Һуғыштың ҡот осҡос хәлдәре
Һуғыштан да ҡурҡынысыраҡ нәмә юҡтыр. Бының менән тыныс халыҡ та, хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә ризалашыр.
ХӘРБИ ХЕҘМӘТКӘРҘӘР
«Күҙ алдыңда һәр ваҡыт кемдер һәләк була, ә кемдер зәғиф булып ҡала. Бер секундтан һуң үҙең менән нимә булырын белмәйһең дә» (Гари, Бөйөк Британия).
«Һуғышта арҡамды һәм битемде яраланылар. Мин күп үлем күрҙем, ҡарттарҙың да, балаларҙың да һәләк булғанын күрҙем. Һуғыш мине ҡаты бәғерле кешегә әйләндерҙе» (Уилмар, Колумбия).
«Күҙ алдыңда кешегә пуля эләккәнен күргәндә, уның ыҙаланып ҡысҡырғанын һәм ыңғырашҡанын ишетәһең... ундай ҡот осҡос хәл хәтерҙән бер ваҡытта ла юйылмай» (Зафира, АҠШ).
ТЫНЫС ХАЛЫҠ
«Бүтән бер ҡасан да шатлана алмаҫмын һымаҡ тойолдо. Үҙ тормошом өсөн ҡурҡыныс булды, әммә туғандарымдың һәм дуҫтарымдың ғүмере өсөн миңә бигерәк тә ҡурҡыныс ине» (Александра, Украина).
«Төнгө икенән алып киске ун бергә тиклем беҙ ризыҡ алыр өсөн сиратта баҫып торҙоҡ. Теләһә ҡайһы ваҡытта һиңә яңылыш пуля килеп тейеүе бар ине. Беҙгә ни тиклем ҡурҡыныс булғанын һүҙ менән генә әйтеп булмай» (Далер, Тажикстан).
«Һуғыш арҡаһында етем булып ҡалдым. Мине йыуатырлыҡ берәү ҙә юҡ ине, миндә бер кемдең дә ҡайғыһы юҡ ине» (Мари, Руанда).
Был кешеләрҙең тормошонда һуғыш ҡурҡыныс эҙ ҡалдырған, әммә улар йән тыныслығына эйә була алған. Улай ғына ла түгел, улар һуғыштарҙың һәм аяуһыҙлыҡтың тиҙҙән юҡ ителәсәгенә бер ҙә шикләнмәй. Бының нисек тормошҡа ашасағы хаҡында Изге Яҙмала әйтелә.