Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 август 20—25 бб.
  • Һин гонаһлы теләктәргә ҡаршы тора алаһың

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һин гонаһлы теләктәргә ҡаршы тора алаһың
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ШАЙТАН БЕҘГӘ НИНДӘЙ УЙҘАР ТАҒЫРҒА ТЕЛӘЙ?
  • КАМИЛ БУЛМАУЫБЫҘ АРҠАҺЫНДА НИНДӘЙ ХИСТӘР КИСЕРЕҮЕБЕҘ БАР?
  • НИСЕК ЕҢЕҮ ЯУЛАРҒА?
  • «ҮҘЕГЕҘҘЕ ТИКШЕРЕГЕҘ!»
  • Ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн уяу булығыҙ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Һыуға сумдырылғандан һуң да Ғайса артынан барығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Кешеләрҙе гонаһтан һәм үлемдән ҡотҡарыр өсөн Йәһүә нимә эшләгән?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 август 20—25 бб.

35-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

121-СЕ ЙЫР Беҙгә тотанаҡлыҡ үҫтерергә кәрәк

Һин гонаһлы теләктәргә ҡаршы тора алаһың

«Үлемле тәнегеҙ өҫтөнән гонаһ хакимлыҡ итмәһен, шул ваҡытта һеҙ нәфсегә буйһонмаҫһығыҙ» (РИМ. 6:12).

ТӨП ФЕКЕР

Дөрөҫ булмаған теләктәр тыуғанда бойоҡмаҫҡа һәм был теләктәргә бирелмәҫкә нимә ярҙам итер?

1. Камил булмаған кешеләргә нимә хас?

ҠАСАН да булһа Йәһүә хупламағанды эшләргә көслө теләгегеҙ булдымы? Шулай булһа, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Изге Яҙмала: «Һеҙ ябай әҙәм хәленән килгән һынауҙарға ғына дусар булдығыҙ», — тип әйтелә (1 Кәр. 10:13). Башҡа кешеләр ҙә дөрөҫ булмаған теләктәр менән көрәш алып бара. Әммә Йәһүәнең ярҙамы менән һеҙ еңә алаһығыҙ.

2. Ҡайһы бер мәсихселәр һәм өйрәнеүселәр ниндәй ҡотҡо менән көрәш алып бара? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

2 Шулай уҡ Изге Яҙмала: «Һәр кемде үҙ теләге ымһындырып ҡоторта, шулай итеп ул һынала», — тип әйтелә (Яҡуп 1:14). Был аяттан күренеүенсә, һәр кешенең үҙ гонаһлы теләктәре бар. Мәҫәлән, ҡайһы бер мәсихселәрҙең енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылырға теләге тыуа. Кемдер ҡаршы енескә, ә икенселәре үҙ енесендәге кешеләргә тартыла. Кемдер элек порнография ҡараған булһа, уның был теләге яңынан ҡайтырға мөмкин. Наркотик ҡулланған һәм иҫерткес эсемлектәрҙе күп эскән кешеләр ҙә шундай уҡ ауырлыҡтар менән осраша ала. Ҡайһы бер мәсихселәр һәм өйрәнеүселәр башҡа төрлө гонаһлы теләктәр менән көрәшә. Моғайын, һәр беребеҙгә илсе Пауылдың хистәре таныштыр. Ул былай тигән: «Мин яҡшылыҡ эшләргә теләйем, әммә яманлыҡ ҡылыуҙан арына алмайым» (Рим. 7:21).

Ҡотҡо көтмәгәндә, төрлө ваҡытта һәм төрлө урында килеп сыға ала. (2-се абзацты ҡарағыҙ.)c


3. Гонаһлы теләктәре ҡат-ҡат тыуып торған кеше ниндәй хистәр кисерә ала?

3 Гонаһлы теләктәр ҡат-ҡат тыуып торһа, һеҙҙең үҙегеҙҙе улар алдында көсһөҙ итеп тойоуығыҙ һәм уларға ҡаршы тора алыуығыҙға шикләнеүегеҙ бар. Гонаһлы теләктәр тыуғанға, мине Йәһүә хупламай, тип уйлауығыҙ һәм өмөтһөҙлөккә бирелеүегеҙ ихтимал. Әммә шундай уйҙар дөрөҫ түгел. Был мәҡәләлә беҙ ике һорауҙы ҡарап сығарабыҙ: 1) Ни өсөн беҙҙә көсһөҙлөк һәм өмөтһөҙлөк хисе тыуа ала? 2) Гонаһлы теләктәрҙе еңергә беҙгә нимә ярҙам итер?

ШАЙТАН БЕҘГӘ НИНДӘЙ УЙҘАР ТАҒЫРҒА ТЕЛӘЙ?

4. а) Ни өсөн Шайтан үҙебеҙҙе көсһөҙ тип һанауыбыҙҙы теләй? б) Гонаһлы теләктәргә ҡаршы тора алыуыбыҙҙы ҡайҙан беләбеҙ?

4 Шайтан беҙҙең, мин гонаһлы теләктәргә ҡаршы тора алмайым, тип уйлауыбыҙҙы теләй. Быны белгәнгә, Ғайса шәкерттәрен былай тип доға ҡылырға өйрәткән: «Беҙгә ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам ит һәм Иблистән ҡотҡар» (Матф. 6:13). Кеше ҡотҡо менән осрашҡас, Йәһүәнән баш тартыр, тип раҫлай Шайтан (Әйүп 2:4, 5). Ни өсөн ул шулай тип уйлай? Ул үҙе, гонаһлы теләктәренә бирелеп, Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға теләмәгән. Күрәһең, ул беҙҙе үҙе кеүек күрә: ҡотҡоға юлыҡҡас та, шунда уҡ Йәһүәне ҡалдырырбыҙ, тип фекер йөрөтә ул. Ул хатта Алланың камил Улын да ҡоторта алам тип уйлаған! (Матф. 4:8, 9). Гонаһлы теләктәр ысынлап та беҙҙән көслөрәкме һәм беҙ уларға ҡаршы тора алмайбыҙмы ни? Әлбиттә, ҡаршы тора алабыҙ! Беҙ, илсе Пауыл әйткән һүҙҙәр менән килешәбеҙ. Ул былай тип яҙған: «Миңә ҡеүәт биреүсе ярҙамы менән мин барыһын да булдыра алам» (Флп. 4:13).

5. Йәһүәнең беҙҙең гонаһлы теләктәргә ҡаршы тора алыуыбыҙға ышанғаны нимәнән күренә?

5 Шайтандан айырмалы булараҡ, Йәһүә беҙҙең гонаһлы теләктәргә ҡаршы тора алыуыбыҙға бер ҙә шикләнмәй. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Йәһүә, бихисап күп кеше уға тоғро ҡалып, бөйөк афәтте кисереп сығасаҡ, тип пәйғәмбәрлек иткән. Бының нимә аңлатҡаны тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ. Бер ҡасан да ялғанды һөйләмәгән Алла, бер нисә кеше генә түгел, ә бихисап күп кеше, «аҡ кейем кейеп», йәғни уның күҙендә саф булып, яңы донъяға инәсәк, тип әйткән (Асыл. 7:9, 13, 14). Күреүебеҙсә, Йәһүә беҙҙе гонаһлы теләктәр алдында көсһөҙ тип һанамай.

6, 7. Шайтан беҙҙе тағы ла нимәгә ышандырырға маташа?

6 Шайтан беҙҙең көсһөҙ булыуыбыҙҙы ғына түгел, ә шулай уҡ, гонаһлы теләктәребеҙ тыуғанға Йәһүә беҙҙе хупламай, тип уйлап, өмөтһөҙлөккә бирелеүебеҙҙе лә теләй. Әммә әйтеп киткәнебеҙсә, Шайтан беҙҙе үҙе һымаҡ күрә. Ысынында ул үҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡ түгел, һәм Йәһүә уны юҡ итәсәк (Баш. 3:15; Асыл. 20:10). Шайтан беҙгә бик асыулы, сөнки беҙҙә булған нәмә — киләсәккә өмөт унда юҡ, һәм ул беҙҙең дә шундай уҡ хистәр кисереүебеҙҙе теләй. Ләкин беҙ өмөтһөҙ түгел. Йәһүә беҙгә бөтөнләй башҡаса ҡарай һәм беҙҙең мәңге йәшәүебеҙҙе теләй. Алла «бит бер кемдең дә һәләк ителеүен теләмәй, ә бөтәһенең дә тәүбәгә килеүен теләй» (2 Пет. 3:9).

7 Гонаһлы теләктәр менән көрәшкәндә көсһөҙлөк һәм өмөтһөҙлөк тойһаҡ, тимәк, Шайтан маҡсатына ирешкән булып сыға. Быны иҫтә тотоу уға ҡаршы торорға ярҙам итә (1 Пет. 5:8, 9).

КАМИЛ БУЛМАУЫБЫҘ АРҠАҺЫНДА НИНДӘЙ ХИСТӘР КИСЕРЕҮЕБЕҘ БАР?

8. Гонаһлы теләктәр менән көрәш алып барыуыбыҙҙы нимә тағы ауырлаштыра ала? (Зәбур 50:7). («Аңлатманы» ла ҡарағыҙ.)

8 Алдан әйтеп кителгәнсә, гонаһлы теләктәр менән көрәшкәндә беҙҙең көсһөҙләнеүебеҙ һәм өмөтһөҙлөккә бирелеүебеҙ бар. Әммә был хистәр артында һәр ваҡытта ла Шайтан тормай. Сәбәбе тағы нимәлә булырға мөмкин? Камил булмауыбыҙҙа. Беҙ бит Әҙәм менән Һауанан гонаһтыa мираҫ итеп алғанбыҙ (Әйүп 14:4; Зәбур 50:7-не уҡығыҙ).

9, 10. а) Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылғас, ниндәй хистәр кисергән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.) б) Мираҫ итеп алынған гонаһ беҙгә нисек тәьҫир итә?

9 Әҙәм менән Һауаның гонаһ ҡылғандан һуң нимә хис иткәне тураһында уйланайыҡ. Йәһүәнең әмерен боҙғас, улар яланғас булыуҙарынан оялып унан йәшенгән. «Изге Яҙманы аңлау» энциклопедияһында (урыҫ) былай тип әйтелә: «Гонаһ уларҙа ғәйеп, ҡурҡыу һәм оялыу хисен тыуҙырған». Әҙәм менән Һауа ошо өс бүлмәнән генә торған өйҙә бикле ҡалған кеүек булған. Әйтерһең дә, улар бер бүлмәнән икенсе бүлмәгә күсеп йөрөгән, әммә тышҡа сыға алмаған. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар камил булмауынан арына алмаған.

10 Әлбиттә, беҙҙең шарттарыбыҙ Әҙәм менән Һауаныҡынан айырылып тора. Улар бөтә кешеләр өсөн түләнгән йоломдан файҙалана алмай, ә беҙҙе был йолом гонаһтан таҙарта һәм саф выждан бирә (1 Кәр. 6:11). Шулай ҙа беҙ камил түгел һәм гонаһлы. Шуға күрә беҙ ҙә ғәйеп, ҡурҡыу һәм оялыу хисен кисерәбеҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, гонаһ бөтә кешеләргә, хатта «Әҙәмдең ғәйебе һымаҡ гонаһ ҡылмаған» кешеләргә лә ныҡ тәьҫир итә (Рим. 5:14). Ләкин беҙ, мин гонаһлы булып тыуғас, дөрөҫ эш итә алмайым һәм киләсәккә өмөтөм юҡ, тип уйларға тейеш түгел. Шундай кире фекерҙәр менән көрәшеү мөһим. Был йәһәттән беҙгә нимә ярҙам итер?

Әҙәм менән Һауа оятҡа ҡалып Эден баҡсаһынан сығып бара, өҫтәрендә тиренән тегелгән кейем.

Гонаһ Әҙәм менән Һауала ғәйеп, ҡурҡыу һәм оялыу хисен уятҡан. (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)


11. Гонаһлы теләктәр алдында үҙҙәрен көсһөҙ итеп тойған кешеләргә Римдарға 6:12-лә ниндәй кәңәш бар?

11 Ҡайһы саҡта беҙгә насар теләктәргә ҡаршы тора алмайбыҙ кеүек тойолорға мөмкин. Ысынында, камил булмауыбыҙ «һин көсһөҙ» тип беҙҙе ышандырырға тырыша. Ләкин беҙ был тауышты тыңларға тейеш түгел. Ни өсөн? Изге Яҙма беҙҙе, гонаһҡа өҫтөңдән хакимлыҡ итергә бирмә, тип өйрәтә. (Римдарға 6:12-не уҡығыҙ.) Тимәк, беҙ гонаһлы теләктәргә буйһонорға тейеш түгел (Ғал. 5:16). Йәһүә ҡотҡоларға ҡаршы тора алыуыбыҙға шикләнмәй, юғиһә, ул беҙҙән быны талап итмәҫ ине (Ҡан. 30:11—14; Рим. 6:6; 1 Тис. 4:3). Бынан күренеүенсә, гонаһлы теләктәр менән көрәшергә беҙҙең көсөбөҙ бар.

12. Гонаһ арҡаһында өмөтһөҙлөккә бирелгән кешеләргә үҙҙәрен нисек тоторға кәрәк һәм ни өсөн?

12 Гонаһлы теләктәр тыуғанға күрә генә Йәһүә беҙҙе хупламай, тип уйлауыбыҙ арҡаһында өмөтһөҙлөккә бирелеүебеҙ бар. Моғайын, быны ла шул уҡ эстәге тауыш әйтәлер, әммә уны тыңларға кәрәкмәй. Ни өсөн? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә беҙҙең турала барыһын да белә һәм гонаһтың ниндәй йоғонто яһағанын яҡшы аңлай (Зәб. 102:13, 14; 1 Яхъя 3:19, 20). Гонаһлы теләктәргә ҡаршы торһаҡ һәм уларға бирешмәһәк, Йәһүә күҙендә саф булырбыҙ. Ни өсөн беҙ быға ышана алабыҙ?

13, 14. Гонаһлы теләктәрегеҙ тыуһа, Йәһүә һеҙҙең менән ҡәнәғәт түгел тигәнде аңлатамы? Аңлатығыҙ.

13 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, дөрөҫ булмаған эштәр (уларҙы контроль аҫтында тотоп була) һәм дөрөҫ булмаған теләктәр (улар үҙенән-үҙе тыуырға мөмкин) араһында айырма бар. Мәҫәлән, Кәринт йыйылышындағы ҡайһы берәүҙәр мәсихсе булып китер алдынан үҙ енесендәге кеше менән мөнәсәбәттә торған булған. Пауыл: «Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине», — тип яҙған. Тимәк, һыуға сумдырылғандан һуң уларҙың бүтән дөрөҫ булмаған теләктәре тыумағанмы ни? Моғайын, тыуғандыр, сөнки ундай әшәкелек тәрән тамырҙар йәйә һәм унан арыныу еңел түгел. Әммә мәсихсе, үҙен ҡулда тотоп, үҙ теләктәренә бирелмәгәндә, Йәһүә шатланған һәм уны саф тип һанаған (1 Кәр. 6:9—11). Шуны уҡ бөгөнгө ваҡытта йәшәгән мәсихселәр тураһында ла әйтеп була.

14 Ниндәй генә гонаһлы теләктәр менән көрәшһәгеҙ ҙә, һеҙ уларҙан өҫтөн сыға алаһығыҙ. Хатта һеҙ уларҙан тулыһынса арына алмаһағыҙ ҙа, тотанаҡлы булырға һәм «тән теләктәре буйынса» йәшәмәҫкә көсөгөҙ етер (Эфес. 2:3). Артабан беҙ гонаһлы теләктәр менән көрәшеүҙә ярҙам иткән ғәмәли кәңәштәрҙе ҡарап сығырбыҙ.

НИСЕК ЕҢЕҮ ЯУЛАРҒА?

15. Намыҫлы булыу нисек гонаһлы теләктәр менән көрәшергә ярҙам итә?

15 Гонаһлы теләктәрҙе еңергә теләһәң, иң тәүҙә, үҙ-үҙең менән намыҫлы булырға һәм етешһеҙлектәрҙе танырға кәрәк. «Ялған фекер йөрөтөүҙәр менән үҙ-үҙегеҙҙе» алдамағыҙ (Яҡ. 1:22). Мәҫәлән, кемдер, башҡалар минән дә күберәк эсә тип, проблеманы кәметергә маташа. Ә ҡайһы берәүҙәр, ҡатыным минең менән наҙлыраҡ булһа, мин порнография ҡарамаҫ инем тип, ғәйепте башҡаларға ауҙара. Шундай фекер йөрөтөү ҡотҡоға ҡаршы торорға ярҙам итмәй, ә киреһенсә, гонаһҡа этәрә. Шуға хатта уйҙарҙа ла насар тәртибегеҙҙе аҡламағыҙ, үҙ эштәрегеҙ өсөн яуаплы була белегеҙ (Ғал. 6:7).

16. Дөрөҫ эш итергә нимә ярҙам итер?

16 Йомшаҡ яҡтарығыҙҙы танығандан һуң уларға бирешмәҫкә ныҡлы ҡарар ҡабул итегеҙ (1 Кәр. 9:26, 27; 1 Тис. 4:4; 1 Пет. 1:15, 16). Һеҙҙең өсөн нимә тоҙаҡ була алғанын билдәләгеҙ. Бәлки, ниндәйҙер ҡотҡо алдында һеҙгә ныҡ ҡалыу ауырҙыр йә көндөң билдәле бер ваҡытында, мәҫәлән, арығанда йә көн аҙағында үҙегеҙҙе көсһөҙ тояһығыҙҙыр. Һеҙҙе ҡотҡоға һала алған осраҡтарҙы алдан күрергә тырышығыҙ һәм уларға нисек ҡаршы тора алғанығыҙ тураһында уйланығыҙ. Уларға эләкмәҫ өсөн, быны күпкә алдараҡ эшләү яҡшы булыр (Ғиб. һүҙ. 22:3).

17. Йософтоң миҫалынан нимәгә өйрәнеп була? (Башланмыш 39:7—9). (Рәсемдәрҙе лә ҡарағыҙ.)

17 Йософтоң миҫалын иҫкә төшөрәйек. Потифарҙың ҡатыны уға үҙе менән ятырға тәҡдим иткәс, ул бер ҙә икеләнмәйенсә шунда уҡ ҡасып киткән. (Башланмыш 39:7—9-ҙы уҡығыҙ.) Был хәл тыуғансы, Йософ үҙен дөрөҫ тоторға ныҡлы ҡарар иткән булған. Уның кеүек беҙгә лә ҡотҡо менән осрашмаҫ борон нисек эш итеүебеҙҙе алдан уҡ хәл итергә кәрәк. Шул саҡта ҡотҡо менән осрашҡанда беҙ юғалып ҡалмаҫбыҙ һәм беҙгә дөрөҫ эш итергә еңелерәк булыр.

Рәсемдәрҙә: 1) Йософ Потифарҙың ҡатынынан ҡаса, ҡатындың ҡулында Йософтоң кейеме ҡала; 2) йәш ир ҡәрҙәш мәктәптә уға күҙ уйнатҡан ҡыҙыҡайҙы кире ҡаға.

Йософтан өлгө алып, ҡотҡоно шунда уҡ кире ҡаҡ! (17-се абзацты ҡарағыҙ.)


«ҮҘЕГЕҘҘЕ ТИКШЕРЕГЕҘ!»

18. Дөрөҫ булмаған теләктәр менән көрәшеүҙә еңергә тағы нимә ярҙам итер? (2 Кәринттәргә 13:5).

18 Дөрөҫ булмаған теләктәр менән көрәшеүҙә еңергә тағы нимә ярҙам итә? Беҙгә һәр ваҡыт уйҙарыбыҙҙы һәм эштәребеҙҙе тикшереп торорға һәм, кәрәк булһа, үҙгәрештәр яһарға кәрәк. (2 Кәринттәргә 13:5-те уҡығыҙ.) Мәҫәлән, һеҙ ҡотҡоға бирешмәһәгеҙ ҙә, үҙегеҙҙән: «Был ҡотҡонан баш тартыр өсөн, миңә күпме ваҡыт кәрәк булды?» — тип һорағыҙ. Тиҙ генә эш итә алмаһағыҙ, үҙегеҙҙе әрләмәгеҙ, бының урынына, икенсе ваҡыт яҡшыраҡ эш итер өсөн саралар күрегеҙ. Үҙегеҙгә ошондай һорауҙар бирегеҙ: «Дөрөҫ булмаған уйҙарҙан мин ни тиклем тиҙ арынам? Был ваҡытты ҡыҫҡарта аламмы? Мин һайлаған күңел асыуҙар ҡотҡоға ҡаршы торорға ҡамасауламаймы? Күҙемә әхлаҡһыҙ һүрәт ташланһа, ҡарашымды шунда уҡ башҡа яҡҡа бораммы? Йәһүәнең нормалары минең тотанаҡлы булыуымды талап итһә лә, уларҙы иң яҡшыһы тип һанаймы?» (Зәб. 100:3).

19. Аҡылһыҙ бәләкәй генә эштәр беҙҙе нисек көсһөҙләндерергә мөмкин?

19 Шулай уҡ үҙегеҙҙең насар тәртибегеҙҙе аҡламағыҙ. Изге Яҙмала: «Кеше йөрәгенән дә хәйләкәре юҡ», — тип әйтелә (Йәр. 17:9). Ғайса «кеше күңеленән яуыз уйҙар сыға» тип киҫәткән (Матф. 15:19). Порнография ҡарауҙан ҡотолған кеше бер ни тиклем ваҡыттан һуң, сыр яланғас булмаған, әммә енси дәрт уятҡан кешеләрҙең фотоһүрәттәрен ҡарау миңә зыян килтермәй, тип уйлай башларға мөмкин. Йәиһә ул, ярамаған нәмәләр тураһында әҙерәк кенә хыялланып алһам, ниндәй насарлығы бар, мин бит быны эшләмәйем, тип фекер йөрөтөргә мөмкин. Ысынында ундай кешенең йөрәге инде хәйләкәр ниәттәр ҡора һәм ул «аҙғын теләктәрен ҡәнәғәтләндереү тураһында» уйлана (Рим. 13:14). Бынан нисек ары торорға? Хатта бәләкәй генә аҡылһыҙ эштәрҙе лә эшләмәгеҙ. Улар ҙур бәләгә килтерергә мөмкинb. Дөрөҫ булмаған тәртипте аҡлаған һәр уйҙан арынығыҙ.

20. Йәһүә ниндәй киләсәк вәғәҙә итә һәм беҙгә бөгөн нисек ярҙам итә?

20 Был мәҡәләнән белгәнебеҙсә, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ ҡотҡоға ҡаршы тора алабыҙ. Шулай итеп йолом ярҙамында беҙҙең яңы донъяла мәңге йәшәргә өмөтөбөҙ бар. Киләсәктә беҙ Йәһүәгә таҙа уйҙар һәм саф йөрәк менән хеҙмәт итербеҙ. Ул ваҡыт ниндәй яҡшы һәм күңелле буласаҡ! Ә әлегә беҙгә дөрөҫ булмаған теләктәр менән көрәшеүебеҙҙе дауам итергә кәрәк. Йәһүә менән беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ!

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Көсһөҙлөк һәм өмөтһөҙлөк хистәре менән көрәшергә нимә ярҙам итер?

  • Гонаһлы теләктәр менән көрәшеүҙә еңергә нимә ярҙам итер?

  • Беҙ үҙебеҙҙе нисек тикшерә алабыҙ?

122-СЕ ЙЫР Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ!

a АҢЛАТМА. Изге Яҙмала «гонаһ» тигән һүҙ йыш ҡына урлашыу, зина ҡылыу һәм кеше үлтереү кеүек дөрөҫ булмаған эштәрҙе аңлата (Сығ. 20:13—15; 1 Кәр. 6:18). Ҡайһы бер аяттарҙа гонаһ тигән һүҙ камил булмауҙы, йәғни тыуған саҡта мираҫ итеп алынған хәлде аңлата. Шул мәғәнәлә әле бер насарлыҡ та ҡылмаған бала ла гонаһлы.

b Иғтибар итегеҙ: Ғибрәтле һүҙҙәр 7:7—23-тәге аяттарҙа телгә алынған йәш егеттең бер нисә аҡылһыҙ аҙымы һөҙөмтәлә ҙур бәләгә килтергән — ул әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған.

c ФОТОҺҮРӘТТӘ. Һул яҡта: Йәш ир ҡәрҙәш кафела ултыра һәм эргәһендәге бер-береһенә ғашиҡ булған ике иргә ҡарай. Уң яҡта: Ҡыҙ ҡәрҙәш урамда китеп бара һәм тәмәке тартып торған ике кешене күрә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу