Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 август 2—7 бб.
  • Йәһүә сыҙам булырға нисек ярҙам итә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүә сыҙам булырға нисек ярҙам итә?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ДОҒА
  • АЛЛА ҺҮҘЕ
  • ҠӘРҘӘШЛЕГЕБЕҘ
  • ӨМӨТӨБӨҘ
  • Йәһүәнең «тере Алла» булыуын һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Иманды һаҡларға һәм сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткән хат
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йәһүә китек күңеллеләрҙе һауыҡтыра
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 август 2—7 бб.

32-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

Йәһүә сыҙам булырға нисек ярҙам итә?

«Ул һеҙҙе нығытыр, көслө һәм ҡаҡшамаҫ итер» (1 ПЕТ. 5:10).

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә беҙгә доға ҡылыу мөмкинлеген, Изге Яҙма, ҡәрҙәштәрҙе һәм киләсәккә өмөт бүләк иткән. Быларҙың барыһы ауырлыҡтарҙы сыҙамлыҡ менән йырып сығырға нисек ярҙам итә?

1. Ни өсөн беҙгә сыҙамлыҡ кәрәк һәм беҙ кемдең ярҙамына таяна алабыҙ? (1 Петер 5:10).

БЫЛ ауыр һуңғы көндәрҙә Йәһүәнең хеҙмәтселәренә сыҙамлыҡ кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр хроник ауырыуҙарҙан яфалана. Башҡалары ғәзиз кешеһенең үлеме арҡаһында ҡайғыра. Ә кемдер ғаиләһе йә хөкүмәт яғынан ҡаты ҡаршылыҡтар менән осраша (Матф. 10:18, 36, 37). Һин әле ниндәй һынауҙарға дусар? Йәһүәнең һиңә һәр төрлө һынауҙы йырып сығырға һәм сыҙам булып ҡалырға ярҙам итәсәгенә шикләнмә. (1 Петер 5:10-ды уҡығыҙ.)

2. Нимә ярҙамында беҙ сыҙам була алабыҙ?

2 Сыҙам булыу эҙәрләүҙәргә, ҡотҡоларға һәм башҡа ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғро ҡалыуҙы һәм уға шатлыҡ менән хеҙмәт итеүҙе аңлата. Сыҙам кеше тыуған хәлдең яҡшырасағына өмөтөн юғалтмай. Йәһүәһеҙ беҙ һынауҙарға ҡаршы тора алмаҫ инек. Тик ул ғына «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирә (2 Кәр. 4:7). Был мәҡәләлә Йәһүәнең сыҙам ҡалырға ярҙам итеүенә дүрт ысул ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ уның ярҙамын алыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген дә белербеҙ.

ДОҒА

3. Ни өсөн доға ҡылыу мөмкинлеген ысын мөғжизә тип атап була?

3 Беҙ сыҙам ҡала алһын өсөн, Йәһүә беҙгә доға ҡылыу мөмкинлеген биргән. Гонаһлы булһаҡ та, беҙ уның менән аралаша алабыҙ (Евр. 4:16). Уйлап ҡына ҡара, һин Йәһүә менән төрлө ваҡытта, төрлө темаға һәм һәр ҡайһы телдә һөйләшә алаһың. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, хатта төрмәлә йә япа-яңғыҙ ҡалһаҡ та, ул беҙҙе ишетә (Юныс 2:1, 2; Илс. 16:25, 26). Борсолоуҙар арҡаһында әйтер һүҙ таба алмағанда, Йәһүә нимә әйтергә теләгәнебеҙҙе барыбер аңлай (Рим. 8:26, 27). Эйе, доға ҡылыу мөмкинлеге — ысын мөғжизә!

4. Ни өсөн сыҙамлыҡ тураһында доға ҡылыу дөрөҫ?

4 Изге Яҙмала: «Алланан ни генә һораһаҡ та, үтенестәребеҙ уның ихтыярына тура килһә, ул беҙҙе ишетә», — тип әйтелә (1 Яхъя 5:14). Сыҙам булып ҡалыр өсөн Йәһүәнән ярҙам һорай алабыҙмы? Эйе, был уның ихтыярына тура килә. Аллаға тоғро ҡалһаҡ, ул Шайтандың мыҫҡыллауына яуап бирә ала (Ғиб. һүҙ. 27:11). Бынан тыш, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә «үҙенә тоғроларға көс-ҡеүәт» бирергә бик теләй (2 Йыл. 16:9). Беҙгә сыҙам ҡалырға ярҙам итер өсөн, Йәһүәнең көсө лә, теләге лә бар (Ишағ. 30:18; 41:10; Лука 11:13).

5. Доға тынысланырға нисек ярҙам итә? (Ишағыя 26:3).

5 Беҙҙе борсоған нәмәләр тураһында доға ҡылғанда, «кеше аҡылы етмәҫтәй Алла тыныслығы» йөрәгебеҙҙе һәм уй-фекерҙәребеҙҙе һаҡлай (Флп. 4:7). Был нимәне аңлата? Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр ҙә ауырлыҡтар менән осраша. Тынысланыр өсөн улар төрлө юл эҙләй. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр медитация менән шөғөлләнә. Шулай итеп улар бөтә уйҙарынан һәм борсолоуҙарҙан арынырға тырыша. Әммә был ҡурҡыныс, сөнки ундай хәлдә кешегә ендәр еңел генә тәьҫир итә ала. (Матфай 12:43—45 менән сағыштырығыҙ.) Өҫтәүенә, бер ниндәй ҙә медитация ысын тыныслыҡ бирә алмай. Уны тик Йәһүә генә бирә ала. Беҙ Йәһүәгә доға ҡылғанда уға тулыһынса таянғаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ, һәм ул беҙгә бөтмәҫ тыныслыҡ бирә. (Ишағыя 26:3-тө уҡығыҙ.) Ул быны нисек эшләй? Мәҫәлән, ул беҙгә Изге Яҙманан йыуаныслы фекерҙәрҙе иҫкә төшөрөргә ярҙам итә. Был фекерҙәр йөрәгебеҙҙе тынысландыра. Шулай итеп беҙ Йәһүәнең яратыуын һәм ҡайғыртыуын тоябыҙ (Зәб. 61:2, 3).

6. Нимә тураһында доға ҡылырға кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

6 Һин нимә эшләй алаһың? Берәй ауырлыҡ менән осрашһаң, «ҡайғы йөгөңдө Раббыға тапшыр» һәм тыныслыҡ тураһында доға ҡыл (Зәб. 54:23). Шулай уҡ ауырлыҡты хәл итер өсөн зирәклек һора (Ғиб. һүҙ. 2:10, 11). Йәһүәгә рәхмәт тә әйтергә онотма (Флп. 4:6). Һынауҙар ваҡытында уның ярҙамын күрергә тырыш һәм шул ярҙам өсөн рәхмәтле бул. Ауырлыҡтар инде булған фатихаларыңды күрергә ҡамасауламаһын (Зәб. 15:5, 6).

Оло йәштәге ир ҡәрҙәш өйөндә креслола ултыра һәм доға ҡыла. Тышта ҡыш. Уның алдында Изге Яҙма асыҡ килеш ята, ә эргәһендә өҫтәлдә дарыу ята.

Доға ҡылғанда — беҙ Йәһүә менән һөйләшәбеҙ. Изге Яҙманы уҡығанда —ул беҙҙең менән һөйләшә. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)b


АЛЛА ҺҮҘЕ

7. Изге Яҙманы өйрәнеү сыҙам ҡалырға нисек ярҙам итә ала?

7 Сыҙам ҡалырға ярҙам итер өсөн, Йәһүә беҙгә үҙ Һүҙен биргән. Изге Яҙмала Алланың ярҙам итеүенә ышандырған күп аяттар бар. Бер миҫалға иғтибар итәйек. Матфай 6:8-ҙә: «Атайығыҙ, һеҙ әле һорағансы уҡ, нимәгә мохтаж икәнегеҙҙе белеп тора», — тип әйтелә. Был һүҙҙәрҙе Ғайса әйткән, ә Йәһүәне унан яҡшыраҡ бер кем белмәй. Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, Йәһүә ихтыяждарыбыҙҙы белә һәм беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ. Изге Яҙмала сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткән башҡа күп фекерҙәр ҙә бар (Зәб. 93:19).

8. а) Изге Яҙмалағы принциптар ауырлыҡтарҙы йырып сығырға нисек ярҙам итә? Миҫал килтерегеҙ. б) Кәрәкле принциптарҙы еңелерәк иҫкә төшөрөргә нимә ярҙам итер?

8 Изге Яҙмала ауырлыҡтарға сыҙам ҡалырға ярҙам иткән принциптар бар. Улар ярҙамында беҙ аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итә алырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 2:6, 7). Мәҫәлән, Изге Яҙма иртәгәһе көндө нимә булыуы йә булмауы тураһында артыҡ борсолмаҫҡа саҡыра. Бының урынына, беҙгә көн дә Йәһүәгә таянырға кәрәк (Матф. 6:34). Изге Яҙманы көн һайын уҡырға һәм уйланырға өйрәнһәк, беҙгә кәрәк саҡта кәрәкле принциптарҙы иҫкә төшөрөргә еңелерәк булыр.

9. Изге Яҙмалағы миҫалдар Йәһүәнең ярҙамына ышанысыбыҙҙы нисек нығыта?

9 Шулай уҡ Изге Яҙмала тап беҙҙең кеүек кешеләр тураһында яҙылған. Улар ҙа Йәһүәгә таянған һәм унан ярҙам алған (Евр. 11:32—34; Яҡ. 5:17). Уларҙың тормоштары тураһында уйланыу Йәһүәнең «беҙҙең һыйыныр ышығыбыҙ һәм ҡеүәтебеҙ, бәләгә ҡалғанда ярҙамсыбыҙ» булыуына инандыра (Зәб. 45:2). Йәһүәнең боронғо заманда йәшәгән тоғро хеҙмәтселәре тураһында уҡыу беҙҙе уларҙың тоғролоғон һәм сыҙамлығын өлгө итеп алырға рухландыра (Яҡ. 5:10, 11).

10. Алла Һүҙе һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

10 Һин нимә эшләй алаһың? Алла Һүҙен көн дә уҡы. Һиңә айырыуса ныҡ ярҙам иткән Изге Яҙмалағы аяттарҙы ҡул аҫтында тот. Күп кенә мәсихселәр һәр иртә көндәлек аятты уҡый. Аятты һәм уға килтерелгән комментарийҙы иртәнсәк уҡыһаҡ, Изге Яҙмалағы фекерҙәр тураһында көнө буйы уйланырға була. Мари́a ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ менән бына ниндәй хәл булған. Ата-әсәһенең икеһендә лә рак ауырыуы тапҡандар. Тормоштарының һуңғы көндәрендә улар хаҡында ҡайғыртырға Мари ҡәрҙәшкә нимә ярҙам иткән? Ул былай тип бүлешә: «Мин һәр иртә көндәлек аятты уҡый инем һәм ундағы фекерҙәр тураһында уйлана инем. Шулай итеп мин иғтибарымды үҙемә һәм ауыр тормошома түгел, ә Йәһүәгә һәм уның иҫ киткес вәғәҙәләренә йүнәлттем» (Зәб. 60:3).

ҠӘРҘӘШЛЕГЕБЕҘ

11. Һынауҙарҙа сыҙам ҡалған ҡәрҙәштәр тураһында уйлағанда һеҙ нимә хис итәһегеҙ?

11 Йәһүә бүләк иткән ҡәрҙәшлек ярҙамында беҙ һынауҙарҙа сыҙам булып ҡала алабыҙ. Изге Яҙмала: «Бөтә ҡәрҙәштәрегеҙ ҙә шундай уҡ ғазаптар кисерә», — тип яҙылған (1 Пет. 5:9). Эйе, беҙ бер үҙебеҙ түгел икәнен аңлайбыҙ. Һынау ни тиклем генә ауыр булмаһын, башҡалар бит шуға оҡшаш һынауҙарҙы инде йырып сыҡҡан һәм Йәһүәгә тоғро ҡалған. Тимәк, был беҙҙең дә көсөбөҙҙән килә! (Илс. 14:22).

12. Ҡәрҙәштәребеҙ беҙгә нисек ярҙам итә һәм беҙ улар өсөн нимә эшләй алабыҙ? (2 Кәринттәргә 1:3, 4).

12 Һынауҙар ваҡытында ҡәрҙәштәр беҙҙе һүҙҙәре һәм эштәре менән нығыта ала. Илсе Пауыл тураһында уйланып алайыҡ. Өйҙә һаҡ аҫтында булғанда имандаштары уны йыуатҡан, рухландырған һәм ғәмәли ярҙам күрһәткән. Илсе Пауыл үҙ хаттарында уларҙы исемдәре менән иҫкә алып рәхмәтен белдергән (Флп. 2:25, 29, 30; Кол. 4:10, 11). Бөгөнгө көндәр тураһында шуны уҡ әйтеп була. Ауырлыҡтар менән осрашҡанда ҡәрҙәштәребеҙ яныбыҙҙа. Ә улар мохтаж саҡта беҙ ярҙамға ашығабыҙ. (2 Кәринттәргә 1:3, 4-те уҡығыҙ.)

13. Майя ҡәрҙәшкә һынауҙарға ҡаршы торорға нимә ярҙам иткән?

13 Рәсәйҙә йәшәгән Майя ҡыҙ ҡәрҙәште имандаштары бына нисек нығытҡан. 2020 йылда уның өйөндә тентеү үткән. Ә һуңыраҡ уны башҡаларға вәғәзләгәне өсөн судҡа биргәндәр. Майя былай тип бүлешә: «Миңә ауыр булған саҡта ҡәрҙәштәр яратыуҙарын белдереп миңә шылтыратып һәм яҙып торҙолар. Минең ҙур һәм ҡайғыртыусан ғаиләм бар икәнен белә инем, әммә 2020 йылдан башлап мин быға тағы ла нығыраҡ инандым».

14. Ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын күрергә нимә ярҙам итер? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

14 Һин нимә эшләй алаһың? Ауырлыҡтар ваҡытында ҡәрҙәштәр менән аралашыу һәм улар менән ваҡыт үткәреү айырыуса мөһим. Аҡһаҡалдарҙан ярҙам һорарға оялма. Улар һинең өсөн «елдән ышыҡ, көслө ямғырҙа ҡыуыш» кеүек булыр (Ишағ. 32:2). Онотма, ҡәрҙәштәрең дә ауырлыҡтар менән осраша, шуға улар бәләгә тарыған саҡта игелек күрһәтергә тырыш. Был һиңә үҙеңде яҡшыраҡ хис итергә һәм үҙ һынауҙарың менән көрәшергә көс өҫтәр (Илс. 20:35).

Үткән фотоһүрәттәге оло йәштәге ир ҡәрҙәш шул уҡ креслола ултыра. Эргәһендә таяғы тора, ә өҫтәлдә бер нисә дарыу ята. Тышта яҙ. Бер пар ике бәләкәй ҡыҙы менән уға ҡунаҡҡа килгән. Ул улар менән рәхәтләнеп аралаша. Ҡыҙҙарҙың береһе уға ожмах төшөрөлгән рәсемен күрһәтә.

Ҡәрҙәштәр менән аралаш һәм улар менән ваҡыт үткәр. (14-се абзацты ҡарағыҙ.)c


ӨМӨТӨБӨҘ

15. Өмөт Ғайсаға нисек ярҙам иткән һәм беҙгә нисек ярҙам итә? (Еврейҙарға 12:2).

15 Беҙ сыҙам ҡала алһын өсөн, Йәһүә беҙгә өмөт бүләк иткән (Рим. 15:13). Өмөттөң Ғайсаға тормошоноң иң ауыр көнөндә сыҙам ҡалырға нисек ярҙам иткәнен иҫкә төшөрәйек. (Еврейҙарға 12:2-не уҡығыҙ.) Ғайса, тоғро ҡалып, Йәһүәнең изге исемен яҡлаясағын белгән. Шулай уҡ ул, Атаһының янына ҡайтасағын, Батша булып китәсәген һәм майланғандар менән бергә ер өҫтөнән идара итәсәген көткән. Шуның шикелле, Алланың яңы донъяһында мәңге йәшәү өмөтө беҙгә был донъяла өҫтөбөҙгә ябырылған һәр ҡайһы һынауҙы йырып сығырға ярҙам итә.

16. Өмөт бер ҡәрҙәшкә нисек ярҙам иткән һәм уның һүҙҙәре беҙҙе нимәгә өйрәтә?

16 Рәсәйҙә йәшәгән А́лла исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙгә Батшалыҡ хаҡындағы өмөт бына нисек ярҙам иткән. Уның ирен ҡулға алғандар һәм тикшереү изоляторына (СИЗО) ултыртҡандар. Ҡыҙ ҡәрҙәштән, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә нимә ярҙам итә, тип һорағас, ул былай тип яуаплаған: «Доға ҡылыу һәм өмөт тураһында уйланыу мине айырыуса нығытты. Донъя бының менән бөтмәй әле, тормоштоң дауам иткәнен иҫемә төшөрөп торам. Йәһүә мотлаҡ еңәсәк, ә беҙ уның яғында торабыҙ».

17. Йәһүә бүләк иткән өмөт өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

17 Һин нимә эшләй алаһың? Йәһүә һинең өсөн әҙерләгән иҫ киткес киләсәк тураһында уйланыр өсөн ваҡыт бүл. Үҙеңде яңы донъяла күҙ алдына килтер. Унда тормош бик бәхетле буласаҡ! Ул ваҡыт менән сағыштырғанда бөгөнгө һынауҙар «үтеп китә торған еңелсә генә» (2 Кәр. 4:17). Шулай уҡ, һәр мөмкинлекте ҡулланып, башҡаларға үҙеңдең иманың тураһында һөйлә. Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр тураһында уйлан. Уларҙың да ауырлыҡтары бик күп, әммә улар Алланың ғәжәйеп вәғәҙәләре тураһында белмәй. Бәлки, ҡыҫҡа ғына һөйләшеү уларҙы Алланың Батшалығы тураһында күберәк белергә дәртләндерер.

Оло йәштәге ир ҡәрҙәш өйөндә шул уҡ креслола ултыра. Тышта көҙ. Уның ҡулында планшет, экранда киләсәктәге ожмах төшөрөлгән. Ҡәрҙәш был рәсем өҫтөндә уйлана. Уға атлауы тағы ла ауырыраҡ, ә өҫтәлдә тағы ла күберәк дарыуҙар ята.

Йәһүә һинең өсөн әҙерләгән иҫ киткес киләсәк тураһында уйланыр өсөн ваҡыт бүл. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)d


18. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең вәғәҙәләренә ышана алабыҙ?

18 Әйүп ифрат күп һынауҙар менән осрашҡан. Шундай ваҡытта сыҙам ҡалып, ул Йәһүәгә: «Беләм: бөтәһе лә Һинең ихтыярҙа; ниәтеңдән Һине бер нәмә лә туҡтата алмай», — тип әйткән (Әйүп 42:2). Әйүп шуны аңлаған: Йәһүәгә үҙ вәғәҙәләрен үтәргә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай. Был фекер һынауҙар менән осрашҡан ҡәрҙәштәрҙе лә нығыта ала. Миҫал килтерәйек. Оҙаҡ ваҡыт дауамында етди ауырыуҙан интеккән ҡатын-ҡыҙҙы күҙ алдына килтерәйек. Бер табип та уға ярҙам итә алмағас, ул төшөнкөлөккә бирелә. Әммә һуңынан ул яҡшы специалисты таба. Был табип ауырыуҙың сәбәбен асыҡлай һәм уны нисек дауалаясағын аңлата. Ул әле һауыҡмаһа ла, табиптың һүҙҙәренән үҙен яҡшыраҡ хис итә башлай. Өмөт уға бирешмәҫкә көс бирә, сөнки ул мотлаҡ һауығасағын белә. Беҙ ҙә сыҙам булып ҡала алабыҙ, сөнки Алла вәғәҙә иткән ожмах һис шикһеҙ буласаҡ.

19. Һынауҙарҙа сыҙам ҡалырға нимә ярҙам итә?

19 Был мәҡәләлә Йәһүәнең беҙгә һынауҙарҙа сыҙам ҡалырға нисек ярҙам иткәнен ҡарап сыҡтыҡ. Ул беҙгә доға ҡылыу мөмкинлеген, Изге Яҙма, ҡәрҙәштәрҙе һәм шулай уҡ киләсәккә өмөт бүләк иткән. Әгәр беҙ Йәһүәнең ярҙамын ҡабул итһәк, ул юлыбыҙҙа осраған һәр төрлө ауырлыҡтар аша үтергә ярҙам итер (Флп. 4:13). Киләсәктә Шайтан донъяһының эҙе лә ҡалмаясағын үҙ күҙҙәребеҙ менән күрербеҙ.

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Доға ҡылыу һәм Алла Һүҙе беҙгә сыҙам булырға нисек ярҙам итә?

  • Ҡәрҙәшлек беҙгә сыҙам булырға нисек ярҙам итә?

  • Өмөт беҙгә сыҙам булырға нисек ярҙам итә?

33-СӨ ЙЫР Йөгөңдө Йәһүәгә һал

a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

b ФОТОҺҮРӘТТӘ. Оло йәштәге ир ҡәрҙәш көндән-көн, йылдан-йыл һынауҙарға сыҙам булып ҡала.

c ФОТОҺҮРӘТТӘ. Оло йәштәге ир ҡәрҙәш көндән-көн, йылдан-йыл һынауҙарға сыҙам булып ҡала.

d ФОТОҺҮРӘТТӘ. Оло йәштәге ир ҡәрҙәш көндән-көн, йылдан-йыл һынауҙарға сыҙам булып ҡала.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу