11-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
57-СЕ ЙЫР Һәр төрлө кешегә вәғәзләйбеҙ
Ғайсанан өлгө алып, вәғәздә янып тороғоҙ
«Хужабыҙ Ғайса... уларҙы үҙе барырға йыйынған ҡалаларға һәм ауылдарға үҙенең алдынан икешәрләп ебәрҙе» (ЛУКА 10:1).
ТӨП ФЕКЕР
Ғайсаға хеҙмәттә янып торорға нимә ярҙам иткән һәм беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ?
1. Йәһүә хеҙмәтселәре башҡаларҙан нимә менән айырылып тора?
ЙӘҺҮӘ хеҙмәтселәре башҡа дини кешеләрҙән нимә менән айырылып тора? Һөйөнөслө хәбәрҙе башҡаларға һөйләргә ҡайнар теләге һәм был эштә ашҡынып тороуы менән (Тит. 2:14). Ләкин ҡайһы саҡта вәғәзгә бөтөнләй сыҡҡы килмәй. Моғайын, һеҙ ҙә бер эшсән аҡһаҡалдың һүҙҙәре менән ризалашырһығыҙ. Ул былай ти: «Ҡайһы саҡта мин үҙемде елкәмдән һөйрәп вәғәзгә алып барам».
2. Ни өсөн ҡайһы саҡта вәғәзләү теләге һүрелергә мөмкин?
2 Бәлки, беҙгә, вәғәзгә ҡарағанда, хеҙмәттең башҡа төрҙәрендә ҡатнашыуы күберәк оҡшайҙыр. Ни өсөн? Сөнки унда башҡарған эшебеҙҙең һөҙөмтәһен шунда уҡ күреп була. Мәҫәлән, Батшалыҡ залы төҙөгәндә һәм уны хеҙмәтләндергәндә, тәбиғәт афәтенән зыян күргәндәргә ярҙам иткәндә йәиһә ҡәрҙәштәргә башҡаса нисектер булышлыҡ иткәндә беҙ үҙебеҙҙе мөһим эш башҡарғандай тоябыҙ. Беҙгә имандаштарыбыҙ менән берҙәмлектә хеҙмәттәшлек итеү һәм уларҙың тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләгәндәрен күреү бик оҡшай. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең бер территорияла күп йылдар хеҙмәт итеүебеҙ һәм Изге Яҙма менән ҡыҙыҡһынғандарҙы бик һирәк осратыуыбыҙ бар. Ә ҡайһы бер кешеләр хатта ҡаршы төшә. Эйе, ахыр яҡынлашҡан һайын, кешеләр һөйөнөслө хәбәргә тағы ла вайымһыҙыраҡ булыр (Матф. 10:22). Улайһа, беҙгә хеҙмәттә һүрелмәҫкә, ә вәғәзләү теләген көсәйтеп ебәрергә нимә ярҙам итер?
3. Лука 13:6—9-ҙа яҙылған хикәйәнән Ғайса тураһында нимә белеп була?
3 Ғайса хеҙмәттә ашҡынып ҡатнашҡан һәм шулай итеп беҙгә иҫ киткес өлгө ҡалдырған. Уның ашҡыныуы һүрелмәгән, киреһенсә, көндән-көн арта барған. (Лука 13:6—9-ҙы уҡығыҙ.) Бер ғибрәтле хикәйәлә Ғайса үҙен йөҙөм үҫтереүсе менән сағыштырған. Йөҙөм үҫтереүсе өс йыл буйы инжир ағасы хаҡында ҡайғыртҡан, ләкин емешен күрмәгән. Ғайса ла өс йыл тирәһе йәһүдтәргә вәғәзләгән, ләкин уларҙың күбеһе уның шәкерте булып китмәгән. Йөҙөм үҫтереүсе ағасҡа ҡул һелтәмәгән. Шуның шикелле, Ғайса ла кешеләрҙе өмөтһөҙ тип һанамаған һәм уларҙы өйрәтеүен дауам иткән. Хеҙмәтенең һуңғы айҙарында ул йәһүдтәргә тағы ла ашҡыныбыраҡ вәғәзләргә тырышҡан.
4. Ғайсаға вәғәзләргә нимә ярҙам иткән?
4 Был мәҡәләнән Ғайсаға айырыуса тормошоноң һуңғы ярты йылында тырыш вәғәзсе булып ҡалырға нимә ярҙам иткәнен белербеҙ. («Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат.) Лука 10:1-ҙе, «шунан һуң» тигән һүҙҙәргә комментарийҙы ҡарағыҙ.) Уның нәсихәттәрен тыңлап һәм уның кеүек эш итеп, беҙ ҙә хеҙмәттә янып торорбоҙ. Әйҙәгеҙ, Ғайсаға вәғәзләргә ярҙам иткән дүрт яҡҡа иғтибар итәйек: 1) Йәһүәнең ихтыярын үтәү уның өсөн иң мөһим булған; 2) ул Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр буйынса йәшәгән; 3) ул Йәһүәнең ярҙамына таянған; 4) кем дә булһа һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән.
ЙӘҺҮӘНЕҢ ИХТЫЯРЫН ҮТӘҮ ҒАЙСА ӨСӨН БИК МӨҺИМ БУЛҒАН
5. Йәһүәнең ихтыярын үтәү Ғайса өсөн иң мөһиме булғаны нимәнән күренә?
5 Ғайса «Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе» ашҡынып вәғәзләгән. Ул тап шуның өсөн ебәрелгәнен белгән (Лука 4:43). Хеҙмәт Ғайсаның тормошонда беренсе урында булған. Хатта ғүмеренең һуңғы айҙарында ла ул «ҡалалар һәм ауылдар аша үтеп, кешеләрҙе өйрәткән» (Лука 13:22). Шулай уҡ ул үҙе менән бергә вәғәзләһен өсөн яңы шәкерттәр әҙерләгән (Лука 10:1).
6. Йәһүә ойошмаһында иң мөһим йөкләмә ниндәй? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
6 Бөгөн һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүҙән мөһимерәк эш юҡ. Йәһүә һәм уның Улы беҙҙең тап был эште башҡарыуыбыҙҙы теләй (Матф. 24:14; 28:19, 20). Йәһүә ойошмаһында башҡарылған бөтә йөкләмәләр туранан-тура вәғәз эше менән бәйле. Мәҫәлән, беҙ Батшалыҡ залдарын төҙөйбөҙ һәм унда беҙҙең менән Йәһүәгә табынырға теләгән кешеләрҙе саҡырабыҙ. Вефилдә башҡарылған бөтә эш вәғәз менән бәйле. Тәбиғәт афәтенән зыян күргәндәргә матди яҡтан ғына түгел, шулай уҡ рухи эштәр тәртибен яйға һалырға һәм вәғәзләй башларға ярҙам итәбеҙ. Йәһүә һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеү иң мөһим эш тип һанай. Әгәр быны иҫтә тотһаҡ, мөмкин тиклем йышыраҡ вәғәзләрбеҙ. Венгрияла хеҙмәт иткән Я́нош исемле аҡһаҡал былай ти: «Йәһүә беҙгә күп төрлө йөкләмәләр бирә, әммә уларҙың иң мөһиме вәғәз эше икәнен мин һәр ваҡыт иҫемә төшөрөп торам. Уны бер нәмә лә алмаштыра алмай».
Бөгөн һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүҙән дә мөһимерәк эш юҡ. Йәһүә менән Ғайса тап шул эштә ҡатнашыуыбыҙҙы теләй. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)
7. Ни өсөн Йәһүә беҙҙең артабан да вәғәзләүебеҙҙе теләй? (1 Тимәтигә 2:3, 4).
7 Ашҡынып хеҙмәт итергә беҙгә нимә ярҙам итер? Һәр кешегә Йәһүә кеүек ҡарарға кәрәк. Ул мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеүен һәм уны ҡабул итеүен теләй. (1 Тимәтигә 2:3, 4-те уҡығыҙ.) Йәһүә беҙҙе оҫта вәғәзсе булырға өйрәтә, сөнки беҙ таратҡан хәбәр кеше ғүмерен ҡотҡара. Кешенең Изге Яҙманы өйрәнергә һәм Мәсихтең шәкерте булып китергә теләге булһын өсөн, беҙгә улар менән ипле генә итеп һөйләшеүҙәр алып барырға кәрәк. Был йәһәттән беҙгә «Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ» тигән брошюра ярҙам итер. Кешеләр Йәһүәгә бөгөн хеҙмәт итә башламаһа ла, моғайын, бөйөк афәттең аҙағына тиклем һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итеп өлгөрөр. Киләсәктә улар беҙҙән ишеткәндәрен иҫтәренә төшөрә алыр, ләкин бының өсөн беҙгә вәғәзләүебеҙҙе дауам итергә кәрәк.
УЛ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘР БУЙЫНСА ЙӘШӘГӘН
8. Ниндәй пәйғәмбәрлектәр Ғайсаға ваҡытын аҡыллы ҡулланырға ярҙам иткән?
8 Ғайса Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең нисек үтәләсәген аңлаған. Ул ерҙә өс йыл ярым ғына хеҙмәт итәсәген белгән (Дан. 9:26, 27). Шулай уҡ ул күп ғазаптар кисерәсәген һәм нисек үләсәген дә белгән (Лука 18:31—34). Үҙе тураһында нимә пәйғәмбәрлек ителгәнен иҫтә тотоп, Ғайса ваҡытын аҡыллы ҡулланған һәм үҙенә тапшырылған йөкләмәне аҙағына тиклем башҡарыр өсөн ашҡынып вәғәзләгән.
9. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлау нисек беҙгә ашҡынып вәғәзләргә ярҙам итә?
9 Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлау беҙгә лә ашҡынып вәғәзләргә ярҙам итер. Пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүе тураһында уйланғанда беҙ был донъяның ахыры яҡын икәнен аңлайбыҙ. Изге Яҙмала һуңғы көндәрҙә кешеләрҙең ниндәй буласағы һәм донъя сәхнәһендә ниндәй ваҡиғалар буласағы теүәл яҙылған. Бөгөн Англия-Америка державаһы Рәсәй һәм уның союздаштары менән бер туҡтауһыҙ көрәшә. Был көрәшеү Данил пәйғәмбәр яҙған «ахыр заманалар» ваҡытында көньяҡ батша менән төньяҡ батшаның араһындағы тартышыуҙың үтәлеше булып тора (Дан. 11:40). Шулай уҡ Данил 2:43—45-тә һүрәтләнгән ҙур һындың табандары Англия-Америка державаһы икәнен беҙ аңлайбыҙ. Эйе, тиҙҙән, бик тиҙҙән Алла Батшалығы кешелек хөкүмәттәрен юҡ итәсәк. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр беҙҙең ниндәй ваҡытта йәшәгәнебеҙҙе асыҡлай. Быны аңлау беҙҙе һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләргә дәртләндерә.
10. Изге Яҙмалағы тағы ниндәй пәйғәмбәрлектәр ашҡыныуыбыҙҙы дөрләтеп ебәрә?
10 Изге Яҙмала шулай уҡ иҫ киткес киләсәк тураһында ла пәйғәмбәрлектәр бар. Беҙ улар тураһында башҡаларға һөйләргә бик теләйбеҙ. Доминикан Республикаһында йәшәгән Кэ́рри ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Йәһүә беҙҙең өсөн иҫ китерлек киләсәк әҙерләгән. Бөтәһенең дә был хаҡта белеүен теләйем!» Ул былай тип дауам итә: «Кешеләр бөгөн интегеп йәшәй. Был вәғәҙәләргә мин генә түгел, улар ҙа бик мохтаж». Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр беҙгә төрлө кешеләргә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләргә ярҙам итә. Был Йәһүәнең эше икәнен беләбеҙ бит. Венгриянан Ле́йла былай тип бүлешә: «Ҡай саҡ кеше мине тыңламаҫ кеүек тойола. Ләкин мин кеше өсөн ҡарарҙар ҡабул итмәҫкә тырышам. Ишағыя 11:6—9-ҙағы һүҙҙәр шуны иҫемә төшөрә: Йәһүәнең ярҙамы менән һәр кем үҙгәрә ала». Замбиянан Кри́стофер былай ти: «Марк 13:10-да һөйөнөслө хәбәр бөтә халыҡтарға, бөтә донъяла вәғәзләнер, тип пәйғәмбәрлек ителгән. Был пәйғәмбәрлектең үтәлеүендә ҡатнашыу — минең өсөн ҙур хөрмәт». Изге Яҙмалағы ниндәй пәйғәмбәрлектәр һеҙҙе вәғәзләргә дәртләндерә?
УЛ ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРҘАМЫНА ТАЯНҒАН
11. Ни өсөн Ғайсаға, ашҡынып хеҙмәт итер өсөн, Йәһүәгә таянырға кәрәк булған? (Лука 12:49, 53).
11 Ғайса Атаһының уға ашҡынып хеҙмәт итергә ярҙам итәсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Ғайса һәр ваҡытта ла әҙәпле һәм ихтирамлы булһа ла, һөйөнөслө хәбәрҙең ҡайһы берәүҙәрҙең асыуын сығарыуын, ә кемдеңдер хәбәрҙе туҡтатырға тырышыуын белгән. (Лука 12:49, 53-тө уҡығыҙ.) Дини етәкселәр Ғайсаның һөйләүҙәрен нәфрәт иткән, шуға күрә уны үлтерергә күп тапҡыр маташҡан (Яхъя 8:59; 10:31, 39). Ләкин Ғайса Йәһүәнең уның менән булыуын аңлаған һәм вәғәзләүен дауам иткән. Ул былай тигән: «Мин бер үҙем түгел, минең менән мине ебәргән Атам. […] Ул мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки мин һәр ваҡыт ул хуплағанды эшләйем» (Яхъя 8:16, 29).
12. Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан шәкерттәре артабан да вәғәзләй алһын өсөн, Ғайса уларҙы нисек әҙерләгән?
12 Ғайса үҙенең шәкерттәренә, һеҙ Йәһүәнең ярҙамына таяна алаһығыҙ һәм эҙәрләүҙәр башланһа, Йәһүә һеҙҙе ҡалдырмаҫ, тип ҡат-ҡат әйткән (Матф. 10:18—20; Лука 12:11, 12). Шул уҡ ваҡытта ул уларҙы һаҡ булырға өндәгән (Матф. 10:16; Лука 10:3). Әгәр кеше һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларға теләмәй икән, уны мәжбүр итергә кәрәкмәй, тип өйрәткән ул (Лука 10:10, 11). Шулай уҡ ул уларға, эҙәрләүҙәр башланһа, ҡасығыҙ, тигән (Матф. 10:23). Ғайса ашҡынып вәғәзләһә лә һәм Йәһүәнең ярҙам итәсәгенә ышанһа ла, мөмкин булғанда ҡурҡыныстарҙы ситләп үткән (Яхъя 11:53, 54).
13. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең беҙгә вәғәзләргә ярҙам итәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ?
13 Бөгөн беҙ йыш ҡына ҡаршылыҡтар менән осрашабыҙ (Асыл. 12:17). Шуға күрә вәғәзләүебеҙҙе дауам итер өсөн, беҙгә Йәһүәнең ярҙамы бик кәрәк. Йәһүәнең беҙҙе нығытасағын ҡайҙан беләбеҙ? Яхъя китабының 17-се бүлегендә Ғайсаның доғаһы яҙылған. Ғайса Йәһүәнән илселәрен һаҡлап тороуы тураһында һораған. Йәһүә уның үтенесенә яуап биргән. Илселәр китабында Алланың мәсихселәргә ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан ашҡынып вәғәзләргә ярҙам итеүенә күп дәлилдәр килтерелә. Үҙ доғаһында Ғайса Йәһүәнән илселәрен генә түгел, ә уларҙың һүҙҙәренә ышанғандарҙы ла һаҡлауын һораған. Тимәк, ул һинең турала ла әйткән. Йәһүә һаман да Ғайсаның был доғаһына яуап биреүен дауам итә. Ул, илселәргә ярҙам иткән кеүек, һиңә лә ярҙам итәсәк (Яхъя 17:11, 15, 20).
14. Бер ниндәй ҙә ауырлыҡ ашҡыныуыбыҙҙы һүрелтә алмаясағына ни өсөн ышана алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
14 Ахыр яҡынлашҡан һайын, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү, моғайын, тағы ла ауырыраҡ булыр. Ләкин беҙгә кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк (Лука 21:12—15). Ғайса һәм беренсе быуаттағы шәкерттәр кеүек, беҙ шуны аңлайбыҙ: беҙҙе тыңларғамы-юҡмы икәнен кешеләр үҙҙәре хәл итә. Беҙ бер кем менән дә бәхәсләшмәйбеҙ. Ҡайһы бер илдәрҙә ҡәрҙәштәр асыҡ вәғәзләй алмай. Шулай ҙа улар вәғәзләүен дауам итә, сөнки үҙ көсөнә түгел, ә Йәһүәнең көсөнә таяна. Алла беренсе быуаттағы хеҙмәтселәрен нығытҡан. Ул беҙҙе лә нығытасаҡ, һәм беҙ үҙебеҙгә тапшырылған йөкләмәне тулыһынса башҡара алырбыҙ (2 Тим. 4:17). Бер ҙә шикләнмәгеҙ, Йәһүәгә таянһаҡ, ашҡыныуыбыҙҙы бер нәмә лә һүрелтә алмаҫ.
Ҡайһы бер илдәрҙә ҡәрҙәштәр асыҡ вәғәзләй алмай. Шулай ҙа һөйөнөслө хәбәр менән бүлешер өсөн мөмкинлектәр таба. (14-се абзацты ҡарағыҙ.)a
УЛ КЕМДЕҢ ДӘ БУЛҺА ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘРҘЕ ҠАБУЛ ИТЕҮЕНӘ ЫШАНҒАН
15. Ғайсаның үҙ хеҙмәтенә ыңғай ҡараш һаҡлауы нимәнән күренә?
15 Ғайса хеҙмәтенә ыңғай ҡараш һаҡлаған. Был уға хеҙмәтен яйлатмаҫҡа һәм ашҡынып вәғәзләргә ярҙам иткән. Мәҫәлән, б. э. 30 йылының аҙағында нимә булғанына иғтибар итәйек. Ғайса күп кешеләрҙең уны рәхәтләнеп тыңлағандарын күргән һәм уларҙы ураҡҡа өлгөргән баҫыуҙар менән сағыштырған (Яхъя 4:35). Бер йыл тирәһе үткәс, ул шәкерттәренә: «Ура торған ашлыҡ күп», — тигән (Матф. 9:37, 38). Ә һуңыраҡ ул: «Ура торған ашлыҡ күп», — тип тағы бер тапҡыр әйткән һәм: «Ашлыҡ Хужаһынан, ураҡҡа күберәк эшселәр ебәрсе, тип һорағыҙ», — тип өҫтәгән (Лука 10:2). Ғайса һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларға теләгән кешеләр табыласағына һәр ваҡытта ла ышанған һәм ундай кешеләр табылғас, бик шатланған (Лука 10:21).
16. Ғайса һөйләгән ғибрәтле хикәйәләр беҙгә вәғәзгә ыңғай ҡараш һаҡларға нисек ярҙам итә? (Лука 13:18—21). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
16 Ғайса шәкерттәренә хеҙмәткә ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам иткән. Уның һүҙҙәре буйынса, улар алып барған эш иҫ киткес уңыштар килтерергә тейеш булған. Миҫал өсөн ул һөйләгән ике ғибрәтле хикәйәне ҡарап сығайыҡ. (Лука 13:18—21-ҙе уҡығыҙ.) Бер хикәйәлә Ғайса Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе бәләкәй горчица орлоғо менән сағыштырған. Һуңынан был орлоҡ үҫеп етеп ҙур ағасҡа әйләнгән. Тимәк, Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе күптәр ҡабул итәсәк, һәм был үҫеште бер кем дә, бер нәмә лә туҡтата алмаясаҡ. Икенсе хикәйәлә Ғайса әсетке тураһында һөйләгән. Был һөйөнөслө хәбәрҙең бөтә донъяға таралыуын аңлатҡан. Һөйөнөслө хәбәр кешеләрҙе тормоштарында үҙгәрештәр яһарға дәртләндерер, әммә был үҙгәрештәр башҡаларға шунда уҡ күренмәҫ. Шулай итеп Ғайса шәкерттәрен улар вәғәзләгән хәбәрҙең күп кешеләргә файҙа килтерәсәгенә ышандырған.
Ғайса кеүек, беҙ ҙә хеҙмәткә ыңғай ҡараш һаҡлайбыҙ. Кемдең дә булһа һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итәсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)
17. Хеҙмәтебеҙгә ыңғай ҡараш һаҡларға беҙгә тағы нимә ярҙам итә?
17 Хеҙмәтебеҙҙең иҫ киткес уңыштарын күргәндә, беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе тағы ла ашҡыныбыраҡ вәғәзләргә теләйбеҙ. Йыл һайын миллионлаған кеше Изге Яҙманы өйрәнә башлай һәм Кисәгә килә. Йөҙәрләгән мең кеше һыуға сумдырыла һәм беҙҙең менән вәғәз эшенә ҡушыла. Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе тағы күпме кеше ҡабул итәсәген беҙ белмәйбеҙ. Әммә Йәһүә бөйөк афәттә ҡотҡарасаҡ бихисап күп халыҡтың йыйыласағын беләбеҙ (Асыл. 7:9, 14). Йәһүә — ул ашлыҡ Хужаһы. Ул баҫыуҙарҙа әле эш күп икәнен күрә, шуға беҙ вәғәзләүебеҙҙе дауам итербеҙ.
18. Беҙҙең Мәсих шәкерттәре булыуыбыҙҙы нимә дәлилләй?
18 Мәсихтең шәкерттәре һәр ваҡытта ла вәғәзләргә ашҡынып тороуы менән айырылып торған. Кешеләр, илселәрҙең ҡыйыулығын күреп, «уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен таныған» (Илс. 4:13). Беҙ ҙә Остазыбыҙ Ғайса Мәсих кеүек ҡыйыу һәм тырыш вәғәзселәр булырға теләйбеҙ.
58-СЕ ЙЫР Именлеккә лайыҡтарҙы эҙләйбеҙ
a ФОТОҺҮРӘТТӘ. Ир ҡәрҙәшебеҙ заправкала һаҡ һәм ипле генә бер йәш егеткә вәғәзләй.