманы өйрәнә башлаған һәм Йәһүә шаһиты булып киткән. Ул былай тип һөйләй: «Изге Яҙмалағы ышандырырлыҡ хәҡиҡәт минең тормошҡа ҡараштарымды үҙгәртте. Алла Һүҙенән һорауҙарыма төплө яуаптар алып, мин күңел тыныслығына өлгәштем». Әлбиттә, «Үҙенең ғәжәйеп яҡтылығына Саҡырыусы» Йәһүәне данлар өсөн сәбәптәребеҙ бик күп (1 Пет. 2:9).

14. Хәҡиҡәтте нығыраҡ яратырға беҙгә нимә ярҙам итер? (Шулай уҡ «Башҡа сағыштырыуҙар» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

14 Хәҡиҡәтте якорь, хазина һәм яҡтыртҡыс менән сағыштырыу беҙгә уның ни тиклем ҡәҙерле булғанын иҫебеҙгә төшөрҙө. Был өс кенә миҫал. Моғайын, һеҙ башҡа миҫалдарҙы ла хәтерләйһегеҙҙер. Хәҡиҡәтте нығыраҡ яратыр өсөн ниңә шәхси өйрәнеү ваҡытында башҡа сәбәптәр ҙә эҙләп ҡарамаҫҡа? Хәҡиҡәтте нығыраҡ яратһаҡ, яратыуыбыҙҙы эштәр менән күрһәтер өсөн күберәк ысулдар табырбыҙ.

Асыҡ ятҡан Изге Яҙма.

Башҡа сағыштырыуҙар

Был мәҡәләлә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт якорь, хазина һәм яҡтыртҡыс менән сағыштырылды. Шулай уҡ башҡа сағыштырыуҙар ҙа бар. Мәҫәлән:

  • Көҙгө.

    Хәҡиҡәт күп яҡтан көҙгөгә оҡшаш. Изге Яҙманы уҡыу һәм өйрәнеү беҙгә эске булмышыбыҙҙы күрергә һәм нимәне үҙгәртергә кәрәк икәнен аңларға ярҙам итә (Яҡ. 1:22—25).

  • Һыу тамсыһы.

    Һыу эҫе көндө һыуһыныбыҙҙы ҡандырған кеүек, хәҡиҡәт һыуҙары ла беҙгә рухи ҡоролоҡтан интеккән донъяла көс өҫтәй (Зәб. 23:2, 3).

ХӘҠИҠӘТТЕ ЯРАТҠАНЫБЫҘҘЫ ЭШТӘРЕБЕҘ МЕНӘН НИСЕК КҮРҺӘТӘ АЛАБЫҘ

15. Хәҡиҡәтте яратҡаныбыҙҙы эштәребеҙ менән нисек күрһәтеп була?

15 Әгәр беҙ хәҡиҡәтте яратһаҡ, Изге Яҙманы һәм уны аңларға ярҙам иткән әҙәбиәтте даими өйрәнербеҙ. Ризалашырһығыҙ: нисә генә йыл хәҡиҡәттә булһаҡ та, беҙ үҙебеҙ өсөн яңы нәмәләр белеп торорбоҙ. Был журналдың иң беренсе сығарылышында былай тип әйтелгән ине: «Хәҡиҡәт тормош тип аталған ҡырыҫ ерҙә үҫеп ултырған нескә генә сәскәгә оҡшаш: уны ҡый үләне — ялған бөтөнләй баҫып алған тиерлек. Хәҡиҡәтте табырға теләйһегеҙ икән, көнө-төнө уяу булығыҙ. [...] Хәҡиҡәткә эйә булырға теләйһегеҙ икән — эйелегеҙ ҙә уны алығыҙ. Хәҡиҡәттең бер генә сәскәһен табып тынысланмағыҙ. [...] Йыйығыҙ, бер туҡтауһыҙ эҙләгеҙ». Изге Яҙманы өйрәнеү еңел түгел, әммә емештәре күп фатихалар килтерә.

16. Изге Яҙманы өйрәнгәндә, һеҙ ниндәй ысул ҡулланаһығыҙ? (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:4—6).

16 Ҡайһы берәүҙәр уҡырға һәм тикшереүҙәр үткәрергә яратмай, әммә Йәһүә беҙҙе эҙләргә һәм «эҙләп ҡаҙығандай» ҡаҙырға өндәй. Ул беҙҙең тырыш тикшереүселәр булыуыбыҙҙы һәм хәҡиҡәтте тағы ла яҡшыраҡ аңлауыбыҙҙы теләй. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:4—6-ныb уҡығыҙ.) Шундай тырышлыҡтар бүләкләнә! Шәхси өйрәнеү үткәргәндә, Кори исемле ағай-ҡәрҙәш бер өйрәнгәндә бер аятты ғына тикшерә. Ул былай тип аңлата: «Мин бөтә төшөрмәләрҙе һәм киҫешкән һылтанмаларҙы ҡарайым, шулай уҡ өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрәм. ...Был өйрәнеү ысулы ярҙамында мин күп нәмә белә алам». Ниндәй генә ысул ҡулланһаҡ та, өйрәнгәндә ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө йәлләмәһәк, беҙ хәҡиҡәтте яратҡаныбыҙҙы эштәребеҙ менән күрһәтербеҙ (Зәб. 1:1—3).

17. Хәҡиҡәт буйынса йәшәү нимәне аңлата? (Яҡуб 1:25).

17 Әлбиттә, хәҡиҡәтте өйрәнеү генә әҙ. Ул тулы файҙа килтерһен өсөн уны ҡулланырға, йәғни уның буйынса йәшәргә кәрәк. Шул саҡта ғына ул беҙҙе ысынлап та бәхетле итер. (Яҡуб 1:25-те уҡығыҙ.) Беҙ хәҡиҡәт буйынса йәшәйбеҙме, юҡмы икәнен нисек билдәләргә? Мәҫәлән, нимә беҙҙең яҡшы килеп сыға, ә ниндәй яҡтарҙы үҙгәртергә кәрәк икәнен билдәләр өсөн үҙ-үҙебеҙҙе тикшерергә була. Илсе Павел былай тигән: «Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ» (Флп. 3:16).

18. Ни өсөн хәҡиҡәт юлы менән барыу бик мөһим?

18 Хәҡиҡәт юлынан барыуҙан яҡшыраҡ бер нәмә лә юҡ! Ул беҙҙе бәхетлерәк итә, шулай уҡ Йәһүәне һәм ҡәрҙәштәребеҙҙе ҡыуандырырға мөмкинлек бирә (Ғиб. һүҙ. 27:11; 3 Яхъя 4). Һис шикһеҙ, беҙҙең хәҡиҡәтте яратырға һәм уның буйынса йәшәргә бөтә сәбәптәребеҙ бар!

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Ни өсөн беҙ хәҡиҡәтте яратабыҙ?

  • Хәҡиҡәтте нығыраҡ яратырға беҙгә нимә ярҙам итер?

  • Хәҡиҡәтте яратҡаныбыҙҙы эштәребеҙ менән нисек күрһәтеп була?

144-СЕ ЙЫР Бүләктән күҙеңде алма!

a Йыш ҡына нимәгә ышанғаныбыҙ һәм нисек йәшәгәнебеҙ тураһында әйткәндә, беҙ «хәҡиҡәт» тигән һүҙҙе ҡулланабыҙ. Һәр беребеҙгә — күптән түгел Йәһүә шаһиты булып киткәндәргә лә, ғүмер буйы Йәһүәне белгәндәргә лә — хәҡиҡәтте ни өсөн яратҡаныбыҙ хаҡында уйланыу файҙалы булыр. Был беҙҙең Йәһүәне шатландырырға теләгебеҙҙе тағы ла көсәйтер.

b Ғибрәтле һүҙҙәр 2:4—6: «Быларҙың барыһын көмөш эҙләгәндәй эҙләһәң, йәшерелгән хазинаны эҙләп ҡаҙығандай ҡаҙыһаң, 5 Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәттең нимә икәнен аңларһың һәм Алла тураһында белем табырһың. 6 Сөнки зирәклекте Йәһүә үҙе бирә, белем һәм аңлау биреүсе һүҙҙәр уның ауыҙынан сыға».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу