Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w24 август 20—25 бб.
  • Гонаһ ҡылған мәсихсегә нисек яратыу һәм шәфҡәт күрһәтелә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Гонаһ ҡылған мәсихсегә нисек яратыу һәм шәфҡәт күрһәтелә?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЕТДИ ГОНАҺ ҠЫЛҒАН МӘСИХСЕГӘ АҠҺАҠАЛДАР НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?
  • «БӨТӘҺЕ АЛДЫНДА ШЕЛТӘЛӘ»
  • «ЙӘҺҮӘ НИ ТИКЛЕМ ЙӘЛЛӘҮСӘН ҺӘМ МӘРХӘМӘТЛЕ»
  • Йыйылыштан ситләштерелгән мәсихселәргә нисек ярҙам күрһәтелә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йыйылыш гонаһ ҡылған кешегә Йәһүәнең ҡарашын нисек сағылдыра ала?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йыйылыш нисек ойошторолған?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Ауыр гонаһ ҡылһаң, нимә эшләргә?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
w24 август 20—25 бб.

34-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

107-СЕ ЙЫР Алла яратыуҙа өлгө күрһәтә

Гонаһ ҡылған мәсихсегә нисек яратыу һәм шәфҡәт күрһәтелә?

«Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә [йүнәлтә]» (РИМ. 2:4).

ТӨП ФЕКЕР

Аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған мәсихсегә нисек ярҙам итергә тырыша?

1. Етди гонаһ ҡылған кешенең ниндәй өмөтө бар?

ҮТКӘН мәҡәләнән күреүебеҙсә, Пауыл етди гонаһ ҡылған кеше менән нимә эшләргә кәрәклеге тураһында күрһәтмәләр биргән. Тәүбә итмәгән мәсихсене йыйылыштан ситләштерергә кәрәк булған. Ләкин был мәҡәләнең төп аятында әйтелгәнсә, етди гонаһ ҡылған ҡайһы бер мәсихселәр тәүбәгә килергә мөмкин (Рим. 2:4). Аҡһаҡалдар уларға был яҡтан нисек ярҙам итә ала?

2, 3. Ҡәрҙәштең гонаһ ҡылғанын белеп ҡалһаҡ, нимә эшләргә кәрәк һәм ни өсөн?

2 Әгәр ҡәрҙәшебеҙҙең етди гонаһ ҡылғаны тураһында белһәк, беҙгә нимә эшләргә? Беҙ гонаһ ҡылған кешене аҡһаҡалдарҙан ярҙам һорарға өндәргә тейеш. Шул саҡта улар уға ярҙам итә ала (Ишағ. 1:18; Илс. 20:28; 1 Пет. 5:2).

3 Гонаһ ҡылған мәсихсе аҡһаҡалдар менән һөйләшергә теләмәһә, нимә эшләргә? Ул кәрәкле ярҙам алһын өсөн, беҙ үҙебеҙ был хаҡта аҡһаҡалдарға әйтергә тейеш. Ҡәрҙәшебеҙҙе яратҡанға, беҙ шулай эшләйбеҙ. Ул гонаһ ҡылыуын дауам итһә, Йәһүә менән дуҫлығын юғалтырға һәм йыйылыштың абруйына тап төшөрөргә мөмкин. Шуға Йәһүәне һәм гонаһ ҡылған мәсихсене яратҡанға, беҙ аҡһаҡалдар менән һөйләшербеҙ (Зәб. 26:14 [27:14, ЯДТ]).

ЕТДИ ГОНАҺ ҠЫЛҒАН МӘСИХСЕГӘ АҠҺАҠАЛДАР НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?

4. Етди гонаһ ҡылған мәсихсе менән осрашҡанда аҡһаҡалдар нимә эшләргә тырыша?

4 Йыйылышта кемдер етди гонаһ ҡылһа, аҡһаҡалдар кәңәшмәһе, үҙҙәре араһынан өс аҡһаҡалды һайлап, комитет ойоштораa. Был ҡәрҙәштәр тыйнаҡ һәм баҫалҡы булырға тейеш. Улар гонаһ ҡылған имандашына тәүбәгә килергә ярҙам итергә тырышһа ла, уны үҙгәртә алмағанын аңлай (Ҡан. 30:19). Шулай уҡ аҡһаҡалдар шуны таный: гонаһ ҡылыусыларҙың бөтәһе лә шелтәне Дауыт батша ҡабул иткән кеүек ҡабул итмәй (2 Сам. 12:13). Кемдер Йәһүәнең киҫәтеүен кире ҡаға (Баш. 4:6—8). Шулай ҙа аҡһаҡалдарҙың маҡсаты — гонаһ ҡылыусыны тәүбәгә килтерергә тырышыу. Гонаһ ҡылған мәсихсе менән осрашҡанда, улар нимәне иҫтә тоторға тейеш?

5. Гонаһ ҡылған кеше менән осрашҡанда аҡһаҡалдар нимәне күҙ уңында тота? (2 Тимәтигә 2:24—26). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

5 Аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған кешегә Йәһүәнең юғалған ҡәҙерле һарығына кеүек ҡарай (Лука 15:4, 6). Уның менән осрашҡанда улар ипле һәм йомшаҡ итеп һөйләшә. Шулай уҡ улар был осрашыу һорау биреп, факттарҙы асыҡлар өсөн генә түгел икәнен аңлай. Улар 2 Тимәтигә 2:24—26-ла (уҡығыҙ) яҙылған сифаттарҙы сағылдыра. Аҡһаҡалдар яғымлы, йыуаш һәм игелекле булып ҡына кешенең йөрәгенә тәьҫир итә ала.

Көтөүсе юғалған һарыҡ бәрәсен эҙләй. Һарыҡ бәрәсе аяғын яралаған һәм ҡыуаҡтар араһынан сыға алмай тора.

Аҡһаҡалдар, көтөүселәр кеүек, Йәһүәнең юғалған һарығын ҡайтарыр өсөн, бар көсөн һала. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)


6. Аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған мәсихсе менән осрашыр алдынан үҙ йөрәген нисек әҙерләй ала? (Римдарға 2:4).

6 Аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған кеше менән осрашыр алдынан үҙ йөрәген әҙерләй. Улар Йәһүәнән өлгө алырға тырыша һәм илсе Пауылдың «Алланың яҡшылығы һине тәүбәгә [йүнәлтә]» тигән һүҙҙәрен иҫтә тота. (Римдарға 2:4-те уҡығыҙ.) Аҡһаҡалдар үҙҙәренең Мәсихкә буйһонған көтөүсе булыуҙарын аңларға тейеш (Ишағ. 11:3, 4; Матф. 18:18—20). Гонаһ ҡылған ҡәрҙәш менән осрашыр алдынан комитетта хеҙмәт иткән аҡһаҡалдар Йәһүәгә, уға тәүбәгә килергә ярҙам ит, тип доға ҡыла. Улар, Изге Яҙманы һәм баҫмаларыбыҙҙы өйрәнеп, Йәһүәнән ул кешене аңлар өсөн һәм уға ярҙам итә алыр өсөн зирәклек һорай. Аҡһаҡалдарға гонаһ ҡылған мәсихсенең тормошо тураһында, уның тәртибенә һәм уйҙарына нимә тәьҫир итә алғаны хаҡында белергә кәрәк (Ғиб. һүҙ. 20:5).

7, 8. Аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған мәсихсе менән осрашҡанда нисек Йәһүәнең түҙемлегенән өлгө ала ала?

7 Түҙемле булып ҡалып, аҡһаҡалдар Йәһүәнән өлгө ала. Улар Йәһүәнең боронғо ваҡытта гонаһ ҡылыусылар менән нисек мөғәмәлә иткәнен иҫтә тота. Мәҫәлән, Йәһүә, Ҡабилға ҡарата түҙемлек сағылдырып, гонаһтың һөҙөмтәләре һәм тыңлаусан булыуҙың фатихалары тураһында һөйләгән (Баш. 4:6, 7). Йәһүә Дауытты Натан аша шелтәләгән. Натан Дауыттың йөрәгенә тәьҫир иткән миҫал һөйләгән (2 Сам. 12:1—7). Исраил халҡы Йәһүәне тыңламағанда, ул уларға ҡат-ҡат пәйғәмбәрҙәрен ебәреп торған (Йәр. 7:24, 25). Ул, үҙ халҡына ярҙам итер өсөн, уларҙың тәүбә итеүен көтөп тормаған, ә, киреһенсә, уларҙы тәүбә итергә саҡырған.

8 Аҡһаҡалдар, Йәһүәнән өлгө алып, етди гонаһ ҡылған кешегә ярҙам итә. 2 Тимәтигә 4:2-лә әйтелгәнсә, улар бойоҡҡан имандашын «һәр ваҡыт сабырлыҡ менән» өгөтләй. Гонаһ ҡылған кешене дөрөҫ юлға баҫырға дәртләндерер өсөн, аҡһаҡал үҙен тыныс һәм сабыр итеп тоторға тейеш. Ә инде асыуланһа, гонаһ ҡылған кешенең кәңәште тыңламауы һәм тәүбә итмәүе ихтимал.

9, 10. Аҡһаҡалдар мәсихсегә гонаһҡа нимә килтергәнен күрергә нисек ярҙам итә?

9 Аҡһаҡалдар мәсихсене гонаһҡа нимә килтергәнен асыҡларға тырыша. Ниндәй шарттар арҡаһында мәсихсе рухи яҡтан көсһөҙләнгән? Бәлки, ул шәхси өйрәнеүен даими рәүештә үткәреүҙән туҡтағандыр йә вәғәзгә бик һирәк йөрөгәндер? Уның доғалары өҫтөн-мөҫтөн генә булып киткәндер? Йә ул насар теләктәргә бирелгәндер? Ул кем менән ваҡыт үткәрә һәм ниндәй күңел асыуҙарҙы һайлай? Ундай аралашыу уның йөрәгенә ниндәй йоғонто яһаған? Ул үҙенең ҡарарҙары һәм эштәре менән үҙенең Атаһын Йәһүәне рәнйеткәнен аңлай микән?

10 Аҡһаҡалдар, гонаһ ҡылған мәсихсегә әҙәпле һорауҙар биреп, уның Йәһүә менән дуҫлығын нимә боҙғаны һәм нимә гонаһҡа килтергәне тураһында уйланырға дәртләндерә (Ғиб. һүҙ. 20:5). Шул уҡ ваҡытта улар быны игелекле итеп эшләр һәм кәрәкмәгән нескәлектәрҙе асыҡлап тормаҫ. Натан Дауыт менән һөйләшкәндә миҫал килтергән кеүек, аҡһаҡалдар ҙа мәсихсегә уйланырға һәм насар тәртибенең эҙемтәләрен күрергә ярҙам иткән миҫалдар ҡуллана ала. Ҡайһы саҡта гонаһ ҡылған мәсихсе тәүге осрашыуҙа уҡ ҡылығына үкенергә һәм хатта тәүбәгә килергә мөмкин.

11. Ғайса ниндәй үрнәк ҡалдырған?

11 Аҡһаҡалдар Ғайсаның сифаттарын сағылдырырға тырыша. Терелгән Ғайса Шауылға: «Шауыл! Шауыл! Ни өсөн һин мине эҙәрләйһең?» — тигән һорау биргән. Шулай итеп, Ғайса уға дөрөҫ эш итмәгәнен аңларға ярҙам иткән (Илс. 9:3—6). Ә «Изевел исемле ҡатын» тураһында Ғайса: «Тәүбә ҡылырға тип ваҡыт бирҙем», — тигән (Асыл. 2:20, 21).

12, 13. Аҡһаҡалдарҙың гонаһ ҡылған ҡәрҙәшкә сабырлыҡ күрһәтеүе нимәлә күренер? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

12 Ғайсанан өлгө алып аҡһаҡалдар, гонаһ ҡылған мәсихсе тәүбә итмәҫ, тигән һығымтаға килергә ашыҡмай. Ҡайһы берәүҙәр беренсе осрашыуҙан һуң да тәүбәгә килергә мөмкин. Башҡаларға күберәк ваҡыт кәрәк. Шуға аҡһаҡалдар уның менән бер нисә тапҡыр осрашыр. Бәлки, беренсе осрашыуҙан һуң гонаһ ҡылған мәсихсе уға биргән кәңәштәр өҫтөндә тәрән уйланыр һәм кисереү һорап Йәһүәгә доға ҡылыр (Зәб. 31:5; 37:19 [32:5; 38:18, ЯДТ]). Шулай итеп, киләһе осрашыуҙарҙа уның бөтөнләй башҡа рух сағылдырыуы бар.

13 Гонаһ ҡылыусыға тәүбәгә килергә ярҙам итер өсөн, аҡһаҡалдар уға ҡарата ҡыҙғаныу һәм игелек күрһәтә. Улар тырышлыҡтарын фатихалауын һорап Йәһүәгә доға ҡыла һәм гонаһ ҡылған ҡәрҙәшенең аҡылға килеүенә һәм тәүбә итеүенә өмөтләнә (2 Тим. 2:25, 26).

Фотоһүрәттәрҙә: 1) өс аҡһаҡал ир ҡәрҙәшкә килгән; аҡһаҡалдар уның менән һөйләшә, ә ул ситкә ҡарап ултыра; 2) һуңыраҡ аҡһаҡалдар шул ир ҡәрҙәш менән тағы осраша; был юлы ул аҡһаҡалдарҙың нимә әйткәнен иғтибар менән тыңлай.

Аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған мәсихсегә тәүбәгә килергә ваҡыт бирер өсөн, уның менән бер нисә тапҡыр осрашырға мөмкин. (12-се абзацты ҡарағыҙ.)


14. Гонаһ ҡылыусы тәүбә итһә, кем маҡтауға лайыҡ? Аңлатығыҙ.

14 Гонаһ ҡылған кеше тәүбәгә килһә, был бөтәһенә лә шатлыҡ килтерә! (Лука 15:7, 10). Бының өсөн кем маҡтауға лайыҡ? Аҡһаҡалдармы? Пауылдың гонаһ ҡылыусылар тураһында нимә яҙғанына иғтибар итәйек. Ул: «Алла тарафынан, бәлки, уларға... тәүбә бирелер», — тигән (2 Тим. 2:25). Шулай итеп, мәсихсегә кеше түгел, ә Йәһүә фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә һәм тәүбәгә килергә ярҙам итә. Артабан Пауыл тәүбә итеүҙең яҡшы емештәрен телгә ала: тәүбә итеү гонаһ ҡылған кешегә хәҡиҡәтте яҡшыраҡ аңларға, фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәртергә һәм Шайтандың тоҙаҡтарынан ҡотолорға ярҙам итә (2 Тим. 2:26).

15. Аҡһаҡалдар тәүбә иткән мәсихсегә артабан да нисек ярҙам итә ала?

15 Гонаһ ҡылған кеше тәүбәгә килгәс, комитеттағы аҡһаҡалдар уға рухи ярҙам күрһәтелеүе хаҡында ҡайғыртыр. Был уға Шайтандың тоҙаҡтарына ҡаршы торорға һәм дөрөҫ эш итергә ярҙам итер (Евр. 12:12, 13). Әлбиттә, аҡһаҡалдар бер кемгә лә был мәсихсенең гонаһы тураһында һөйләмәй. Ләкин ҡайһы саҡта йыйылыш нимәнелер белергә тейеш.

«БӨТӘҺЕ АЛДЫНДА ШЕЛТӘЛӘ»

16. 1 Тимәтигә 5:20-лә Пауыл «бөтәһе» тип әйтеп кемде күҙ уңында тотҡан?

16 1 Тимәтигә 5:20-не уҡығыҙ. Пауыл, был һүҙҙәрҙе аҡһаҡал булып хеҙмәт иткән Тимәтигә яҙып, гонаһ ҡылған кеше менән нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан. Пауыл гонаһ ҡылған кешенең бөтә йыйылыш алдында фаш ителергә тейешлеген күҙ уңында тотҡанмы? «Бөтәһе» тип әйтеп Пауыл, күрәһең, уның гонаһы тураһында белгән бер нисә кешене генә күҙ уңында тотҡан. Улар уның гонаһы тураһында беләлер йә ул үҙе уларға был хаҡта һөйләгәндер. Аҡһаҡалдар уларға ғына, был эш хәл ителде һәм мәсихсе шелтә алды, тип әйтәләр.

17. Мәсихсенең етди гонаһ ҡылғаны тураһында йыйылыштағылар инде белһә йә оҙаҡламай белһә, ниндәй хәбәр иғлан ителә һәм ни өсөн?

17 Ҡайһы саҡта мәсихсенең гонаһы тураһында йыйылыштағылар инде белә йә оҙаҡламай белеүе ихтимал. Шул саҡта 1 Тимәтигә 5:20-лә әйтелгән «бөтәһе» тигән һүҙҙе бөтә йыйылышҡа ҡулланып була. Аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған мәсихсенең шелтәләү алғаны тураһында иғлан итә. Ни өсөн? Пауыл әйтеүенсә, «башҡаларҙа ла ҡурҡыу тыуһын өсөн».

18. Балиғ булмаған мәсихсе гонаһ ҡылһа, аҡһаҡалдар был эште нисек хәл итә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

18 Әгәр 18 йәше етмәгән мәсихсе етди гонаһ ҡылһа, ниндәй саралар ҡарала? Аҡһаҡалдар кәңәшмәһе ике аҡһаҡалдың уның менән һәм хәҡиҡәттә булған ата-әсәһеb менән осрашыу ойоштора. Аҡһаҡалдар ата-әсәһенең балаһына тәүбәгә килергә ярҙам итер өсөн ниндәй аҙымдар яһағанын асыҡлай. Әгәр балиғ булмаған гонаһ ҡылыусы ата-әсәһен тыңлаһа һәм тәртибен үҙгәртһә, аҡһаҡалдар, бәлки, комитет ойоштормаҫҡа ҡарар итер. Алла бит үҙе атай-әсәйгә балаларын яратыу менән тәрбиәләргә ҡушҡан (Ҡан. 6:6, 7; Ғиб. һүҙ. 6:20; 22:6; Эфес. 6:2—4). Аҡһаҡалдар артабан да йәш мәсихсенең ата-әсәһенән уның рухи уңыштары тураһында һорашып торор. Ләкин балиғ булмаған гонаһ ҡылыусы тәүбә итергә теләмәһә һәм гонаһ ҡылыуын дауам итһә, нимә эшләргә? Ул саҡта аҡһаҡалдар комитеты уның менән һәм уның ата-әсәһе менән осрашырға ҡарар итер.

Ике аҡһаҡал һыуға сумдырылған балиғ булмаған мәсихсе һәм уның ата-әсәһе менән уларҙың өйҙәрендә осраша. Аҡһаҡалдарҙың береһе Изге Яҙманан аят уҡый.

Балиғ булмаған мәсихсе етди гонаһ ҡылһа, ике аҡһаҡал уның менән һәм уның ата-әсәһе менән осраша. (18-се абзацты ҡарағыҙ.)


«ЙӘҺҮӘ НИ ТИКЛЕМ ЙӘЛЛӘҮСӘН ҺӘМ МӘРХӘМӘТЛЕ»

19. Етди гонаһ ҡылған мәсихсе менән осрашҡанда, аҡһаҡалдар Йәһүәнән нисек өлгө алырға тырыша?

19 Комитеттарҙа хеҙмәт иткән аҡһаҡалдар Йәһүә алдында йыйылыштың таҙалығы өсөн яуаплы (1 Кәр. 5:7). Улар гонаһ ҡылған мәсихсегә тәүбәгә килергә ярҙам итер өсөн, көстәренән килгәндең барыһын эшләй. Шулай итеп аҡһаҡалдар уның үҙгәреүенә һәм уларҙың тырышлыҡтары бушҡа түгел икәненә өмөтләнә. Ни өсөн? Улар «йәлләүсән һәм мәрхәмәтле» Йәһүәнән өлгө алырға теләй (Яҡ. 5:11). Олоғайған илсе Яхъяның ниндәй рух сағылдырғанына иғтибар итегеҙ. Ул былай тип яҙған: «Һөйөклө балаларым, мин быларҙы һеҙ һис ниндәй гонаһ ҡылмаһын өсөн яҙам. Ә инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Атабыҙ янында ярҙамсыбыҙ — тәҡүә Ғайса Мәсих бар» (1 Яхъя 2:1).

20. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

20 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәсихсе тәүбә итмәгән осраҡтар ҙа була. Шулай булһа, ул йыйылыштан ситләштерелергә тейеш. Аҡһаҡалдар бындай етди эштәрҙе нисек хәл итә? Был һорауҙы киләһе мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Римдарға 2:4-тә әйтелгәнсә, аҡһаҡалдар гонаһ ҡылған мәсихсе менән осрашҡанда ниндәй маҡсатҡа өлгәшергә тырыша?

  • 2 Тимәтигә 2:24—26-ла аҡһаҡалдар өсөн ниндәй күрһәтмәләр бар?

  • 1 Тимәтигә 5:20-ләге «бөтәһе алдында шелтәлә» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?

103-СӨ ЙЫР Көтөүселәр — бүләк итеп бирелгән кешеләр

a Элек ир ҡәрҙәштәрҙән торған был төркөм хоҡуҡ комитеты тип аталған. Әммә хөкөм итеү уларҙың эштәренең бер яғы ғына булғанға, беҙ был һүҙбәйләнеште бүтән ҡулланмайбыҙ. Бының урынына, был төркөм аҡһаҡалдар комитеты тип аталыр.

b Ата-әсәләр тураһында әйткәндә, был шулай уҡ опекундарға һәм ата-әсә вазифаларын үтәгән кешеләргә ҡағыла.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу