34-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ
Йәһүәнең кисереүенә ышан
«Һин гонаһымды ғәфү иттең» (ЗӘБ. 31:5).
ТӨП ФЕКЕР
Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә тәүбә иткәндәрҙе кисерә. Ни өсөн быға ышаныу мөһим?
1, 2. Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы кисергәндә, беҙ нимә хис итәбеҙ? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
ДАУЫТ батшаға үткәндә ҡылған гонаһтары тынғы бирмәгән. Уны ғәйеп хисе ғазаплаған (Зәб. 39:12; 50:5, башланғыс һүҙ). Әммә ул тәүбә итеп Йәһүәнең кисереүен алғас, ысын бәхет тойған (2 Шам. 12:13; Зәб. 31:1).
2 Беҙ ҙә Йәһүәнең шәфҡәтлеген тоя алабыҙ. Алланың хатта етди гонаһтарыбыҙҙы ла кисерергә әҙер булыуын белеү йыуата. Бының өсөн беҙгә ысын күңелдән тәүбә итергә, ғәйебебеҙҙе танырға һәм хаталарҙы яңынан ҡабатламаҫҡа тырышлыҡтар һалырға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 28:13; Илс. 26:20; 1 Яхъя 1:9). Йәһүә беҙҙе кисергәс, бер ваҡытта ла шул хаталарҙы яңынан иҫебеҙгә төшөрмәҫ һәм улар өсөн инде хөкөм итмәҫ. Быны белеү беҙҙе шатландыра (Йәз. 33:16).
Дауыт батша Йәһүәнең кисереүе хаҡында күп мәҙхиәләр яҙған. (1, 2-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)
3, 4. а) Һыуға сумдырылғандан һуң бер ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ ниндәй хистәр кисергән? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Ҡайһы саҡта Йәһүәнең беҙҙе ғәфү итеүенә ышаныуы ауыр. Йәһүә шаһиттарының ғаиләһендә үҫкән Дже́ннифер ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ менән дә шундай хәл булған. Үҫмер сағында ул ике төрлө тормош алып бара башлаған. Йылдар уҙғас, Дженнифер Йәһүәгә кире ҡайтҡан, тулыһынса үҙгәргән һәм һыуға сумдырылған. Ул былай тип һөйләй: «Йыйылыштан киткәс, иҫерткес эсемлектәр, аҡса һәм әхлаҡһыҙлыҡ минең тормошомда иң мөһим нәмә булып китте. Ул ваҡытта мин бик ҡыҙыу инем. Әммә үҙ гонаһтарымда тәүбә иттем һәм Йәһүәнән үтенеп кисереү һораным. Мәсихтең йолом ҡорбаны мине Алла күҙендә сафландыра икәнен аңлай инем. Ләкин йөрәгемде быға ышандырып булмай ине».
4 Үткәндә ҡылған хаталарыбыҙҙы Йәһүә кисерә икәненә ышаныуы ауыр булырға мөмкин. Шул саҡта Дауыт батшаның миҫалын иҫеңә төшөр. Ул Алланың шәфҡәтлегенә бер ҙә шикләнмәгән. Йәһүә беҙҙең дә шундай уҡ ышанысҡа эйә булыуыбыҙҙы теләй. Был мәҡәләлә ошондай һорауҙарға яуап алырбыҙ: ни өсөн беҙ Йәһүәнең кисереүенә ышанырға тейеш һәм был йәһәттән беҙгә нимә ярҙам итер?
НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘНЕҢ КИСЕРЕҮЕНӘ ЫШАНЫУ МӨҺИМ?
5. Шайтан беҙҙе нисек алдарға тырыша? Миҫал килтерегеҙ.
5 Йәһүәнең кисереүенә ышанһаҡ, Шайтандың тоҙағына эләкмәҫбеҙ. Шуны онотмайыҡ: Шайтан беҙҙе Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтатыр өсөн, барыһын эшләргә әҙер. Маҡсатына ирешер өсөн, ул гонаһтарыбыҙҙың бик етди булыуына һәм Алланың беҙҙе бер ҡасан да кисермәйәсәгенә ышандырырға тырыша. Боронғо Кәринт ҡалаһында нимә булғанын иҫкә төшөрәйек. Бер мәсихсе гонаһы өсөн йыйылыштан ситләштерелгән булған (1 Кәр. 5:1, 5, 13). Һуңыраҡ ул тәүбә иткән. Ләкин Шайтан ҡәрҙәштәрҙең уны ғәфү итмәүен, үҙҙәрен уның менән ҡырыҫ тотоуын һәм уның ҡайтыуына шатланмауҙарын теләгән. Шул уҡ ваҡытта Шайтан тәүбә иткән кешенең үҙен кисереүгә лайыҡ түгелмен тип уйлауын һәм, «артыҡ ныҡ көйөнөүгә» бирелеп, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтауын теләгән. Шайтандың маҡсаты һәм алымдары үҙгәрмәгән, әммә «беҙ уның ниәттәрен беләбеҙ» (2 Кәр. 2:5—11).
6. Ғәйеп йөгөнән арынырға нимә ярҙам итер?
6 Йәһүәнең кисереүенә ышанһаҡ, ғәйеп йөгөнән арына алырбыҙ. Гонаһ ҡылғанда беҙ, ғәҙәттә, үҙебеҙҙе ғәйепле итеп тоябыҙ (Зәб. 50:19). Бер яҡтан был яҡшы ла, сөнки тәртибебеҙҙе үҙгәртергә һәм дөрөҫ эш итергә теләгебеҙ тыуа (2 Кәр. 7:10, 11). Инде күптән тәүбә иткән булһаҡ та, әммә үҙебеҙҙе һаман да ғазаплаһаҡ, хәлһеҙләнеп китеүебеҙ бар. Йәһүәнең кисереүенә ышанғас, ғәйеп тойғоһон үткәндә ҡалдырырға кәрәк. Шул саҡта беҙ Аллаға ул теләгәнсә рәхәтләнеп саф выждан менән хеҙмәт итә алырбыҙ (Кол. 1:10, 11; 2 Тим. 1:3). Әгәр ҙә Йәһүәнең кисереүенә барыбер ышаныуы ауыр булһа, шул саҡта нимә эшләргә? Уның кисереүенә үҙебеҙҙе нисек ышандырырға?
ЙӘҺҮӘНЕҢ КИСЕРЕҮЕНӘ ҮҘЕБЕҘҘЕ НИСЕК ЫШАНДЫРЫРҒА?
7, 8. Йәһүә Мусаға үҙе тураһында нимә әйткән һәм был беҙҙе нимәгә ышандыра? (Сығыш 34:6, 7).
7 Йәһүәнең үҙен нисек һүрәтләгәне тураһында уйлан. Алланың Муса менән Синай тауында һөйләшкәнен иҫкә төшөрәйекa. (Сығыш 34:6, 7-те уҡығыҙ.) Алланың яҡшы сифаттары күп булһа ла, ул иң тәүҙә үҙен «рәхимле һәм мәрхәмәтле» тип атай. Уйлап ҡына ҡара, шундай Алла ысын күңелдән тәүбә иткән хеҙмәтсеһен ғәфү итмәҫме ни? Әлбиттә, ғәфү итер. Юғиһә, Алла мәрхәмәтһеҙ һәм аяуһыҙ булыр ине. Ә Йәһүә ундай ҡырыҫ була алмай!
8 Йәһүә үҙе тураһында бер ҡасан да ялған әйтмәйәсәк, сөнки ул хәҡиҡәт Аллаһы (Евр. 6:18). Шуға беҙ уның бөтә һүҙҙәренә ышана алабыҙ. Үткәндә ҡылған гонаһтарың ғазаплаһа, үҙ-үҙеңдән былай тип һора: мин Йәһүәнең рәхимле һәм мәрхәмәтле Алла булыуына һәм тәүбә иткән һәр кемде кисереүенә ышанаммы? Мин быға ышанам икән, уның мине кисереүенә шикләнергә ниндәй сәбәптәрем бар?
9. Зәбур 31:5-тә яҙылған һүҙҙәрҙән Йәһүәнең кисереүе тураһында нимә белеп була?
9 Алланың кисереүе тураһындағы аяттар өҫтөндә уйлан. Мәҫәлән, Дауыт: «Һин гонаһымды ғәфү иттең», — тип яҙған. (Зәбур 31:5-те уҡығыҙ.) «Ғәфү итеү» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе шулай уҡ «күтәреү», «алыу» йә «йөрөтөүҙе» аңлатырға мөмкин. Дауытты кисереп, Йәһүә күсмә мәғәнәлә уның гонаһтарын алып киткән. Шунда Дауыт уны баҫҡан ауыр ғәйеп йөгөнән арынған һәм еңеллек тойған (Зәб. 31:2—4). Беҙҙең менән дә шулай була ала. Тәүбә итһәк, беҙгә бүтән үҙебеҙҙе ғәйепләргә кәрәкмәй, сөнки Йәһүә беҙҙе тулыһынса ғәфү итә һәм гонаһтарыбыҙҙы алып китә.
10, 11. Йәһүә «ғәфү итергә әҙерһең» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата? (Зәбур 85:5).
10 Зәбур 85:5-те уҡығыҙ. Был мәҙхиәлә Дауыт, Йәһүә «ғәфү итергә әҙерһең», тип яҙған. Бер белгес был һүҙбәйләнеш тураһында былай тигән: «Алла ғәфү итергә теләй ҙә, әҙер ҙә. Кисереү уның айырылғыһыҙ өлөшө». Ни өсөн Йәһүә ғәфү итергә әҙер? Аяттың икенсе өлөшөндә: «Үҙеңде саҡырғандарға мөхәббәтең мул», — тип әйтелә. Үткән мәҡәләлә әйтелгәнсә, тоғро яратыу — бер ҡасан да һүрелмәй торған көслө бирелгәнлек. Был сифат Йәһүәне үҙ гонаһтарында тәүбә иткәндәрҙе ысын күңелдән кисерергә дәртләндерә (Ишағ. 55:7). Әгәр һиңә Йәһүәнең кисереүенә ышаныуы ауыр икән, үҙ-үҙеңдән былай тип һора: «Йәһүә тәүбә иткән һәм шәфҡәт һораған һәр кешене кисерергә әҙер икәненә ышанаммы? Эйе икән, мин Йәһүәнән шәфҡәтлек һәм кисереү һорап үтенгәндә, үҙемде ғәфү иткәненә шикләнергә сәбәптәрем бармы?»
11 Шулай уҡ Йәһүә камил булмауыбыҙҙы яҡшы аңлай. Быны белеү беҙҙе йыуата (Зәб. 138:1, 2). Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең ғәфү итергә әҙер икәненә инанырға ярҙам иткән тағы бер мәҙхиәне ҡарап сығайыҡ.
ЙӘҺҮӘНЕҢ НИМӘНЕ ИҪТӘ ТОТҠАНЫН ОНОТМА
12, 13. Зәбур 102:14 буйынса, Йәһүә нимәне иҫендә тота һәм был уны нимәгә дәртләндерә?
12 Зәбур 102:14-те уҡығыҙ. Дауыт Йәһүә тураһында: «Тупраҡ булғаныбыҙ Уның хәтерендә», — тип әйткән. Был һүҙҙәрҙе әйтеп, Дауыт Йәһүәнең тәүбә иткәндәрҙе теләп кисереүенең сәбәбен аңлата: ул беҙҙең камил булмауыбыҙҙы һәр ваҡыт иҫәпкә ала. Әйҙәгеҙ, был һүҙҙәрҙе ентекләберәк ҡарап сығайыҡ.
13 Йәһүә тураһында Дауыт: «Ул нисек яратылғаныбыҙҙы белә», — тигән. Алла Әҙәмде «тупраҡтан» яратҡан, һәм кеше нимәгә мохтаж икәнен яҡшы белә. Хатта камил кешегә лә ашарға, эсергә һәм тын алырға кәрәк (Баш. 2:7). Әммә Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылғас, «тупраҡ булғаныбыҙ» тигән һүҙбәйләнеш яңы мәғәнә йөрөтә башлаған. Уларҙың арҡаһында бөтә кешеләр ҙә камиллығын юғалтҡан һәм шуға ла хаталар ҡылырға әүәҫ. Дауыттың һүҙҙәренән күренеүенсә, Йәһүә был турала белеп кенә ҡалмай, ә ул быны хәтерендә тота. «Хәтерендә тота» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе берәй ниндәй фекерҙе генә түгел, ә ниндәйҙер эш итеүҙе лә үҙ эсенә алырға мөмкин. Тимәк, Зәбур 102:14-те былай тип аңлап була: Йәһүә беҙҙең хаталар яһаясағыбыҙҙы белә, әммә беҙ ысын күңелдән тәүбә итһәк, ул беҙгә шәфҡәтлек күрһәтеп беҙҙе кисерә (Зәб. 77:38, 39).
14. а) Йәһүәнең тулыһынса кисереүе Зәбур 102:12-нән нисек күренә? б) Йәһүәнең тулыһынса кисереүе Дауыттың миҫалынан нисек күренә? («Йәһүә кисерә һәм онота» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
14 Йәһүә тулыһынса кисерәме? (Зәбур 102:12-не уҡығыҙ.) Дауыт әйтеүенсә, Йәһүә кисергәндә, көнсығыш көнбайыштан ни ҡәҙәр алыҫ булған кеүек, шул тиклем йыраҡҡа гонаһтарыбыҙҙы алып китә. Көнсығыш көнбайыштан ныҡ йыраҡ. Был ике ҡапма-ҡаршы яҡ бер ҡасан да бер-береһенә тап килмәй. Ошо миҫалдан Йәһүәнең кисереүе тураһында нимә белә алабыҙ? Дауыттың мәҙхиәләренә бағышланған бер белешмәлә былай тиелә: «Алла гонаһтарыбыҙҙы юҡ иткәндә уның тураһындағы хәтирәләрҙе лә юҡ итә». Образлы әйткәндә, гонаһтың эҙе лә, хатта еҫе лә ҡалмай. Еҫтәр, ғәҙәттә, ниндәйҙер хәтирәләр уята. Йәһүә кисергәндә, уның өсөн бер ниндәй ҙә еҫ ҡалмай. Шуға гонаһтарыбыҙ өсөн яза бирергә уны бер нәмә лә этәрмәй (Йәз. 18:21, 22; Илс. 3:19).
15. Үткәндә ҡылған хаталар арҡаһында ғәйеп тойғоһонан ғазапланһаҡ, нимә эшләргә?
15 Дауыттың 102-се мәҙхиәлә яҙылған һүҙҙәрен үҙебеҙгә нисек ҡуллана алабыҙ? Үткәндә ҡылған гонаһтарыбыҙ беҙҙе ғазаплаһа, үҙебеҙҙән былай тип һорай алабыҙ: Йәһүә хәтерендә тотҡан нәмәне мин иҫтә тотаммы? Йәһүә минең камил булмауымды хәтерендә тота һәм тәүбә иткән кешеләрҙең барыһын, шул иҫәптән мине лә кисерә, мин быны онотмайыммы? Йәһүә минең кисерелгән гонаһтарымды оноторға ҡарар иткән һәм улар өсөн бер ҡасан да яза бирмәйәсәк, мин быны иҫтә тотаммы? Йәһүә үткәндә булған гонаһтарыбыҙҙы ҡат-ҡат иҫенә төшөрмәй. Беҙгә лә шулай эшләргә кәрәк (Зәб. 129:3). Йәһүәнең кисереүенә ышанып, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе ғәфү итә алырбыҙ һәм алға барырбыҙ.
16. Үткәндәге хаталар өсөн үҙебеҙҙе өҙлөкһөҙ ғәйепләү ни өсөн ҡурҡыныс? Миҫал килтерегеҙ. (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
16 Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Үҙеңде үткәндәге хаталарың өсөн һәр ваҡыт ғәйепләү машина йөрөткәндә һәр ваҡытта ла артҡы яҡты күрһәткән көҙгөгә ҡарауға тиң. Әлбиттә, водитель, аварияға эләкмәҫ өсөн, ваҡыт-ваҡыт унда ҡарап ала. Ләкин ул күберәк алға ҡарарға тейеш. Шуның кеүек, беҙгә лә ҡайһы саҡта үткәндәге хаталарҙы иҫкә төшөрөү файҙалы. Алған һабаҡтар уларҙы ҡабатламаҫҡа ярҙам итер. Әммә улар тураһында ғына уйлап йөрөһәк, ғәйеп тойғоһо беҙҙе шатлыҡтан мәхрүм итер һәм Йәһүәгә бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итергә ҡамасаулар. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, алға ҡарайыҡ, сөнки беҙ яңы донъяға илткән юлдан барабыҙ. Ә унда бар насар нәмәләр «инде хәтергә алынмаҫ» (Ишағ. 65:17; Ғиб. һүҙ. 4:25).
Водитель иғтибарын арт яҡты күрһәткән көҙгөгә түгел, ә алдағы нәмәләргә тупларға тейеш. Беҙгә лә үткәндәге хаталар хаҡында түгел, ә киләсәктәге фатихалар тураһында күберәк уйларға кәрәк. (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)
АРТАБАН ДА ҮҘ ЙӨРӘГЕҢДЕ ЫШАНДЫР
17. Ни өсөн беҙгә артабан да Йәһүәнең яратыуына һәм кисерергә әҙер булыуына йөрәгебеҙҙе ышандырып торорға кәрәк?
17 Беҙгә артабан да Йәһүәнең беҙҙе яратыуына һәм кисерергә әҙер булыуына йөрәгебеҙҙе ышандырып торорға кәрәк (1 Яхъя 3:19). Ни өсөн был мөһим? Шайтан беҙҙе, Йәһүәнең яратыуына һәм кисереүенә лайыҡ түгелбеҙ, тип ышандырырға маташа. Уның маҡсаты — беҙҙе Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтатыу. Ваҡыты әҙ ҡалғанын белгәнгә, ул беҙгә тағы ла көслө ярһыу менән һөжүм итер (Асыл. 12:12). Уға үҙебеҙҙе еңергә юл ҡуймайыҡ!
18. Йәһүәнең яратыуына һәм һәр ваҡыт кисерергә әҙер булыуына йөрәгебеҙҙе нисек ышандырырға?
18 Үткән мәҡәләләге кәңәштәр Йәһүәнең яратыуына ышанырға ярҙам итә. Ә уның кисереүенә йөрәгебеҙҙе нисек ышандырырға? Изге Яҙмала Йәһүә үҙен нисек һүрәтләгәненә иғтибар ит, уның кисереүе хаҡындағы аяттар тураһында уйлан. Онотма, Йәһүә һинең камил булмауыңды белә һәм һиңә шәфҡәтлек күрһәтер. Шуны ла әйтергә кәрәк: ул тулыһынса кисерә. Шул саҡта, Дауыт кеүек, Йәһүәнең шәфҡәтлеген үҙеңдә тойоп, һин: «Рәхмәт, Йәһүә! Һин „гонаһымды ғәфү иттең“!» — тип әйтерһең (Зәб. 31:5).
1-СЕ ЙЫР Йәһүәнең сифаттары
a «Күҙәтеү манараһының» 2009 йылдың 1 май сығарылышында «Алланы яҡшыраҡ белегеҙ. Йәһүә үҙе тураһында һөйләй» (тат.) тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.