БИОГРАФИЯ
«Был һуғыш — Йәһүәнеке»
2010 ЙЫЛДЫҢ 28 ғинуарында мин Страсбург (Франция) тигән матур ҡалала булдым. Ләкин мин унда ял итер өсөн барманым. Беҙ башҡа юристар менән Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа судына Йәһүә шаһиттарының хоҡуҡтарын яҡларға барҙыҡ. Унда бик етди һорау ҡаралды: Францияның хөкүмәте Йәһүә шаһиттарынан бик күп аҡса — яҡынса 64 миллион евро күләмендә һалым талап итә ине. Беҙгә хөкүмәттең шулай эш итеүе законһыҙ булыуын иҫбатларға кәрәк ине. Ә иң мөһиме, был эштең хәл ителеүе Йәһүәнең һәм уның халҡының абруйына, шулай уҡ Франциялағы Йәһүә шаһиттарының дин тотоу азатлығына бәйле ине. Судта булған хәл «был һуғыш — Йәһүәнеке» икәнен иҫбатланы (1 Шам. 17:47, ЯДТ).
Барыһы ла 1999 йылда башланды. Франция хөкүмәте 1993 йылдан алып 1996 йылға тиклем филиалға килгән иғәнәләргә саманан тыш ҙур һалым һалды. Тәүҙә беҙ Франция судтарына мөрәжәғәт иттек, әммә бер нәмә лә килеп сыҡманы. Беҙ апелляцион инстанцияһында еңелгәс, хөкүмәт филиалдың иҫәбенән дүрт ярым миллион евро күләмендә аҡса тартып алды. Европа суды беҙҙең һуңғы өмөтөбөҙ ине. Судтың талабы буйынса, беҙ һәм Франция хөкүмәте юристары Европа судының вәкиле алдында осрашырға һәм, мөмкин булһа, үҙ-ара килешеүгә килергә тейеш инек.
Европа судының вәкиле Франция хөкүмәте талап иткән һалымдың өлөшөн түләтер өсөн һәм эште судҡа еткермәҫ өсөн беҙгә баҫым яһаясағын белә инек. Әммә хатта бер евро түләү ҙә Изге Яҙмалағы принциптарҙы боҙоуҙы аңлата ине. Хөкүмәттең был иғәнәләрҙе алырға хоҡуғы юҡ ине, сөнки ҡәрҙәштәр үҙ аҡсаларын Батшалыҡ эшенә ҡорбан итә бит (Матф. 22:21). Судты хөрмәт иткәнгә, беҙ был осрашыуға килдек.
Беҙ ҡәрҙәштәр менән Европа судының бинаһы алдында. 2010 йыл
Осрашыу бик матур конференц-залда үтте. Башта бик күңелле булды тип әйтеп булмай, сөнки Европа судының вәкиле шунда уҡ беҙгә Франция хөкүмәте талап иткән һалымдың өлөшөн түләргә кәрәклеге хаҡында әйтте. Үҙебеҙ ҙә абайламаҫтан: «Ә һеҙ беләһегеҙме, хөкүмәт беҙҙең иҫәбебеҙҙән дүрт миллион ярым евроны инде алды?» — тип һораныҡ унан.
Ул был яңылыҡты ишетеп шаҡ ҡатты. Франция юристары хөкүмәттең ысынлап та беҙҙең аҡсаны тартып алғандары тураһында әйткәс, уның был эшкә ҡарашы бөтөнләй үҙгәрҙе. Ул Франция юристарына үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе һәм осрашыуҙы шунда уҡ тамамланы. Беҙ был эште еңеп сыға алһын өсөн, Йәһүәнең йүнәлеш биреүен мин аңланым. Беҙ суд залынан ҡанатланып сыҡтыҡ, булған хәлгә ышанып бөтә алмай инек.
2011 йылдың 30 июнендә Европа суды бер тауыштан беҙҙең файҙаға ҡарар сығарҙы. Суд һалымдың законлы булмауын асыҡланы һәм Франция хөкүмәтенә тартып алған аҡсаны проценттар менән кире ҡайтарырға ҡушты! Шул тарихи ҡарар Францияла саф ғибәҙәт ҡылыуҙы һаман да яҡлап тора. Беҙҙең ҡапыл биргән һорауыбыҙ Ғәлиәфтең башына килеп ҡаҙалған таш кеүек булды. Ни өсөн беҙ был эште еңеп сыға алдыҡ? Дауыт әйтмешләй: «Был һуғыш — Йәһүәнеке» (1 Шам. 17:45—47, ЯДТ).
Беҙҙең башҡа юридик еңеүҙәр ҙә булды. Иң дәрәжәле хөкүмәттәрҙең һәм дини ойошмаларҙың ҡаршы килеүҙәренә ҡарамаҫтан, Йәһүә шаһиттары 70 илдең юғары судтарында һәм бер нисә халыҡ-ара судтарҙа 1 225 эште еңеп сыҡты. Был еңеүҙәр беҙҙең төп хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлап тора. Беҙҙең рәсми теркәлгән дини ойошма булып ҡалырға, вәғәз эшендә ҡатнашырға, патриотик сараларҙан һәм ҡандан баш тартырға хоҡуғыбыҙ бар.
Мин Америкала Йәһүә шаһиттарының баш идаралығында хеҙмәт итһәм дә, Европалағы шул судҡа нисек эләктем? Әйҙәгеҙ, һөйләп китәйем.
АТАЙ-ӘСӘЙЕМДЕҢ МИССИОНЕР РУХЫН ӨЛГӨ ИТЕП АЛДЫМ
Минең атай-әсәйем Джордж менән Люси́ль Гилеад мәктәбенең 12-се синыфын тамамлаған һәм Эфиопияға билдәләнеү алған. Мин 1956 йылда шунда тыуғанмын. Улар мине Фи́лип тип атаған. Шулай итеп улар миңә беренсе быуатта йәшәгән вәғәзсенең исемен биргән (Илс. 21:8). 1957 йылда Эфиопияла беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ тыйылды. Мин бәләкәй булһам да, йәшерен вәғәзләүебеҙҙе һәм осрашыуҙар үткәреүебеҙҙе яҡшы хәтерләйем. Миңә, бала кешегә, был бик мауыҡтырғыс булып күренә ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1960 йылда беҙҙе илдән ҡыуҙылар.
Нейтан Норр (һул яҡта) Аддис-Абебела (Эфиопия) беҙҙә ҡунаҡта. 1959 йыл
Минең атай-әсәйем Уи́читоға (Канза́с штаты, АҠШ) күсенде. Африканан киткәндә улар бик ҡиммәтле нәмәне — миссионер рухын — үҙҙәре менән алды. Улар хәҡиҡәткә бирелеп йәшәне һәм был рухи байлыҡты миңә, шулай уҡ минең кеүек Эфиопияла тыуған апайым Джу́диға һәм ҡустым Ле́слиға ла һеңдерҙе. Мин 13 йәшемдә һыуға сумдырылдым. Өс йылдан һуң ғаиләбеҙ вәғәзселәргә ихтыяж булған Ареки́паға (Перу) күсенде.
1974 йылда, миңә бары тик 18 йәш булғанда, Перу филиалы мине һәм башҡа дүрт ир ҡәрҙәште махсус пионер итеп билдәләне. Беҙ бер кеше теймәгән ерҙәрҙә бейек тауҙарҙа урынлашҡан Үҙәк Анд территорияһында хеҙмәт итергә тейеш инек. Беҙ унда ке́чуа һәм аймара́ телендә һөйләшкән кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләнек. Беҙҙең тәгәрмәсле «өйөбөҙ» бар ине. Беҙ унда йәшәнек тә, сәйәхәт тә иттек. Беҙ шаяртып уны «Нухтың кәмәһе» тип атай инек, сөнки ул ҙур йәшниккә оҡшаш ине. Миңә урындағы кешеләргә Йәһүәнең ярлылыҡты, ауырыуҙарҙы һәм үлемде юҡ итеүе тураһындағы вәғәҙәләрен күрһәтергә оҡшай ине (Асыл. 21:3, 4). Күптәр Йәһүәнең хеҙмәтселәре булып китте. Шул ваҡыттар тураһындағы хәтирәләр минең өсөн бик ҡәҙерле.
«Нух кәмәһе». 1974 йыл
БАШ ИДАРАЛЫҠТА ХЕҘМӘТ ИТӘ БАШЛАЙЫМ
1977 йылда Перуға Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһенән А́льберт Шрёдер килде. Ул мине Вефилгә ғариза яҙырға дәртләндерҙе. Мин шулай эшләнем дә. Күп тә үтмәҫтән, 1977 йылдың 17 июнендә мин Бруклиндағы Вефилдә хеҙмәт итә башланым. Дүрт йыл мин йыйыштырыу һәм техник хеҙмәтләндереү бүлектәрендә эшләнем.
Туй көнөбөҙ. 1979 йыл
1978 йылдың июнь айында Яңы Орлеа́нда (Луизиа́на штаты) халыҡ-ара конгресс үтте. Унда мин Эли́забет Авалло́н исемле ҡыҙ ҡәрҙәш менән таныштым. Уның да ата-әсәһе Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итә ине. Элизабет инде дүрт йыл пионер хеҙмәтендә ине, һәм ғүмер буйы Йәһүәгә тулы ваҡытлы хеҙмәт итергә маҡсат ҡуйған ине. Конгрестан һуң беҙ уның менән аралашыуыбыҙҙы дауам иттек һәм тиҙҙән бер-беребеҙҙе ныҡ яратып киттек. 1979 йылдың 20 октябрендә беҙ өйләнештек, һәм Элизабет минең менән бергә Вефилдә хеҙмәт итә башланы.
«Бруклин, Испан» йыйылышы беҙҙең беренсе йыйылышыбыҙ булды. Ҡәрҙәштәр беҙҙең өсөн йөрәктәрен киң итеп асты. Һуңыраҡ беҙ башҡа өс йыйылышта хеҙмәт иттек һәм ундағы имандаштарыбыҙҙың беҙҙе яратҡандарын, Вефиль хеҙмәтебеҙҙе ҡәҙерләгәндәрен тойҙоҡ. Беҙ рухи ғаиләбеҙгә, шулай уҡ оло йәштәге атай-әсәйебеҙ хаҡында ҡайғыртырға ярҙам иткән дуҫтарыбыҙға һәм туғандарыбыҙға рәхмәтле.
«Бруклин, Испан» йыйылышында хеҙмәт иткән вефилселәр. 1986 йыл
ЯҢЫ ЙӨКЛӘМӘ: ЮРИДИК БҮЛЕК
1982 йылдың ғинуар айында көтмәгәндә мине юридик бүлеккә күсерҙеләр. Өс йылдан һуң ҡәрҙәштәр минең юғары юридик белем алыуымды һораны. Уҡыған саҡта мин бик ғәжәпләндем. Баҡһаң, Алла халҡы төп хоҡуҡтарҙы һәм азатлыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергән икән. Бөгөн Америкала һәм башҡа илдәрҙә йәшәгән кешеләр быға ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарай. Дәрестәрҙә беҙ Йәһүә шаһиттарының мөһим юридик еңеүҙәрен ентекләп тикшерҙек.
1986 йылда мине юридик бүлек өсөн яуаплы итеп билдәләнеләр. Ул ваҡытта миңә 30 йәш ине. Ойошма миңә шул тиклем етди йөкләмәне тапшырғаны өсөн бик ҡыуандым. Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, тулҡынландым да, сөнки йөкләмәнең ҡатмарлы булыуын, ә үҙемә тәжрибә етмәүен һәм күп нәмәне белмәүемде аңлай инем.
1988 йылда мин адвокат дипломын алдым. Ләкин был уҡыу минең рухилығыма зыян килтерер тип бер ҙә уйламағайным. Юғары белем кешелә мин-минлек һәм ғорурлыҡ үҫтерергә мөмкин. Ҡәҙерле ҡатыным Элизабет мине ҡотҡарып ҡалды. Ул миңә элек булған рухи эштәр тәртибенә ҡайтырға ярҙам итте. Ваҡыт уҙғас, Йәһүә менән дуҫлығым ҡабаттан йылы һәм ныҡ булып китте. Мин белемдең тормошта иң мөһим нәмә түгел икәнен аңланым. Ысындан да бәхетле булыр өсөн беҙгә Йәһүәнең дуҫы булырға, уны һәм уның халҡын яратырға кәрәк.
ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘРҘЕ ВӘҒӘЗЛӘҮ ХОҠУҒЫН ЯҠЛАЙЫМ
Уҡыуым тамамланғас, мин иғтибарымды тулыһынса үҙ йөкләмәмә — Вефилгә юридик ярҙам күрһәтеү һәм Йәһүә ойошмаһының хоҡуҡтарын судтарҙа яҡлау эшенә тупланым. Эш ауыр булһа ла, ҡыҙыҡлы ине, сөнки һәр ваҡыт үҙгәрештәр булып торҙо. Мәҫәлән, ойошмабыҙ күп йылдар дауамында әҙәбиәттәр өсөн иғәнәләр һорап ала ине. 1990-сы йылдарҙың башында ҡәрҙәштәр быға үҙгәрештәр индерергә булды. Был эште нисек яҡшыртып булғаны тураһында беҙҙең бүлектә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙән дә һоранылар. Был һорау хәл ителде һәм шул ваҡыттан алып Йәһүә шаһиттары әҙәбиәтте бушлай тарата башланы. Был үҙгәреш вәғәзселәрҙең тормошон, Вефилдәге эште ябайлаштырҙы һәм беҙҙе һалымдарға бәйле ауырлыҡтарҙан арындырҙы. Кемдер, беҙ шулай эшләһәк, беҙҙең әҙәбиәт баҫтырырға аҡсабыҙ булмаясаҡ һәм был һөйөнөслө хәбәрҙе таратыуға ҡамасаулаясаҡ, тип борсолдо. Ләкин барыһы ла яҡшы килеп сыҡты. 1990 йылдан башлап, Йәһүә шаһиттарының һаны ике тапҡырҙан күберәккә үҫте һәм бөгөн һәр кеше Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәтте бушлай ала ала. Мин хеҙмәт иткән йылдарҙа ойошмала күп ҙур үҙгәрештәр булды. Тик Йәһүә беҙгә ярҙам иткәнгә һәм ышаныслы хеҙмәтсенең күрһәтмәләренә буйһонғанға ғына, беҙ уңышлы инек. Мин быны үҙ тормошомда татыным (Сығ. 15:2; Матф. 24:45).
Беҙҙең еңеүҙәребеҙ тик адвокаттарҙың ҡаҙаныштарынан ғына тормай. Йыш ҡына судьялар һәм башҡа түрәләр, Йәһүә шаһиттарының яҡшы тәртибен күреп, беҙҙе яҡлай торғайны. Мәҫәлән, 1998 йылда Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән өс ир ҡәрҙәш ҡатындары менән Кубала үткән махсус конгресҡа килде. Был ҡәрҙәштәрҙең игелекле, ихтирамлы мөғәмәлә итеүе хөкүмәт түрәләренә ҙур йоғонто яһаны һәм уларҙы беҙҙең сәйәси яҡтан нейтраль булып ҡалыуыбыҙға инандырҙы. Беҙ, юристар булараҡ, улар менән был хаҡта һөйләшер өсөн инде күп тапҡыр осрашҡан инек, әммә беҙҙең һүҙҙәребеҙ ундай көскә эйә түгел ине.
Шулай ҙа ҡайһы саҡта «Һөйөнөслө Хәбәрҙе яҡлағанда һәм раҫлағанда» беҙгә судтарға мөрәжәғәт итергә тура килә (Флп. 1:7). Мәҫәлән, Европа илдәрендә һәм Көньяҡ Кореяла хөкүмәттәр күп йылдар ҡәрҙәштәрҙең хәрби хеҙмәттән баш тартыу хоҡуғын ҡабул итергә теләмәне. Һөҙөмтәлә Европала яҡынса 18 000 ҡәрҙәште һәм Көньяҡ Кореяла 19 000-дән ашыу ҡәрҙәште хәрби хеҙмәттән баш тартҡаны өсөн төрмәгә ултырттылар.
Ниһайәт, 2011 йылдың 7 июлендә Европа суды «Баятян Әрмәнстанға ҡаршы» тигән тарихи ҡарар сығарҙы. Был ҡарар бөтә Европа илдәрен үҙ граждандарына альтернатив граждан хеҙмәтен үтергә мөмкинлек биреүен талап итә. Һуңыраҡ, 2018 йылдың 28 июнендә, Көньяҡ Кореяның Конституцион суды оҡшаш ҡарар ҡабул итте. Ир ҡәрҙәштең бер нисәһе генә нейтралитетты боҙған булһа, был ике еңеү мөмкин булмаҫ ине.
Баш идаралыҡтағы һәм бөтә донъя буйынса урынлашҡан филиалдарҙағы юридик бүлектәр Йәһүәгә табыныу һәм Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү хоҡуғын яҡлар өсөн алһыҙ-ялһыҙ тырышып хеҙмәт итә. Эҙәрләүҙәргә дусар булған ҡәрҙәштәргә ярҙам итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Судта еңәбеҙме-юҡмы унда ҡаралған һәр эш хакимдарға, батшаларға һәм башҡа миләттән булған кешеләргә һөйөнөслө хәбәрҙе ишетергә мөмкинлек бирә (Матф. 10:18). Беҙ материалдарға һәм телмәрҙәргә Изге Яҙмалағы аяттарҙы индерәбеҙ, шуға күрә судьяларға, түрәләргә, журналистарға һәм башҡа кешеләргә уларҙы уҡырға һәм ишетергә тура килә. Эскерһеҙ кешеләр Йәһүә шаһиттарының кем булыуы тураһында һәм беҙҙең ҡараштарыбыҙ нимәгә нигеҙләнгәне хаҡында белә ала. Уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең имандаштарыбыҙ булып китә.
РӘХМӘТ ҺИҢӘ, ЙӘҺҮӘ!
Бына инде 40 йылдан ашыу мин бөтә донъялағы филиалдар менән юридик һорауҙар буйынса хеҙмәттәшлек итәм. Миңә күп судтарҙа сығыш яһарға һәм юғары дәрәжәле түрәләр менән бер нисә тапҡыр осрашырға тура килде. Мин баш идаралыҡта һәм башҡа илдәрҙең юридик бүлектәрендә хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәрҙе яратам һәм ҡәҙерләйем. Мин тулы мәғәнәле һәм бәхетле тормош алып барам!
Беҙ Элизабет менән инде 45 йыл никахта. Ошо йылдар дауамында — яҡшы ваҡыттарҙа ла, насар ваҡыттарҙа ла — уның тоғро яратыуы мине нығытып тора. Быны ул ныҡ йонсотҡан ауырыуына ҡарамаҫтан тырышып эшләй. Мин ҡатыным менән бик һоҡланам.
Эйе, беҙҙең һәләттәребеҙ иң мөһиме түгел. Беҙ быға күп тапҡыр инандыҡ. Көстө һәм еңеүҙе Йәһүә бирә. Дауыт тап шулай тип әйткән дә: «Раббы — халҡының ҡөҙрәте» (Зәб. 27:8). Ысынлап та, «был һуғыш — Йәһүәнеке» тигән һүҙҙәр дөрөҫ һәм хаҡ!