15-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым
Аллаға яҡынлашыу беҙҙең өсөн бәхет!
«Минең өсөн Аллаға яҡын булыу — бәхет» (ЗӘБ. 72:28).
ТӨП ФЕКЕР
Беҙ Йәһүәгә нисек яҡынлаша алабыҙ һәм уның менән дуҫлығыбыҙ тормошобоҙҙо нисек яҡшырта?
1, 2. а) Кем менәндер дуҫлыҡ үҫтерер өсөн нимә эшләргә кәрәк? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
ҮҘЕҢДЕҢ яҡын дуҫың тураһында уйлан. Һеҙ уның менән нисек дуҫ булып киттегеҙ? Бергә күп ваҡыт үткәреү, аралашыу һәм уның ауырлыҡтары, шулай уҡ уға нимә оҡшай, нимә оҡшамай икәне тураһында белеү һеҙҙе яҡынайтҡандыр. Моғайын, һин уның яҡшы сифаттарына иғтибар итеп, үҙеңдә лә шундай сифаттар үҫтерергә теләгәнһеңдер. Шулай итеп һин яҡын дуҫыңды яратып киттең.
2 Һәр дуҫлыҡ ваҡыт һәм көс талап итә. Йәһүә менән дуҫлыҡ тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Әгәр беҙ уға яҡынлашырға теләйбеҙ икән, уның менән ваҡыт үткәрергә һәм уның тураһында күберәк белергә кәрәк. Был мәҡәләлә беҙ Аллаға нисек яҡынлашып булғаны хаҡында һәм был дуҫлыҡ беҙгә ниндәй фатихалар килтергәне тураһында белербеҙ.
3. Йәһүә менән дуҫлыҡ ниндәй файҙа килтергәне тураһында уйланыу ни өсөн мөһим? Миҫал килтерегеҙ.
3 Йәһүә менән дуҫлыҡ ниндәй файҙа килтергәне тураһында уйланыу мөһим (Зәб. 62:7—9). Миҫал килтерәйек. Бөтә кешеләр ҙә дөрөҫ туҡланыу, даими физик күнегеүҙәр яһау, етерлек йоҡлау, көн һайын һыу эсеү файҙа килтергәнен белә. Шулай ҙа күптәр был хаҡта уйламай һәм үҙ һаулығын ҡайғыртмай. Әммә яҡшы ғәҙәттәрҙең файҙаһы тураһында уйланыу улар буйынса йәшәргә теләк тыуҙыра. Шуның шикелле, Йәһүә менән дуҫ булыу яҡшы икәнен белеү генә әҙ, беҙгә шулай уҡ был ниндәй файҙа килтергәне тураһында ла даими уйланырға кәрәк. Шул саҡта уға тағы ла яҡыныраҡ булып китергә тырышырбыҙ (Зәб. 118:27—30).
4. Зәбур 72:28-ҙә ниндәй хистәр тураһында яҙылған?
4 Зәбур 72:28-ҙе уҡығыҙ. 72-се мәҙхиәне яҙған левит Йәһүәнең ғибәҙәтханаһында музыкант булып хеҙмәт иткән. Күрәһең, ул Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт иткән. Ләкин хатта уға ла «Аллаға яҡын булыу» бәхетле итә икәнен иҫтә тоторға кәрәк булған. Ул башҡаларҙың да был хаҡта белеүен теләгән. Аллаға яҡынлашыу ниндәй фатихалар килтерә?
АЛЛА МЕНӘН ДУҪЛЫҠ БЕҘҘЕ БӘХЕТЛЕ ИТӘ
5. а) Ни өсөн Йәһүәгә яҡыныраҡ булған һайын, беҙ бәхетлерәк? б) Ғибрәтле һүҙҙәр 2:6—16-ла яҙылған аҡыллы кәңәштәрҙең шәхсән һеҙгә файҙалы булғанына миҫал килтерегеҙ.
5 Йәһүәгә яҡыныраҡ булған һайын, беҙ бәхетлерәк (Зәб. 64:5). Ни өсөн шулай? Мәҫәлән, Изге Яҙма аша ул зирәклеге менән бүлешә. Әгәр беҙ уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалһаҡ, үҙебеҙ ҙә зирәк булып китәбеҙ. Был беҙҙе ҡурҡыныстарҙан һәм етди хаталарҙан яҡлай. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:6—16-ны уҡығыҙ.) Бына ни өсөн Изге Яҙмала: «Аҡыл туплап, зирәклеккә ирешкән — бына кем ул бәхетле кеше!» — тип әйтелә (Ғиб. һүҙ. 3:13).
6. Ни өсөн мәҙхиә йырлаусы шатлығын юғалтҡан?
6 Әлбиттә, Йәһүәнең дуҫтары ла ҡайһы саҡта бойоға. 72-се мәҙхиәне яҙыусы кире уйҙарға бирелгәс, шатлығын юғалтҡан. Ул насар кешеләрҙән көнләшә башлаған һәм уларҙың, Алла тураһында уйламаһалар ҙа, рәхәтләнеп йәшәүҙәрен күреп асыуланған. Яуыз һәм ғорур кешеләргә бөтә нәмә еңел бирелә, улар бай, бер ҙә ауырымай һәм ғазапланмай кеүек күренгән уға (Зәб. 72:3—7, 12). Шундай ғәҙелһеҙлекте күреп, мәҙхиә йырлаусының рухы ҡаҡшаған, ул, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙең мәғәнәһе юҡ, тип уйлай башлаған. Үҙенең әсе хистәрен ул: «Йөрәгемде бушҡа ғына пак тотаммы, ғәйепһеҙлегем билдәһе итеп ҡулымды юҡҡа ғына йыуаммы?» — тигән һүҙҙәр менән белдергән (Зәб. 72:13).
7. Борсоулы хистәрҙән нисек арынырға? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
7 Мәҙхиә йырлаусыға бик күңелһеҙ булһа ла, ул был ауыр хәлдән ҡотолор өсөн көс һалған. Ул «Алланың Изге торлағына» ингән. Унда Йәһүә уға ысынбарлыҡты күрергә ярҙам иткән (Зәб. 72:17—19). Беҙгә ҡыйын һәм күңелһеҙ булғанда, иң яҡшы Дуҫыбыҙ Йәһүә был хаҡта белә. Беҙ уға, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һорап, доға ҡыла алабыҙ. Изге Яҙмалағы фекерҙәр, шулай уҡ ҡәрҙәштәребеҙҙең игелекле һүҙҙәре, бойоғоуға ҡарамаҫтан, Йәһүәгә артабан да хеҙмәт итергә көс өҫтәр. Хатта борсоулы уйҙар беҙҙе интектерһә лә, Йәһүә беҙҙе йыуатасаҡ һәм тынысландырасаҡ (Зәб. 93:19)a.
72-се мәҙхиәне яҙған левит «Алланың Изге торлағында» тора. (7-се абзацты ҡарағыҙ.)
АЛЛА МЕНӘН ДУҪЛЫҠ ӨМӨТ БИРӘ ҺӘМ ТОРМОШОБОҘҘО МӘҒӘНӘЛЕ ИТӘ
8. Ни өсөн Аллаға яҡын булыу беҙҙе бәхетле итә?
8 Ни өсөн Аллаға яҡын булыу беҙҙе бәхетле итә? Беренсенән, Йәһүә менән дуҫлыҡ тормошобоҙҙо мәғәнәле итә. Икенсенән, ул беҙгә киләсәккә ныҡлы өмөт бирә (Йәр. 29:11). Әйҙәгеҙ, был хаҡта һөйләшәйек.
9. Ни өсөн Йәһүә менән дуҫлыҡ тормошобоҙҙо мәғәнәле итә?
9 Йәһүә менән дуҫлыҡ тормошобоҙҙо мәғәнәле итә. Бөгөн күптәр Аллаға ышанмай. Улар ни өсөн йәшәгәнен белмәй һәм киләсәктә кешелек юҡҡа сыға тип уйлай. Ләкин Изге Яҙманы өйрәнеп, беҙ «Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләр Унан әжер аласағына» инандыҡ (Евр. 11:6). Бынан тыш, беҙ Аллаға табыныуға мохтаж, сөнки ул беҙҙе шулай итеп бар иткән. Шуға күрә күктәге Атабыҙға табыныу беҙҙе бәхетле итә (Ҡан. 10:12, 13).
10. Зәбур 36:29-ҙа әйтелгәнсә, Йәһүәгә өмөтләнгән кешеләрҙе ниндәй киләсәк көтә?
10 Күптәрҙең киләсәккә ысын өмөтө юҡ. Уларҙың тормошо тик эшкә йөрөүгә, бала үҫтереүгә һәм пенсияға аҡса йыйыуға тупланған. Киләсәкте планлаштырғанда улар Алла тураһында уйламай. Беҙ иһә бөтә өмөттәребеҙҙе Аллаға бағлайбыҙ (Зәб. 24:3—5; 1 Тим. 6:17). Беҙ Аллабыҙ һәм Дуҫыбыҙ Йәһүәгә ышанабыҙ. Уның беҙгә вәғәҙә иткәндең барыһын да тормошҡа ашырасағын беләбеҙ. Киләсәктә ул беҙгә ифрат күп бүләктәр бирер. Беҙ ожмахта Йәһүәгә мәңге хеҙмәт итә алыуыбыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. (Зәбур 36:29-ҙы уҡығыҙ.)
11. Йәһүәгә яҡынлашыу һеҙгә нисек тәьҫир итә һәм ул нимә тоя?
11 Аллаға яҡын булыу бәхетле итә икәненә тағы күп сәбәптәр бар. Мәҫәлән, тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе кисерергә вәғәҙә итә (Ишағ. 1:18). Һөҙөмтәлә беҙ выждан ғазабынан арына алабыҙ (Зәб. 31:1—5). Йәһүәгә яҡынлашҡанда беҙ уның йөрәген һөйөндөрәбеҙ, һәм был беҙҙе бәхетле итә (Ғиб. һүҙ. 23:15). Әлбиттә, Алла менән дуҫлыҡ беҙгә башҡа күп фатихалар килтерә. Әммә Аллаға тағы ла яҡыныраҡ булыр өсөн, нимә эшләп була?
ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ДУҪЛЫҒЫБЫҘҘЫ НЫҒЫТЫРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?
12. Аллаға яҡыныраҡ булып китер өсөн, һеҙ ниндәй аҙымдар яһанығыҙ?
12 Алланың дуҫы булып китер өсөн, һеҙ һыуға сумдырылыр алдынан күп аҙымдар яһанығыҙ. Һеҙ Йәһүә һәм Ғайса тураһында хәҡиҡәтте белдегеҙ. Элек ҡылған гонаһтарҙан тәүбә иттегеҙ. Аллаға көслө иман үҫтерҙегеҙ һәм уның ихтыяры буйынса йәшәй башланығыҙ. Әммә Йәһүәгә тағы ла яҡыныраҡ булып китер өсөн, артабан да шулай эшләргә кәрәк (Кол. 2:6).
13. Ниндәй өс кәңәш Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға ярҙам итер?
13 Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға нимә ярҙам итер? 1) Изге Яҙманы көн һайын уҡыу һәм уны өйрәнеү бик мөһим. Шул уҡ ваҡытта беҙ, Алла тураһында белем алыуҙан тыш, уның беҙгә ҡарата ихтыяры нимәлә икәнен аңларға һәм Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәргә теләйбеҙ (Эфес. 5:15—17). 2) Алланың шәхсән беҙгә ҡарата мөхәббәтен күрһәткән дәлилдәр өҫтөндә уйланып, иманыбыҙҙы нығытырға кәрәк. 3) Беҙ Йәһүәне күңелһеҙләндергән нәмәләрҙе нәфрәт итергә һәм яуызлыҡ ҡылған кешеләрҙән йыраҡ торорға тейеш (Зәб. 1:1; 100:3).
14. Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн, беҙ көн дә нимә эшләй алабыҙ? (1 Кәринттәргә 10:31). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
14 1 Кәринттәргә 10:31-ҙе уҡығыҙ. Йәһүәне ҡыуандырыр өсөн көн һайын мөмкинлектәр эҙләү мөһим. Әлбиттә, вәғәзләүебеҙ һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөүебеҙ уны шатландыра. Әммә беҙ уны көндәлек эштәребеҙ менән дә шатландыра алабыҙ. Мәҫәлән, бөтә эштәрҙә үҙебеҙҙе намыҫлы тотоуыбыҙ һәм үҙебеҙҙә булғаны менән уртаҡлашыуыбыҙ Йәһүәнең күңеленә хуш килә (2 Кәр. 8:21; 9:7). Шулай уҡ ул уның бүләген — тормошто ҡәҙерләүебеҙҙе теләй. Шуға күрә беҙ күпме ашауыбыҙға, эсеүебеҙгә иғтибарлы һәм башҡа яҡтарҙан да һаулығыбыҙҙы ҡайғыртабыҙ. Йәһүә уны ҡыуандырырға тырышҡаныбыҙҙы күргәндә, беҙҙе тағы ла нығыраҡ ярата (Лука 16:10).
Йәһүәне һөйөндөрөр өсөн күп мөмкинлектәр бар. Мәҫәлән, беҙ машинаны хәүефһеҙ йөрөтһәк, булғандарыбыҙ менән бүлешһәк, шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеп һәм файҙалы ризыҡ ашап, һаулығыбыҙҙы ҡәҙерләһәк, ул һөйөнә. (14-се абзацты ҡарағыҙ.)
15. Йәһүә беҙҙең башҡалар менән нисек мөғәмәлә итеүебеҙҙе көтә?
15 Йәһүә бөтәһенә лә — уға хеҙмәт итмәгәндәргә лә, хеҙмәт иткәндәргә лә — игелек ҡыла (Матф. 5:45). Ул беҙҙән дә шулай эшләүебеҙҙе көтә. Мәҫәлән, ул беҙҙең «бер кемде лә яманламауыбыҙҙы, әрләшеп йөрөмәүебеҙҙе һәм бөтәһе менән дә йомшаҡ мөғәмәлә итеүебеҙҙе» теләй (Тит. 3:2). Шуға күрә кешеләр Йәһүәгә ышанмаһа ла, беҙ үҙебеҙҙе уларҙан өҫтөн тотмайбыҙ һәм уларҙан яҡшыраҡ тип һанамайбыҙ (2 Тим. 2:23—25). Һәр ваҡытта ла башҡаларға игелекле һәм иғтибарлы булһаҡ, беҙ Йәһүәгә тағы ла яҡыныраҡ булып китәбеҙ.
ХАТАЛАРҒА ҠАРАМАҪТАН, БЕҘ ЙӘҺҮӘГӘ ЯҠЫНЛАША АЛАБЫҘ
16. 72-се мәҙхиәне яҙған левиттың хистәре ниндәй булған?
16 Ҡай саҡ Йәһүә беҙҙән алыҫлашҡан кеүек тойола. 72-се мәҙхиәне яҙған левиттың да оҡшаш хистәре булған. Ул: «Ә минең саҡ аяҡтарым һөрөнмәйсә, табандарым таймайынса ҡалған ине», — тип әйткән (Зәб. 72:2). Уның «йәне әрнегән» һәм ул үҙен Йәһүә алдында «наҙан» һәм «аңһыҙ хайуан һымаҡ» тойған (Зәб. 72:21, 22). Ул, Йәһүә мине бүтән яратмай, тип уйлай башлағанмы?
17. а) Бик ҡыйын булғанда мәҙхиә йырлаусы нимә эшләгән? б) Уның өлгөһө беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
17 Мәҙхиә йырлаусыға Йәһүә уны кире ҡаҡҡан кеүек тойолһа ла, ул был уйҙарға күңелендә тамыр йәйергә рөхсәт итмәгән. Хатта уға бик ҡыйын булғанда ла, ул Йәһүәгә яҡын булыу бик мөһим икәнен аңлаған. Был уның Аллаға әйткән һүҙҙәренән күренә. Ул: «Ярай әле мин һәр ваҡыт Һинең менән, уң ҡулымдан Һин етәкләп йөрөтәһең. Нәсихәттәрең менән юл күрһәтәһең, һуңынан мине данға илтерһең», — тигән (Зәб. 72:23, 24). Үҙебеҙҙе көсһөҙ итеп тойғанда йә хаталарыбыҙ арҡаһында төшөнкөлөккә бирелгәндә, беҙгә лә Йәһүәнең ныҡлы ҡая булыуын иҫкә төшөрөп торорға кәрәк (Зәб. 72:26; 93:18). Хатта хаҡ юлдан ваҡытлыса тайпылһаҡ та, беҙ Йәһүәгә кире ҡайта алабыҙ, сөнки уның «ғәфү итергә әҙер» булыуына бер ҙә шикләнмәйбеҙ (Зәб. 85:5). Беҙгә бик ҡыйын булғанда, Аллаға яҡынлашыу айырыуса мөһим (Зәб. 102:13, 14).
Иманыбыҙ һүрелә кеүек тойолһа, беҙгә Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға кәрәк: күберәк доға ҡылырға һәм йыйылыш осрашыуҙарына даими йөрөргә. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)
ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ДУҪЛЫҒЫБЫҘ МӘҢГЕ БУЛЫР
18. Ни өсөн беҙ Йәһүәгә мәңге яҡынлаша алабыҙ?
18 Беҙ Йәһүәгә мәңге яҡынлаша алабыҙ. Киләсәктә лә уның тураһында яңы белемдәр алырбыҙ, сөнки Йәһүә зирәклегенең иге-сиге юҡ! (Рим. 11:33).
19. Зәбур китабындағы һүҙҙәр һеҙҙе нимәгә ышандыра?
19 Зәбур 78:13-тә: «Беҙ Һинең халҡың, көтөүеңдең ҡуйҙары, мәңгегә Һиңә шөкөр итербеҙ, быуындан-быуынға маҡтау йырларбыҙ», — тип әйтелә. Әгәр һеҙ ҙә Йәһүәгә яҡынлашаһығыҙ икән, уның һеҙҙе фатихалап тороуына ышана алаһығыҙ. Шул саҡта мәҙхиә йырлаусы кеүек: «Алла — күңелем ныҡлығы, Ул — мәңгелеккә миңә насип өлөшөм», — тип әйтерһегеҙ (Зәб. 72:26).
32-СЕ ЙЫР Йәһүә яғына баҫ!
a Оҙаҡ ваҡыт дауамында борсолоу йәки бойоғоу хисен кисергән кешегә профессиональ медицина ярҙамы кәрәк булыуы ихтимал. Был турала 2023 йылғы «Күҙәтеү манараһының» беренсе һанында күберәк мәғлүмәт табып була.