33-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
4-СЕ ЙЫР «Йәһүә — Көтөүсем минең»
Йәһүәнең яратыуына ышан
«Мин... һине үҙемә тоғро мөхәббәт менән йәлеп иттем» (ЙӘР. 31:3, ЯДТ).
ТӨП ФЕКЕР
Ни өсөн үҙебеҙҙе Йәһүәнең яратыуына ышандырырға кәрәк һәм быны нисек эшләп була?
1. Ни өсөн һин Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡарар иттең? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
ЙӘҺҮӘГӘ ғүмер буйы хеҙмәт итергә вәғәҙә биргәнеңде иҫләйһеңме? Һин Алланы белгәс һәм уны ярата башлағас, был ҡарарҙы ҡабул иттең. Доғала уның ихтыярын үтәү һинең өсөн иң мөһим нәмә буласағын һәм уны бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә аҡылың һәм бөтә көсөң менән яратырға әҙер булыуыңды әйттең (Марк 12:30). Ваҡыт уҙыу менән мөхәббәтең тик көсәйә генә барҙы. Әгәр кемдер һинән бөгөн: «Һин Йәһүәне яратаһыңмы?» — тип һораһа, һин бер ҙә шикләнмәйенсә: «Әлбиттә! Минең өсөн Йәһүәнән ҡәҙерлерәк бер кем дә һәм бер нәмә лә юҡ!» — тип яуап бирерһең.
Йәһүәгә тормошоңдо бағышлаған һәм һыуға сумдырылған саҡта уны ни тиклем ныҡ яратҡаныңды хәтерләйһеңме? (1-се абзацты ҡарағыҙ.)
2, 3. Беҙ үҙебеҙҙе нимәгә ышандырырға тейеш һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр? (Йәрәмиә 31:3).
2 Әммә һинән кемдер: «Ә Йәһүәнең һине яратҡанына ышанаһыңмы?» — тип һораһа, уның яратыуына лайыҡ түгелмен тип шикләнерһеңме? Бала сағы ауыр булған бер ҡыҙ ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Мин Йәһүәне яратам. Мин быға ышанам. Ә уның мине яратҡанына йыш ҡына шикләнәм». Ысынында Йәһүә һиңә ҡарата ниндәй хистәр тоя?
3 Йәһүә һинең уның яратыуына тулыһынса ышаныуыңды теләй. (Йәрәмиә 31:3-тө уҡығыҙ, ЯДТ.) Ул бит һине яратҡанға күрә үҙенә йәлеп иткән. Ә һин үҙ тормошоңдо уға бағышлап һыуға сумдырылғас, ул һиңә бик ҡиммәтле нәмәне — үҙенең тоғро мөхәббәтен бүләк итте. Был көслө мөхәббәт бер ҡасан да һүрелмәй. Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен, шул иҫәптән һине лә «хазинам» тип атай (Мал. 3:17). Илсе Пауыл былай тип яҙған: «Үлем һәм йәшәү ҙә, фәрештәләр, күренмәгән етәкселәр һәм көстәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә, бейеклек һәм тәрәнлек тә, бар ителгән бер нәмә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша күрһәткән Алла мөхәббәтенән беҙҙе айыра алмаясағына ышанам» (Рим. 8:38, 39). Алла һинең дә илсе Пауылдыҡы кеүек көслө ышанысың булыуын теләй. Ни өсөн үҙебеҙҙе Йәһүәнең яратыуына инандырырға кәрәк һәм быны нисек эшләп була? Был мәҡәләлә ошо һорауға яуап алырбыҙ.
НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫНА ЫШАНЫРҒА КӘРӘК?
4. Шайтан ниндәй алымды ҡулланырға ярата һәм беҙ үҙебеҙҙе нисек яҡлай алабыҙ?
4 Йәһүәнең яратыуына ышаныу Шайтандың «мәкерле ниәттәренә» ҡаршы торорға ярҙам итә (Эфес. 6:11). Беҙҙе Аллаға хеҙмәт итеүҙән туҡтатыр өсөн, Шайтан барыһын да эшләй. Уның иң яратҡан алымдарының береһе — беҙҙе Йәһүәнең яратыуына шикләндереү. Был ялғандың-ялғаны! Изге Яҙмала Шайтан арыҫлан менән сағыштырыла (1 Пет. 5:8, 9). Арыҫлан көсһөҙ һәм яҡлауһыҙ хайуандарға һөжүм итә. Шуның кеүек, Шайтан да беҙҙең көсһөҙләнгән саҡты көтөп кенә тора. Мәҫәлән, тормоштағы ҡыйынлыҡтар, үткәндәге ауыр хәтирәләр йә киләсәк тураһында борсолоуҙар беҙҙе көсһөҙләндерә ала, һәм Шайтан бының менән мотлаҡ ҡулланасаҡ (Ғиб. һүҙ. 24:10). Шайтанға ҡаршы торорға нимә ярҙам итер? Йәһүәнең яратыуына иманыбыҙҙы нығытырға кәрәк (Яҡ. 4:7).
5. Ни өсөн Йәһүәнең яратыуын тойоу мөһим?
5 Йәһүәнең яратыуына ышаныу уға яҡынлашырға ярҙам итә. Бына нимә тураһында уйланып алайыҡ. Йәһүә беҙҙе яратыу һәм башҡаларҙың яратыуын тойоу теләге менән барлыҡҡа килтергән. Мөхәббәткә мөхәббәт менән яуап биреү тәбиғи. Шуға Йәһүәнең яратыуын нығыраҡ тойған һайын, беҙ ҙә уны яуап итеп нығыраҡ яратабыҙ (1 Яхъя 4:19). Беҙҙең уға яратыуыбыҙ көслөрәк булған һайын, уның да беҙгә яратыуы көслөрәк булыр. Яҡуп 4:8-ҙә тап шуның хаҡта яҙылған: «Аллаға яҡынлашығыҙ, ул да һеҙгә яҡынлашыр». Әммә Йәһүәнең мөхәббәтенә ышаныуы һаман да ауыр булһа, нимә эшләргә? Үҙебеҙҙе быға нисек ышандырырға?
ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫНА ҮҘЕБЕҘҘЕ НИСЕК ЫШАНДЫРЫРҒА?
6. Йәһүәнең яратыуына шикләнһәк нимә эшләргә?
6 Даими рәүештә һәм конкрет нәмәләр тураһында доға ҡыл (Лука 18:1; Рим. 12:12). Кәрәк булһа, Йәһүәнән көн һайын һәм күп тапҡыр үҙеңә уның күҙе менән ҡарарға ярҙам итеүен һора. Әгәр беҙ үҙебеҙҙе нимәлер өсөн тәнҡитләйбеҙ икән, шул саҡта Йәһүәнең яратыуына ышаныуы ауыр. Ләкин Алланың йөрәгебеҙҙән бөйөк булыуын иҫтә тотоу мөһим (1 Яхъя 3:19, 20). Ул беҙҙе үҙебеҙгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белә. Йәһүә хатта үҙебеҙ абайламаған яҡшы сифаттарыбыҙҙы күрә (1 Шам. 16:7; 2 Йыл. 6:30). Шуға ҡурҡмайынса Йәһүәгә йөрәгеңдә булғандың барыһын һөйлә һәм, һинең яратыуыңа ышанырға ярҙам ит, тип һора (Зәб. 61:9). Ә шунан һуң киләһе абзацтарҙа килтерелгән кәңәштәрҙе ҡуллан.
7, 8. Мәҙхиәләге һүҙҙәр Йәһүәнең яратыуына беҙҙе нисек ышандыра?
7 Йәһүәнең әйткәндәренә ышан. Изге Яҙма Алла тарафынан рухландырылып яҙылған. Шуға ул китапта яҙылғандарҙың барыһы ла дөрөҫ. Мәҫәлән, Дауыт Йәһүәнең кешеләр хаҡында наҙлы ҡайғыртыуы тураһында былай тип яҙған: «Раббы күңеле китек булғандарға яҡын, ул рухы һынғандарҙы ҡотҡарыр» (Зәб. 33:19). Рухың һынғанда үҙеңде яңғыҙ тойоуың бар. Әммә онотма: Йәһүә һинең янында һәм айырыуса шундай ваҡыттарҙа һин уға мохтаж икәнеңде белә. Башҡа бер мәҙхиәһендә Дауыт: «Күҙ йәштәремде турһығыңа йый!» — тип яҙған (Зәб. 55:9). Эйе, ниндәй һынауҙарға дусар булыуыңды Йәһүә белә. Һиңә күңелһеҙ һәм ауыр булғанын ул аңлай. Һинең яфаланыуыңды күреү уның йөрәген әрнетә. Йәһүә, образлы әйткәндә, һинең күҙ йәштәреңде йыя һәм уларҙы ҡәҙерләп һаҡлай. Сүллектә барған кешегә турһыҡтағы һыуҙың һәр тамсыһы ни тиклем ҡәҙерле булған кеүек, күҙ йәштәрең Йәһүә өсөн шулай уҡ ҡәҙерле. Зәбур 139:3-тә (ЯДТ): «Һиңә минең бөтә юлдарым билдәле», — тип әйтелә. Йәһүә һинең бөтә юлдарыңды белә, әммә яҡшы эштәреңә ул айырыуса иғтибар итә (Евр. 6:10). Уны шатландырыр өсөн һалған тырышлыҡтарыңды ул ҡәҙерләйa.
8 Изге Яҙмала беҙҙе йыуатҡан башҡа күп аяттар ҙа бар. Әйтерһең дә, улар аша Йәһүә беҙгә былай ти: «Һин минең өсөн ҡәҙерле, мин һине бик яратам һәм һинең был хаҡта белеүеңде теләйем». Әммә Шайтан беҙҙе киреһенсә ышандырырға тырыша. Шуға Алланың яратыуына шиктәр тыуһа, туҡта һәм үҙ-үҙеңдән: «Мин кемгә „ялғандың атаһына“ йә хәҡиҡәт Аллаһына ышанырмынмы?» — тип һора (Яхъя 8:44; Евр. 6:18).
9. Йәһүә уны яратҡандарға ниндәй вәғәҙә бирә? (Сығыш 20:5, 6).
9 Йәһүәнең һәр ваҡытта ла мөхәббәткә мөхәббәт менән яуап биргәнен онотма. Йәһүәнең Мусаға һәм бөтә исраилдарға нимә әйткәнен иҫкә төшөрәйек. (Сығыш 20:5, 6-те уҡығыҙ.) Тоғро Алла уны яратҡандарға тоғро яратыу күрһәтергә вәғәҙә бирә. Уның яратыуҙы ҡабул итеп яратыу менән яуап ҡайтармауын күҙ алдына килтереүе ауыр (Ҡан. 7:9). Шуға күрә Йәһүәнең яратыуына шикләнә башлаһаң, туҡтап үҙеңдән: «Ә мин Йәһүәне яратаммы?» — тип һора. Шунан һуң былай тип уйлан: мин Йәһүәне яратам һәм уны шатландырырға теләйем икән, тимәк, ул да мине бик ныҡ ярата (Дан. 9:4; 1 Кәр. 8:3). Әгәр һин Алланы яратыуыңа шикләнмәйһең икән, ни өсөн уның яратыуына шикләнәһең? Ул һине һәр ваҡытта ла яратыр һәм бер ҡасан да ҡалдырмаҫ.
10, 11. Беҙгә йоломға нисек ҡарарға кәрәк? (Ғалаттарға 2:20).
10 Йолом тураһында уйлан. Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны — Йәһүәнең кешелеккә ҡарата ғәйәт ҙур бүләге (Яхъя 3:16). Ғайса шәхсән һинең өсөн үлгән тип әйтеп буламы? Эйе. Илсе Пауылдың миҫалын иҫкә төшөрәйек. Мәсихсе булып китер алдынан ул етди гонаһтар ҡылған. Хатта һыуға сумдырылғандан һуң да үҙенең етди етешһеҙлектәре менән көрәш алып барған (Рим. 7:24, 25; 1 Тим. 1:12—14). Шулай ҙа ул йоломдо Йәһүәнең шәхсән уның өсөн биргән бүләге тип һанаған. (Ғалаттарға 2:20-не уҡығыҙ.) Беҙҙе был хәҡиҡәткә өйрәтер өсөн, Йәһүә Пауылды был хаҡта Изге Яҙмаға яҙырға дәртләндергән (Рим. 15:4). Йәһүә йоломға шәхсән һинең өсөн бирелгән бүләккә кеүек ҡарауыңды теләй. Әгәр ҙә һин йоломдо тап шулай ҡабул итһәң, был һине Йәһүәнең яратыуына күберәк инандырыр.
11 Йәһүә Ғайсаны ергә беҙҙе ҡотҡарыр өсөн ебәргән. Беҙ күктәге Атабыҙға бының өсөн бик рәхмәтле. Ғайса шулай уҡ кешеләргә Алла тураһында дөрөҫөн, мәҫәлән, уларҙы бик ныҡ яратҡаны хаҡында һөйләргә тейеш булған (Яхъя 18:37).
ҒАЙСА БЕҘҘЕ ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫНА НИСЕК ЫШАНДЫРА?
12. Ни өсөн беҙ Ғайсаның Йәһүә тураһында өйрәткәндәренә ышана алабыҙ?
12 Ғайса ерҙә булғанда, кешеләргә Йәһүә тураһында һөйләргә бик яратҡан (Лука 10:22). Уның һүҙҙәренә ышанып була, сөнки ул миллиардлаған йылдар Алла менән бергә күктә булған (Кол. 1:15). Ул үҙе лә Йәһүәнең яратыуын тойған һәм уның фәрештәләрҙе һәм кешеләрҙе бик ныҡ яратҡанын күргән. Алла Улы беҙгә күктәге Атаһының яратыуына ышанырға нисек ярҙам итә?
13. Ғайса беҙҙең Йәһүәгә нисек ҡарауыбыҙҙы теләй?
13 Ғайса беҙҙең Йәһүәгә үҙе кеүек ҡарауыбыҙҙы теләй. Инжилдең беренсе дүрт китабында Ғайса Йәһүәне 160-тан ашыу тапҡыр «Атай» тип атай. Үҙенең шәкерттәре менән һөйләшкән саҡта ул «күктәге Атайығыҙ» һәм «һеҙҙең Атағыҙ» тигән һүҙҙәр ҡулланған (Матф. 7:11; Яхъя 20:17). «Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат.) Матфай 5:16-ға комментарий килтерелә. Унда былай тиелә: «Алланың боронғо заманда йәшәгән хеҙмәтселәре Йәһүәне һүрәтләр өсөн һәм уға мөрәжәғәт итер өсөн күп кенә бөйөк титулдар ҡулланған, шул иҫәптән „Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе“, „Алла Тәғәлә“ һәм „Бөйөк Барлыҡҡа килтереүсе“. Ләкин Ғайсаның „Атай“ тигән ябай һәм аңлайышлы һүҙҙе ҡулланыуы Алланың үҙ хеҙмәтселәре менән булған яҡын мөнәсәбәттәренә баҫым яһай». Шуныһы ап-асыҡ: Ғайса беҙҙең Йәһүәгә балаларын бик яратҡан ҡайғыртыусан Атайға кеүек ҡарауыбыҙҙы теләй. Әйҙәгеҙ, Ғайсаның «Атай» тигән һүҙҙе нисек ҡулланғанына ике миҫал ҡарап сығайыҡ.
14. Ниндәй миҫалдар ярҙамында Ғайса Атаһының беҙҙе ҡәҙерләгәнен күрһәткән? (Матфай 10:29—31). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
14 Тәүҙә Ғайсаның Матфай 10:29—31-ҙа (уҡығыҙ) яҙылған һүҙҙәренә иғтибар итәйек. Унда турғайҙар тураһында яҙылған. Был бәләкәй генә ҡоштар Йәһүәне яратырға һәм уға табынырға һәләтле булмаһа ла, ул уларҙың һәр береһен күрә. Ә уға яратыуҙан сығып хеҙмәт иткәндәр тураһында ул бигерәк тә ҡайғырта! 30-сы аятта «һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр сәс бөртөгө лә һанаулы» тип әйтелә. Был аятҡа «Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат.) шундай комментарий килтерелә: «Йәһүә шундай нескәлектәр тураһында яҡшы белә икән, был уның Мәсихтең һәр шәкерте менән бик ҡыҙыҡһынғанына дәлил булып тора». Эйе, Ғайса беҙҙең күктәге Атайыбыҙ өсөн бик ҡәҙерле икәнен белеүебеҙҙе теләй.
Йәһүә һәр турғайҙы күрә икән, тимәк, уға яратыуҙан сығып хеҙмәт иткән һәр тоғро хеҙмәтсеһе бигерәк тә ҡәҙерле! (14-се абзацты ҡарағыҙ.)
15. Ғайсаның Яхъя 6:44-тә күктәге Атаһы тураһында әйткән һүҙҙәренән нимә беләбеҙ?
15 Ғайсаның «Атай» тигән һүҙҙе ҡулланыуына бына тағы бер миҫал. (Яхъя 6:44-те уҡығыҙ.) Күктәге Атайың һине үҙе хәҡиҡәткә йәлеп иткән — уның тураһында белергә һәм уны яратып китергә ярҙам иткән. Ни өсөн ул быны эшләгән? Ул һинең тәҡүә йөрәгеңде күргән (Илс. 13:48). «Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмала» (тат.) Яхъя 6:44-кә ошондай комментарий килтерелә: «Ғайса үҙ һүҙҙәрен әйткәндә, Йәрәмиә 31:3-тө күҙ уңында тотҡандыр. Унда Йәһүә үҙенең боронғо халҡына: „Һине үҙемә тоғро мөхәббәт менән йәлеп иттем [йәки „һиңә тоғро мөхәббәт күрһәтеүҙе дауам иттем“, төшөрмә]“, — тип әйткән» (Осия 11:4 менән сағыштырығыҙ.) Тимәк, һин үҙең иғтибар итмәһәң дә, Йәһүә һинең яҡшы сифаттарыңды һәр ваҡыт күреп тора.
16. а) Ғайса нимәгә өйрәткән һәм уға ышаныр өсөн ниндәй сәбәптәребеҙ бар? б) Йәһүәнең иң яҡшы Атай булыуына нисек инанырға? («Бөтәбеҙгә лә кәрәк булған Атай» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
16 Ғайса Йәһүәне Атайыбыҙ тип атап, асылда, былай тип әйткәндәй була: «Йәһүә минең генә Атайым түгел — ул һинең дә Атайың. Ул һине бик ныҡ ярата». Шуға күрә Йәһүәнең яратыуына шикләнә башлаһаң, шунда уҡ Ғайсаның өйрәткәндәрен иҫеңә төшөр. Ул бит Атайыбыҙҙы беҙҙән күпкә яҡшыраҡ белә һәм ул һәр ваҡытта ла дөрөҫөн әйтә (1 Пет. 2:22).
ЙӘҺҮӘНЕҢ ЯРАТЫУЫНА ЫШАНЫСЫҢДЫ НЫҒЫТ
17. Ни өсөн беҙгә артабан да Йәһүәнең яратыуына ышанысыбыҙҙы нығытырға кәрәк?
17 Беҙгә артабан да Йәһүәнең яратыуына ышанысыбыҙҙы нығытырға кәрәк. Юғарыла әйтелгәнсә, Шайтан, хәйләкәр дошман булараҡ, беҙҙе Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтатыр өсөн барыһын эшләйәсәк. Ул беҙҙең көсһөҙләнеүебеҙҙе һәм бирешеүебеҙҙе теләй. Шуға ул артабан да ышанысыбыҙҙы ҡаҡшатырға тырышыр. Әммә беҙ был ялғанға ышанмаҫбыҙ! (Әйүп 27:5).
18. Йәһүәнең беҙҙе яратыуына ышанысыбыҙҙы нисек нығытып була?
18 Алланың яратыуына ышанысыңды нисек нығыта алаһың? Йыш доға ҡыл һәм Йәһүәнән үҙеңә уның күҙҙәре менән ҡарарға ярҙам итеүен һора. Изге Яҙманан Алланың үҙ хеҙмәтселәре хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртыуын һүрәтләгән аяттарҙы уҡы. Онотма: Йәһүә һинең яратыуыңа һәр ваҡыт яратыу менән яуап бирәсәк. Йоломға шәхсән һиңә бирелгән бүләккә кеүек ҡара. Ғайсаның, Йәһүә һинең күктәге Атайың, тигән һүҙҙәренә ышан. Шул саҡта һинән: «Ә һин Йәһүәнең яратыуына ышанаһыңмы?» — тип һораһалар, бер ҙә шикләнмәйенсә: «Эйе, ышанам! Мин дә уға үҙ яратыуымды күрһәтер өсөн, көн дә көсөмдән килгәндең барыһын эшләйем!» — тип әйтерһең.
154-СЕ ЙЫР Һүрелмәҫ мөхәббәт
a Йыуаныс биргән күп кенә аяттарҙы «Мәсихселәр тормошо өсөн Изге Яҙманан өҙөктәр» тигән китаптан табып була («Үҙ-үҙеңә ышанмау» тигән теманы ҡарағыҙ).