Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 сентябрь 8—13 бб.
  • Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, нимә эшләргә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, нимә эшләргә?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ҒАЙСА ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕКТЕ НӘФРӘТ ИТӘ
  • ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕКТЕ КҮРЕП, ҒАЙСА НИМӘ ЭШЛӘГӘН?
  • ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕК МЕНӘН ОСРАШҠАНДА, ҒАЙСА КЕҮЕК ЭШ ИТЕГЕҘ
  • ИНДЕ ХӘҘЕР НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА?
  • Ғәҙелһеҙлекте нисек түҙергә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Бөтә ерҙең Хөкөмсөһө һәр ваҡыт ғәҙел эш итә
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда нимә эшләргә?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 сентябрь 8—13 бб.

37-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

114-СЕ ЙЫР «Сабыр булығыҙ»

Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, нимә эшләргә?

«Ул ғәҙеллек көткән ине, бына ҡан ҡойош» (ИШАҒ. 5:7).

ТӨП ФЕКЕР

Ғайса ғәҙелһеҙлекте күреп, нимә эшләгән һәм беҙ унан ниндәй өлгө ала алабыҙ?

1, 2. Ғәҙелһеҙлек, ғәҙәттә, ниндәй хистәр уята һәм быға бәйле ниндәй һорауҙар тыуырға мөмкин?

БЕҘ ғәҙелһеҙ донъяла йәшәйбеҙ. Кешеләр йәмғиәттәге дәрәжәһе, енесе, милләте йә расаһы арҡаһында ғәҙелһеҙ мөнәсәбәттәр менән осраша. Күптәр насар экологиянан ғазаплана, сөнки ҡарарҙар ҡабул иткәндә, сәйәсмәндәр һәм бизнесмендар ябай халыҡтың именлеге тураһында түгел, ә үҙ файҙаһы тураһында уйлай. Туранан-тура булмаһа ла, ғәҙелһеҙлек бар кешегә лә тәьҫир итә.

2 Күптәр үҙҙәре йә яҡындары ғәҙелһеҙлек менән осрашһа, асыулана, һәм был аптырарлыҡ түгел. Беҙ бөтәбеҙ ҙә ғәҙел, тыныс донъяла йәшәргә теләйбеҙ. Шуға күрә ҡайһы берәүҙәр социаль реформалар өсөн көрәшә, петицияларға ҡултамға ҡуя, протест акцияларында ҡатнаша һәм бөтә проблемаларҙы хәл итергә вәғәҙә биргән сәйәсмәндәрҙең яғында тора. Ләкин беҙ мәсихселәрҙең был «донъяныҡы түгел» икәнен беләбеҙ һәм тик Алла Батшалығы ғына ғәҙелһеҙлекте юҡ итәсәгенә ышанабыҙ (Яхъя 17:16). Әлбиттә, башҡаларҙың ғәҙелһеҙлек менән осрашыуы беҙҙе борсой, хатта асыуландыра. Беҙ үҙебеҙгә: «Ғәҙелһеҙлеккә нисек ҡарарға? Хәлде яҡшыртыр өсөн, мин нимә эшләй алам?» — тигән һорауҙар бирә алабыҙ. Был һорауҙарға яуап бирер алдынан, әйҙәгеҙ, тәүҙә Йәһүәнең һәм Ғайсаның ғәҙелһеҙлеккә нисек ҡарағанын беләйек.

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ҒАЙСА ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕКТЕ НӘФРӘТ ИТӘ

3. Берәйһе менән насар мөғәмәлә итһәләр, ни өсөн был беҙгә оҡшамай? (Ишағыя 5:7).

3 Берәйһе менән насар мөғәмәлә итһәләр, был беҙгә оҡшамай. Ни өсөн? Изге Яҙмала, әйтелгәнсә, Йәһүә беҙҙе үҙ сүрәтендә барлыҡҡа килтергән, ә ул «хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата» (Зәб. 32:5; Баш. 1:26). Ул үҙе һәр ваҡытта ла ғәҙел эш итә һәм кешеләрҙең бер-береһен йәберләүен теләмәй (Ҡан. 32:3, 4; Миҡ. 6:8; Зәк. 7:9). Мәҫәлән, Ишағыя пәйғәмбәр йәшәгән ваҡыттарҙа исраилдар бер-береһе менән насар мөғәмәлә иткән. Алла үҙ халҡының «һыҡтау» тауышын ишеткән. (Ишағыя 5:7-не уҡығыҙ.) Күп тапҡыр киҫәтеүгә ҡарамаҫтан уның Ҡанунын боҙоуын дауам иткәндәрҙе һәм башҡаларға ғазап килтергәндәрҙе Йәһүә язаға тартҡан (Ишағ. 5:5, 13).

4. Ғәҙелһеҙлек Ғайсала ниндәй хистәр уятҡан? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

4 Ғайса ла күктәге Атаһы кеүек ғәҙеллекте ярата, ә ғәҙелһеҙлекте нәфрәт итә. Ерҙә йәшәгән саҡта Ғайса, ҡулы ҡороған бер ир кешене күреп, уны йәлләгән һәм һауыҡтырған. Ләкин был мөғжизә ҡаты бәғерле фарисейҙарҙың асыуын сығарған. Улар ауырыған кешенең ғазапланыуы тураһында бер ҙә уйламаған. Фарисейҙар, Ғайса шәмбе көнө тураһындағы ҡанунды боҙа, тип һанаған, һәм был улар өсөн мөһимерәк булған. Ғайса быны күреп нимә хис иткән? Ул фарисейҙарҙың «ҡаты күңелле булыуҙарына ныҡ көйөнгән» (Марк 3:1—6).

Ғайса ғибәҙәтханала тора. Ул ҡулы ҡороған кешене һауыҡтырырға йыйына һәм дин етәкселәренә нимәлер әйтә. Тегеләре уға нәфрәт менән ҡарай.

Дин етәкселәренән айырмалы булараҡ, Ғайса кешеләрҙе йәлләгән һәм уларға ярҙам иткән. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)


5. Асыу тотоу тураһында нимәне иҫтә тотоу мөһим?

5 Күреүебеҙсә, ғәҙелһеҙлек Йәһүә менән Ғайсаның асыуын сығара. Шуға күрә ғәҙелһеҙлек беҙҙең дә йәнгә тейһә, бының бер насарлығы ла юҡ (Эфес. 4:26). Әммә шуны иҫтә тотоу мөһим: беҙҙең асыуыбыҙ урынлы булһа ла, ул ғәҙелһеҙлекте юҡ итмәҫ. Оҙаҡ ваҡыт дауамында асыуланып йөрөһәк, был беҙҙең эмоциональ һәм физик һаулығыбыҙҙы ҡаҡшатырға мөмкин (Зәб. 36:1, 8; Яҡ. 1:20). Улай булғас, ғәҙелһеҙлекте күрһәк йә уның менән үҙебеҙ осрашһаҡ, нимә эшләргә? Ғайса нимә эшләгән? Әйҙәгеҙ, беләйек.

ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕКТЕ КҮРЕП, ҒАЙСА НИМӘ ЭШЛӘГӘН?

6. Ерҙә йәшәгән саҡта Ғайса ниндәй ғәҙелһеҙлекте күргән? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

6 Ерҙә булған саҡта Ғайса күп ғәҙелһеҙлек күргән. Дин етәкселәре, күп төрлө ҡағиҙәләр уйлап сығарып, ябай халыҡтың тормошон ауырайтҡан (Матф. 23:2—4). Ә Рим хакимдары үҙҙәренең ҡарамағында булған халыҡҡа бик ҡаты булған. Йәһүдтәрҙең күбеһе Рим идараһынан азат булырға теләгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, зилоттар, ҡулдарына ҡорал алып, был азатлыҡ өсөн һуғышырға әҙер булған. Ләкин Ғайса кешеләрҙе ниндәйҙер үҙгәрештәр өсөн көрәшергә саҡырмаған һәм ундай эштәрҙе хупламаған. Кешеләр уны батша итеп ҡуйырға йыйынғанын белеп ҡалғас, ул улар янынан киткән (Яхъя 6:15).

Ғайса һуҡмаҡ буйлап тауға менеп бара. Аҫта кешеләр төркөмө күренә.

Ғайса сәйәсәттән ситтә торған. Кешеләр уны батша итеп ҡуйырға йыйынғас, ул уларҙан киткән. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)


7, 8. Ғайса ерҙә йәшәгәндә ни өсөн бөтә ғәҙелһеҙлекте бөтөрөргә маташмаған? (Яхъя 18:36).

7 Ерҙә булған ауырлыҡтарҙы Ғайса ул ваҡытта йәшәгән сәйәсмәндәр менән бергә хәл итергә маташмаған. Ни өсөн? Ғайса кешеләрҙең башҡа кешеләр өҫтөнән хакимлыҡ итергә хоҡуғы юҡ икәнен аңлаған. Бынан тыш, Алла бит уларға ундай һәләт бирмәгән (Зәб. 145:3; Йәр. 10:23). Шулай уҡ улар ғәҙелһеҙлектең төп сәбәптәрен — Шайтан һәм кешеләрҙең камил булмауын — юҡ итә алмай. Бөтә донъя ғәҙелһеҙлекте хуплаған аяуһыҙ идарасының хакимлығы аҫтында тора (Яхъя 8:44; Эфес. 2:2). Өҫтәүенә, хатта иң яҡшы кешеләр игелекле ниәттәр ҡорһа ла, камил булмауы арҡаһында һәр ваҡытта ла ғәҙел эш итә алмай (Вәғ. 7:20).

8 Бөтә проблемаларҙың сәбәбен тик Алла Батшалығы ғына юҡ итә аласағын Ғайса яҡшы белгән. Шуға күрә ул бөтә ваҡытын һәм көсөн был Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүгә бағышлаған (Лука 8:1). Ул «тәҡүәлеккә сарсағандарҙы» коррупцияның һәм ғәҙелһеҙлектең эҙе лә ҡалмаясағына ышандырған (Матф. 5:6 һәм «Өйрәнеү өсөн Изге Яҙмалағы» (тат.) комментарий; Лука 18:7, 8). Ләкин был социаль реформалар арҡаһында түгел, ә Алланың күктәге Батшалығы ярҙамында булыр. Был Батшалыҡ «донъяның батшалыҡтары кеүек түгел». (Яхъя 18:36-ны уҡығыҙ.)

ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕК МЕНӘН ОСРАШҠАНДА, ҒАЙСА КЕҮЕК ЭШ ИТЕГЕҘ

9. Һеҙ Алла Батшалығының бөтә проблемаларҙы юҡ итәсәгенә ни өсөн ышанаһығыҙ?

9 Беҙ ахыры заман ваҡытында йәшәйбеҙ, шунлыҡтан ғәҙелһеҙлек Ғайса көндәренә ҡарағанда тағы ла күберәк. Ләкин ғәҙелһеҙлектең сығанағы шул уҡ — Шайтан һәм уға буйһонған кешеләр (2 Тим. 3:1—5, 13; Асыл. 12:12). Беҙ, Ғайса кеүек, бөтә проблемаларҙы тик Алла Батшалығы ғына хәл итәсәген беләбеҙ. Беҙ был Батшалыҡ яғында торабыҙ, шуға күрә ғәҙелһеҙлек менән көрәшер өсөн ойошторолған бер ниндәй ҙә акцияларҙа ҡатнашмайбыҙ. Бына Сте́йсиa исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙең миҫалы. Ул хәҡиҡәтте белгәнгә тиклем протестарҙа даими ҡатнашҡан. Әммә бер ваҡыт ул бының файҙаһы бар икәненә шикләнә башлаған. Ул былай тип һөйләй: «Эйе, мин протест акцияларында ҡатнашһам да, шул уҡ ваҡытта, мин дөрөҫ яҡта тораммы, тип уйлана инем. Ә хәҙер Алла Батшалығы яғында торғанға, минең ундай шиктәрем юҡ. Йәһүәнең ғәҙелһеҙлеккә дусар булғандарҙың хаҡында минән күпкә яҡшыраҡ ҡайғыртасағына тулыһынса ышанам» (Зәб. 71:1, 4).

10. Ни өсөн социаль реформалар өсөн көрәшеү Ғайсаның Матфай 5:43—48-тә яҙылған өйрәтеүҙәренә ҡапма-ҡаршы? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

10 Социаль реформалар өсөн көрәшкән күп кенә кешеләр үҙҙәрен аяуһыҙ тота, закондарҙы боҙа һәм тирә-яҡтағыларға зыян килтерә. Ә Ғайса бөтөнләй башҡа нәмәгә өйрәткән (Эфес. 4:31). Дже́ффри ир ҡәрҙәшебеҙ бына нимә ти: «Тыныс протест акцияларының еңел генә контролдән сығыуы һәм ыҙғыш-талауҙар менән тамамланыуы ихтимал». Ә Ғайса бөтә кешеләрҙе яратырға, хатта беҙгә ҡаршы булған йә беҙҙе эҙәрләгән кешеләргә лә игелекле булырға өйрәткән. (Матфай 5:43—48-ҙе уҡығыҙ.) Беҙ бөтә нәмәлә лә Ғайсанан өлгө алабыҙ һәм уның өйрәтеүҙәренә ҡаршы килгән нәмәләрҙе эшләмәйбеҙ.

Ҡыҙ ҡәрҙәш тыныс ҡына алға ҡарап, протест барған урамдан китеп бара.

Социаль һәм сәйәси һорауҙарҙа нейтралитет һаҡлап ҡалыр өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)


11. Ни өсөн беҙгә сәйәси һәм социаль һорауҙарҙа нейтралитет һаҡлау ауыр булырға мөмкин?

11 Әлбиттә, бер ваҡыт Алла Батшалығы бөтә ғәҙелһеҙлекте юҡ итәсәген беҙ беләбеҙ. Ләкин үҙебеҙ ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, Ғайсанан өлгө алыу еңел түгел. Милләте арҡаһында ғазап сиккән Джа́ния ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ бына нимә тип һөйләй: «Минең асыуым ҡайнай ине, сөнки миңә бик ауыр ине. Миңә шул тиклем әрнеү килтергән кешеләрҙең яза алыуын теләнем. Шуға милләтселеккә ҡаршы көрәшеүҙә ҡатнашһам, асыуымды ҡандырырмын тип уйланым». Әммә ваҡыт уҙыу менән Джания ҡурҡыныс юлда булыуын аңлаған. Ул былай тип бүлешә: «Башҡаларҙың йоғонтоһо арҡаһында мин башҡаса уйлай башлағанымды һиҙеп ҡалдым. Проблеманың хәл ителеүен Йәһүәнән түгел, ә кешеләрҙән көткәнемде аңлап ҡалдым. Шуға күрә мин был кешеләр менән бөтә бәйләнештәрҙе өҙҙөм». Ғәҙелһеҙлекте күреп, асыуланһаҡ һәм был урынлы булһа ла, беҙгә һаҡ булырға һәм сәйәси, социаль һорауҙарҙа нейтралитет һаҡларға кәрәк (Яхъя. 15:19).

12. Нимә уҡығаныбыҙға, тыңлағаныбыҙға һәм ҡарағаныбыҙға иғтибарлы булыу ни өсөн мөһим?

12 Ғәҙелһеҙлекте күргәндә йә үҙебеҙ ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, хистәргә бирелмәҫкә нимә ярҙам итер? Мәҫәлән, беҙгә нимә уҡығаныбыҙға, тыңлағаныбыҙға һәм ҡарағаныбыҙға иғтибарлы булырға кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙәге күп кенә мәғлүмәт кешеләрҙә махсус рәүештә хөкүмәткә ҡаршы асыу һәм ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Яңылыҡтарҙа хәбәрҙәр йыш ҡына ысынбарлыҡты боҙоп йә бер яҡлы итеп тапшырыла. Проблема ысынлап та булһа ла, ул бит беҙҙең уның тураһында һәр ваҡыт уйлауыбыҙ йә уҡыуыбыҙ арҡаһында хәл ителмәҫ. Киреһенсә, беҙ бының тураһында күберәк уйлаған һайын, үҙебеҙҙе тағы ла насарыраҡ хис итәбеҙ (Ғиб. һүҙ. 24:10). Һөҙөмтәлә тик Алла Батшалығы ғына ғәҙелһеҙлекте тулыһынса юҡ итәсәгенә ышанысыбыҙҙы юғалтыуыбыҙ бар.

13. Изге Яҙманы көн һайын уҡыу ғәҙелһеҙлеккә дөрөҫ ҡарарға нисек ярҙам итә?

13 Изге Яҙманы көн дә уҡыһаҡ һәм уҡығандарыбыҙ тураһында уйланһаҡ, беҙ ғәҙелһеҙлеккә дөрөҫ ҡараш һаҡларбыҙ. Али́я исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ йәберләүселәрҙең язаһыҙ ҡалғанын күреп борсолған. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Бер ваҡыт мин үҙ-үҙемдән: „Ә мин, Йәһүәнең был проблеманы хәл итеренә ышанаммы?“ — тип һораным. Шунда мин Әйүп 34:22—29-ҙы уҡыным, һәм был аяттар Йәһүәнең барыһын да күргәнен һәм унан йәшенеп булмағанын иҫемә төшөрҙө. Тик Йәһүә генә ысын ғәҙеллектең нимә икәнен белә һәм ул ғына бөтә нәмәне төҙәтә ала». Алла Батшалығын көткән арала беҙ берәй нимә эшләргә тейешме? Әйҙәгеҙ, быны беләйек.

ИНДЕ ХӘҘЕР НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА?

14. Ғәҙелһеҙлек күбәймәһен өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ? (Колосстарға 3:10, 11).

14 Беҙ бөтә кешеләрҙең дә бер-береһен яратыуын теләйбеҙ, әммә беҙ быны хәл итә алмайбыҙ. Ләкин башҡаларға нисек ҡарауыбыҙ үҙебеҙҙән тора. Инде әйтеп кителгәнсә, беҙ, Ғайсанан өлгө алып, бөтә кешеләрҙе яратырға тырышабыҙ. Мөхәббәт бөтә кешеләрҙе лә, шул иҫәптән беҙҙе эҙәрләгәндәрҙе лә ихтирам итергә дәртләндерә (Матф. 7:12; Рим. 12:17). Башҡалар менән үҙебеҙҙе игелекле һәм ғәҙел тотһаҡ, Йәһүә быны күреп шатлана. (Колосстарға 3:10, 11-ҙе уҡығыҙ.)

15. Вәғәз эшебеҙ нисек ғәҙелһеҙлекте кәметеүгә үҙ өлөшөн индерә?

15 Тирә-яҡтағы ғәҙелһеҙлекте кәметер өсөн, беҙ тағы нимә эшләй алабыҙ? Беҙгә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә кәрәк. Ни өсөн был мөһим? Йәһүә тураһындағы белем кешене тулыһынса үҙгәртә ала. Элек аяуһыҙ, яуыз булған кешеләр игелекле һәм тыныс кеше булып китә ала (Ишағ. 11:6, 7, 9). Бына Джема́л ир ҡәрҙәштең миҫалы. Хәҡиҡәтте белгәнсе, ул хөкүмәтте идаралыҡтан төшөрөргә теләгән бер төркөмдә булған. Ул былай тип һөйләй: «Кешеләрҙе көс менән үҙгәртеп булмай. Уларҙы тик Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт кенә үҙгәртә ала. Бына минең менән дә шулай булды». Алла Һүҙенән алған белемдәр Джемалды был төркөмдө ҡалдырырға дәртләндергән. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белгән кешеләр күберәк булған һайын, башҡалар менән үҙҙәрен ғәҙелһеҙ тотҡан кешеләр әҙерәк була барыр.

16. Кешеләргә Алла Батшалығы тураһында һөйләргә беҙҙе нимә дәртләндерә?

16 Ғайса, тик Алла Батшалығы ғына бөтә проблемаларҙы хәл итәсәк, тип өйрәткән. Беҙ ҙә мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең был турала белеүен теләйбеҙ, сөнки киләсәккә өмөт ғәҙелһеҙлектән зыян күргәндәрҙе йыуата ала бит (Йәр. 29:11). Өҫтәрәк телгә алынған Стейси былай ти: «Ғәҙелһеҙлекте күргәндә йә үҙем уның менән осрашҡанда, хәҡиҡәт миңә сиктән тыш борсолмаҫҡа ярҙам итә. Йәһүә нисек йыуатырға икәнен белә. Изге Яҙма ярҙамында мин күңел тыныслығына эйә булдым». Беҙ башҡаларҙың да шуны уҡ тойоуын теләйбеҙ. Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? Иң тәүҙә үҙебеҙгә Изге Яҙмала ғәҙелһеҙлектең һәм яуызлыҡтың сәбәптәре тураһында нимә яҙылғанын яҡшы белергә кәрәк. Шул саҡта эштә йә мәктәптә был темаға һүҙ сыҡһа, беҙ барыһын да ипле генә итеп аңлата алырбыҙb.

17. Йәһүә беҙгә был ғәҙелһеҙ донъяла йәшәргә нисек ярҙам итә?

17 Әлегә был донъя менән Шайтан идара итә, шуға күрә кешеләр ғәҙелһеҙлектән ғазаплана. Ләкин хәл өмөтһөҙ түгел. Йәһүә беҙгә ярҙам итергә һәм тиҙҙән «был донъяның хакимы ҡыуыласаҡ» тип вәғәҙә итә (Яхъя 12:31). Алла Изге Яҙма аша ғәҙелһеҙлектең сәбәптәрен генә аңлатып ҡалмай, ул шулай уҡ ғазаптарыбыҙҙы күреү уға әрнеү килтергәнен белдерә (Зәб. 33:17—19). Йәһүә ергә үҙ Улын — Ғайсаны ебәргән. Ғайса беҙгә ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда нимә эшләргә, ә нимә эшләмәҫкә икәнен аңлатҡан. Бынан тыш, Алла Батшалығы оҙаҡламай бөтә проблемаларҙы юҡ итәсәк (2 Пет. 3:13). Әйҙәгеҙ, артабан да Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләйек, сөнки был Батшалыҡ идараһы аҫтында бөтә донъя «ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа» күмелер (Ишағ. 9:7).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Берәйһе менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһәләр, ни өсөн был беҙгә оҡшамай?

  • Ни өсөн беҙ ғәҙелһеҙлек менән көрәшкәндәр яғында тормайбыҙ?

  • Беҙҙең менән йәиһә башҡалар менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итһәләр, беҙ нимә эшләй алабыҙ?

158-СЕ ЙЫР Һуңға ҡалмаясаҡ!

a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

b «Кешеләрҙе яратығыҙ. Шәкерттәр әҙерләгеҙ» тигән брошюрала 1-се ҡушымтаның 24—27-се пункттарын ҡарағыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу