Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 сентябрь 14—19 бб.
  • Бөтәһенә лә хөрмәт күрһәтегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Бөтәһенә лә хөрмәт күрһәтегеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БАШҠАЛАРҘЫ ХӨРМӘТ ИТЕҮ НИМӘНЕ АҢЛАТА?
  • ТУҒАНДАРЫҒЫҘҘЫ ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ
  • ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ
  • ӘЛЕГӘ ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТМӘГӘНДӘРГӘ ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕГЕҘ
  • Ни өсөн хакимлыҡты хөрмәт итергә кәрәк?
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
  • Ни өсөн хакимиәтте хөрмәт итергә кәрәк?
    Алла мөхәббәтендә ҡалығыҙ
  • Ғаилә бәхетенең сере. Бер-берегеҙҙе хөрмәт итегеҙ
    Ғаилә өсөн ярҙам
  • Ҡәрҙәштәргә яҡынлашыу ҡайһылай яҡшы!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 сентябрь 14—19 бб.

38-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

120-СЕ ЙЫР Мәсих кеүек йыуаш булығыҙ

Бөтәһенә лә хөрмәт күрһәтегеҙ

«Ихтирам ҡаҙаныу көмөш-алтындан да яҡшыраҡ» (ҒИБ. ҺҮҘ. 22:1, ЯДТ).

ТӨП ФЕКЕР

Ни өсөн башҡаларҙы хөрмәт итеү мөһим һәм, ауыр булһа ла, ни өсөн быны эшләргә кәрәк?

1. Башҡалар беҙҙе хөрмәт итһәләр, ни өсөн был беҙгә оҡшай? (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:1).

БАШҠАЛАР һеҙҙе хөрмәт иткәндә, был һеҙгә һис шикһеҙ оҡшай. Беҙ бит шулай итеп барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ. Әгәр беҙҙе хөрмәт итһәләр, беҙ ҡояштай балҡыйбыҙ. Бына ни өсөн Изге Яҙмала: «Ихтирам ҡаҙаныу көмөш-алтындан да яҡшыраҡ», — тип әйтелә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:1-ҙе уҡығыҙ, ЯДТ.)

2, 3. Ни өсөн ҡайһы саҡта хөрмәт күрһәтеү ауыр?

2 Ҡайһы саҡта хөрмәт күрһәтеү ауыр булырға мөмкин. Ни өсөн? Беренсенән, башҡаларҙың етешһеҙлектәре шунда уҡ күҙгә ташлана. Икенсенән, хәҙерге заманда ихтирамһыҙ тәртип ғәҙәти нәмә булып китте. Әммә беҙ Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәйбеҙ, ә ул беҙҙең «һәр төрлө кешене хөрмәт итеүебеҙҙе» теләй (1 Пет. 2:17).

3 Был мәҡәләлә хөрмәт итеү нимә икәнен һәм уны 1) туғандарға, 2) ҡәрҙәштәргә һәм 3) әлегә Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләргә нисек күрһәтеп булғанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ, хатта ауыр булғанда ла, хөрмәт күрһәтергә беҙгә нимә ярҙам иткәнен белербеҙ.

БАШҠАЛАРҘЫ ХӨРМӘТ ИТЕҮ НИМӘНЕ АҢЛАТА?

4. Башҡаларҙы хөрмәт итеү нимә ул?

4 Һеҙ хөрмәт итеүҙең нимә икәнен нисек аңлатып бирер инегеҙ? Күп телдәрҙә хөрмәт итеү берәйһенең ҡаҙаныштарына, сифаттарына, дәрәжәһенә ҡарап, уны ололауҙы һәм ҙурлауҙы аңлата. Шул уҡ ваҡытта эскерһеҙ хөрмәт был хис кенә түгел, ул эштәрҙә күрһәтелә (Матф. 15:8).

5. Башҡаларға хөрмәт күрһәтергә нимә ярҙам итер?

5 Йәһүә беҙҙең бөтә кешеләрҙе лә хөрмәт итеүебеҙҙе теләй. Мәҫәлән, беҙ хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙе хөрмәт итергә тейеш (Рим. 13:1, 7). Әммә кемдер: «Мин лайыҡлы кешене генә хөрмәт итергә әҙермен», — тип әйтер. Бындай фекер йөрөтөү дөрөҫмө? Юҡ. Кешене хөрмәт итеүебеҙ уның үҙен нисек тотоуына бәйле түгел. Беҙ уны хөрмәт итәбеҙ, сөнки Йәһүә беҙҙән быны көтә. Ә беҙ күктәге Атабыҙҙы һөйөндөрөргә теләйбеҙ (Еш. 4:14; 1 Пет. 3:15).

6. Беҙгә хөрмәт күрһәтмәгән кешене ихтирам итеп буламы? Аңлатығыҙ. (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

6 Беҙҙе хөрмәт итмәгән кешене хөрмәт итеп буламы? Эйе. Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ. Шаул батша үҙ улын Йонафанды бөтәһе алдында кәмһеткән (1 Шам. 20:30—34). Шуға ҡарамаҫтан, Йонафан ғүмеренең аҙағына тиклем атаһын ихтирам иткән һәм, уның менән бергә һуғыштарҙа ҡатнашып, уға таяныс булған (Сығ. 20:12; 2 Шам. 1:23). Баш рухани Илий Һаннаны, изге сатырға иҫереп килгәнһең, тип ғәйепләгән (1 Шам. 1:12—14). Һанна, Исраилдағы бөтә кешеләр кеүек, Илийҙың хаталары тураһында яҡшы белгән. Уның улдары үҙҙәрен оятһыҙ тотҡан, ә ул уларҙың тәртибен иғтибарһыҙ ҡалдырған. Шулай ҙа Һанна Илийға ихтирам менән яуап ҡайтарған (1 Шам. 1:15—18; 2:22—24). Афинда йәшәүселәр, илсе Пауылды «лығырлаҡ» тип атап, уны мыҫҡыллаған (Илс. 17:18). Ә Пауыл улар менән ихтирамлы итеп һөйләшкән (Илс. 17:22). Был миҫалдарҙан күренеүенсә, Йәһүәне тәрән яратыу һәм уны көйөндөрөргә теләмәү, еңел булмаһа ла, башҡаларға хөрмәт күрһәтергә дәртләндерә. Ә хәҙер кем һәм ни өсөн беҙҙең хөрмәтебеҙгә лайыҡ икәнен ҡарап сығайыҡ.

Йонафан, Шаул һәм башҡа Исраил һуғышсылары һуғыш яланында. Уларҙың ҡулдарында ҡылыс, һөңгө һәм ҡалҡан.

Шаул үҙ улын Йонафанды кәмһеткән. Әммә Йонафан Шаулға ярҙам күрһәтеп торған һәм яуҙа уны яҡлап һуғышҡан. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)


ТУҒАНДАРЫҒЫҘҘЫ ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ

7. Туғандарыбыҙға хөрмәт күрһәтергә нимә ҡамасаулай?

7 Ҡайһы саҡта хөрмәт күрһәтергә нимә ҡамасаулай? Беҙ туғандарыбыҙ менән күп ваҡыт үткәрәбеҙ, шуға уларҙың көслө яҡтарын да, йомшаҡ яҡтарын да беләбеҙ. Әгәр ғаиләбеҙҙә кемдер етди ауырыһа йә сиктән тыш борсолоуға бирелһә, был беҙҙе ныҡ арытырға мөмкин. Ә ҡайһы саҡта туғандар беҙҙе рәнйетә йә үҙҙәрен беҙҙең менән насар тота. Беҙ ҙә үҙебеҙҙе шулай тотһаҡ, ғаиләбеҙҙә тыныслыҡ һәм татыулыҡ урынына тәртипһеҙлек булыр. Бындай мөхиттә берҙәмлек тураһында әйтәһе лә юҡ. Артрит быуындарҙың хәрәкәт итеүен ҡаҡшатҡан кеүек, ихтирамһыҙлыҡ ғаиләбеҙҙә берҙәм булырға ҡамасаулай. Әгәр ҙә артриттан беҙ үҙебеҙ тулыһынса арына алмаһаҡ та, хөрмәт күрһәтеү беҙҙең ҡулыбыҙҙан килә. Ихтирамһыҙлыҡ туғандарыбыҙ менән арабыҙҙы боҙмаһын өсөн, унан арына алабыҙ.

8. Ни өсөн туғандарҙы хөрмәт итергә кәрәк? (1 Тимәтигә 5:4, 8).

8 Ни өсөн хөрмәт күрһәтергә кәрәк? (1 Тимәтигә 5:4, 8-ҙе уҡығыҙ.) Илсе Пауыл Тимәтигә үҙенең беренсе хатында, ғаиләләгеләр бер-береһе хаҡында ҡайғыртырға тейеш, тип яҙған. Беҙ быны бурыслы булғанға ғына түгел, ә Аллаға тоғро булғанға эшләйбеҙ. Туғандар хаҡында ҡайғыртыу — Аллаға табыныуҙың бер өлөшө. Уларға хөрмәт күрһәтеп, беҙ Йәһүәгә хөрмәт күрһәтәбеҙ, сөнки «һәр ғаилә үҙенә йәшәйеште лә, исемде лә Унан ала» (Эфес. 3:14, 15). Был — туғандарҙы хөрмәт итер өсөн мөһим сәбәп.

9. Ҡатын менән ир бер-береһенә нисек хөрмәт күрһәтә ала? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

9 Нисек хөрмәт күрһәтергә? Ҡатынын хөрмәт иткән ир икәү ҡалғанда ла, башҡалар алдында ла уны ҡәҙерләгәнен күрһәтә (Ғиб. һүҙ. 31:28; 1 Пет. 3:7). Ул уға бер ҡасан да ҡул күтәрмәҫ һәм ҡатыны үҙен кәмһетелгән итеп тойған эштәрҙе эшләмәҫ. Аргентинала йәшәгән Ариэ́льa исемле ир ҡәрҙәшебеҙ былай тип бүлешә: «Ҡатыным ауырыуы арҡаһында ҡайһы саҡта рәнйеткән һүҙҙәр әйтә. Шундай саҡтарҙа ҡатынымдың ысынында улай тип уйламай икәнен иҫемә төшөрәм. Миңә бик ауыр булған саҡта 1 Кәринттәргә 13:5-тәге һүҙҙәр ярҙам итә. Мин уға асыуланмаҫҡа һәм уның менән йомшаҡ итеп һөйләшергә тырышам» (Ғиб. һүҙ. 19:11). Ҡатын ирен хөрмәт итһә, башҡаларға уның тураһында һәр ваҡытта ла яҡшыһын ғына һөйләр (Эфес. 5:33). Ул төрттөрөп һәм мыҫҡыллап насар һүҙҙәр әйтмәҫ, сөнки ундай һүҙҙәр тутыҡ кеүек никахты «ашай» икәнен аңлай (Ғиб. һүҙ. 14:1). Италияла йәшәгән ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙең ире артыҡ борсолоу ауырыуынан интегә. Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ былай ти: «Ҡайһы саҡта ирем проблеманы күпертә кеүек күренә. Элек асыуым йөҙөмдә, нимә һәм нисек әйтеүемдә сағыла ине. Ә хәҙер мин башҡалар тураһында яҡшыһын ғына һөйләгән ҡәрҙәштәр менән аралашам. Улар менән күберәк ваҡыт үткәргән һайын, миңә иремде хөрмәт итеүе еңелерәк бирелә».

«Ир менән ҡатын бер-береһенә хөрмәт күрһәтә» тигән фотоһүрәттәрҙә: 1) ирле-ҡатынлы бер пар кухняла ашарға бешерә, ир ҡатынына йылы һүҙҙәр әйтә; 2) ҡатын ирен ҡунаҡтар алдында маҡтай, шул ваҡытта ире оло йәштәге ҡәрҙәште тәмле ризыҡ менән һыйлай.

Туғандарыбыҙҙы хөрмәт итеп, беҙ Йәһүәне хөрмәт итәбеҙ. (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)


10. Балалар һәм үҫмерҙәр атай-әсәйҙәрен хөрмәт иткәнен нисек күрһәтә ала?

10 Ә һеҙ балалар һәм үҫмерҙәр, атай-әсәйегеҙҙе хөрмәт иткәнегеҙҙе нисек күрһәтә алаһығыҙ? Ғаиләгеҙҙә урынлаштырылған ҡағиҙәләргә буйһоноғоҙ (Эфес. 6:1—3). Атай-әсәйегеҙ менән ихтирамлы итеп һөйләшегеҙ (Сығ. 21:17). Улар олоғая барған һайын, һеҙҙең ярҙамығыҙға тағы ла күберәк мохтаж булыр. Атай-әсәйегеҙ хаҡында яҡшыраҡ ҡайғыртырға тырышығыҙ. Мария исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уның атаһы Йәһүә шаһиты түгел. Ул ауырып киткәс, үҙен бик насар тота башлаған һәм Марияға уның хаҡында ҡайғыртыуы бик ауыр булған. Ул былай тип һөйләй: «Мин атайымды хөрмәт итергә генә түгел, ә быны эштәремдә лә күрһәтергә теләнем. Шуға көс һорап, Йәһүәгә доға ҡалдым. Мин былай тип уйланым: әгәр Йәһүә минән атай-әсәйемде хөрмәт итеүемде һорай икән, тимәк, мин быны эшләй алһын өсөн, ул миңә көс тә бирәсәк. Ваҡыт уҙыу менән мин шуны аңланым: атайымдың үҙгәргәнен көтөргә кәрәкмәй, мин уға инде хәҙер үк хөрмәт күрһәтә алам». Әгәр беҙ туғандарыбыҙҙы етешһеҙлектәренә ҡарамаҫтан хөрмәт итәбеҙ икән, ғаиләгә нигеҙ һалған Йәһүәне хөрмәт иткәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ.

ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ

11. Ни өсөн ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт итеүе ауыр булырға мөмкин?

11 Ҡайһы саҡта хөрмәт күрһәтергә нимә ҡамасаулай? Ҡәрҙәштәребеҙ Изге Яҙма нормалары буйынса йәшәй. Әммә ҡай ваҡыт берәй ҡәрҙәш беҙҙең менән үҙен игелекһеҙ тота, беҙҙең турала насар уйлай йәки йәнебеҙгә тейә. Быларҙың барыһы ла үпкәләр өсөн сәбәп була ала һәм шул саҡта беҙгә ихтирам күрһәтеүе ауыр булырға мөмкин (Кол. 3:13). Шундай осраҡтарҙа нимә ярҙам итер?

12. Ни өсөн ҡәрҙәштәргә хөрмәт күрһәтеү мөһим? (2 Петер 2:9—12).

12 Ни өсөн хөрмәт күрһәтергә кәрәк? (2 Петер 2:9—12-не уҡығыҙ.) Илсе Петер беренсе быуатта ҡайһы бер мәсихселәр, «Алла данға лайыҡ иткәндәр», йәғни аҡһаҡалдар тураһында насар һөйләгән, тип яҙған. Быны фәрештәләр күҙәтеп торған. Улар нимә эшләгән? Теге мәсихселәр үҙҙәрен әҙәпһеҙ һәм тәкәббер тотһа ла, фәрештәләр «Йәһүәгә хөрмәт йөҙөнән» уларҙы яманлап бер ни ҙә әйтмәгән. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: камил фәрештәләр шул мәсихселәр тураһында насар һүҙҙәр әйтмәгән. Кешеләрҙе тик Алла ғына хөкөм итә алғанын фәрештәләр яҡшы аңлаған (Рим. 14:10—12; Йәһүҙә 9 менән сағыштырығыҙ). Уларҙың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә? Аллаға ҡаршы сыҡҡандарҙы хөрмәт итергә кәрәк икән, Алланы яратҡан ҡәрҙәштәрҙе бигерәк тә хөрмәт итергә кәрәк. Беҙгә беренсе булып, уларға хөрмәт күрһәтеү мөһим (Рим. 12:10). Шулай итеп Йәһүәне хөрмәт иткәнебеҙҙе күрһәтербеҙ.

13, 14. Йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә беҙ нисек хөрмәт күрһәтә алабыҙ? Миҫалдар килтерегеҙ. (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

13 Нисек хөрмәт күрһәтергә? Аҡһаҡалдар, ҡәрҙәштәрҙе яратыу менән өйрәтегеҙ (Фил. 8, 9). Әгәр ҙә һеҙ берәй ҡәрҙәштең дөрөҫ эш итмәүен күрһәгеҙ, тынысланғас ҡына уға игелекле итеп кәңәш бирегеҙ. Ҡыҙ ҡәрҙәштәр, һеҙ ҙә йыйылышта тыныс, ихтирамлы мөхит булдырыр өсөн, күпте эшләй алаһығыҙ. Шуға күрә ғәйбәт, хөсөт булған һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашмағыҙ (Тит. 2:3—5). Аҡһаҡалдар менән хеҙмәттәшлек итһәк һәм тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерһәк, уларҙы хөрмәт иткәнебеҙҙе күрһәтербеҙ. Улар бит йыйылыш, вәғәз осрашыуҙарын үткәрә һәм хата эшләгәндәргә ярҙам итә (Ғал. 6:1; 1 Тим. 5:17).

14 Роси́о ҡыҙ ҡәрҙәшкә уға кәңәш биргән аҡһаҡалды хөрмәт итеүе ауыр булған. Ул былай тип бүлешә: «Миңә уның нисек һөйләшеүе оҡшаманы. Ул минең менән йомшағыраҡ та һөйләшә алыр ине. Күрһәтмәҫкә тырышһам да, уның ниәттәрендә шикләндем һәм кәңәштәрен һанға һуҡманым. Ә өйгә ҡайтҡас, уны тәнҡитләй башланым». Росио ҡәрҙәшкә хистәргә бирелмәҫкә нимә ярҙам иткән? Ул дауам итә: «Изге Яҙманы уҡығанда 1 Тисалуникаларға 5:12, 13-тәге һүҙҙәргә иғтибар иттем. Ир ҡәрҙәшкә хөрмәт күрһәтмәгәнемде аңланым һәм мине выжданым ғазаплай башланы. Мин Йәһүәгә доға ҡалдым һәм баҫмаларыбыҙҙа ҡарашымды үҙгәртергә ярҙам иткән кәңәштәр эҙләнем. Һөҙөмтәлә проблема ҡәрҙәштә түгел, ә минең ғорурлығымда икәнен аңланым. Эйе, баҫалҡылыҡ менән башҡаларҙы хөрмәт итеү араһында тығыҙ бәйләнеш бар. Миңә әле лә яҡшырырға кәрәк. Ләкин башҡаларға хөрмәт күрһәтергә тырышһам, Йәһүәнең хуплауын тоям».

«Апай ҡәрҙәш Изге Яҙманы уҡый һәм аҡһаҡалдарҙың йыйылыш өсөн күпте эшләгәндәре тураһында уйлана» тигән фотоһүрәттәрҙә: 1) бер аҡһаҡал телмәр менән сығыш яһай; 2) шул уҡ аҡһаҡал инвалид креслоһында ултырған ир ҡәрҙәшкә ярҙам итә; 3) ул Батшалыҡ залы эргәһендә ҡар көрәй.

Аҡһаҡалдар менән хеҙмәттәшлек итһәк һәм уларҙың тырыш эштәре өсөн рәхмәтле булһаҡ, уларҙы хөрмәт итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. (13, 14-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


ӘЛЕГӘ ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТМӘГӘНДӘРГӘ ХӨРМӘТ КҮРҺӘТЕГЕҘ

15. Ни өсөн Йәһүә шаһиты булмағандарға хөрмәт күрһәтеүе ауыр булырға мөмкин?

15 Ҡайһы саҡта хөрмәт күрһәтергә нимә ҡамасаулай? Беҙ хеҙмәттә йыш ҡына Изге Яҙмаға ышанмаған кешеләрҙе осратабыҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре үҙ иманы арҡаһында беҙҙең менән һөйләшергә теләмәй (Эфес. 4:18). Бәлки, беҙгә эштәге начальникка, мәктәптәге уҡытыусыға ярауы йә хеҙмәттәштәребеҙ һәм синыфташтарыбыҙ менән уртаҡ тел табыуы ауырҙыр. Тирә-яҡтағы кешеләрҙең насар тәртибе арҡаһында уларға ҡарата хөрмәт юғалта алабыҙ, шуға ла беҙгә улар менән игелекле мөғәмәлә итеүе еңел түгел.

16. Әлегә Йәһүәгә хеҙмәт итмәгәндәрҙе хөрмәт итеү ни өсөн мөһим? (1 Петер 2:12; 3:15).

16 Ни өсөн хөрмәт күрһәтергә кәрәк? Донъяуи кешеләргә нисек ҡарауыбыҙ Йәһүә өсөн бик мөһим. Илсе Петер мәсихселәргә, кемдер һеҙҙең «яҡшы эштәрегеҙҙе күреп», Алланы данлай башлар, тип иҫтәренә төшөргән. Бына ни өсөн уларға, үҙ ҡараштарығыҙҙы «йомшаҡ итеп, тәрән хөрмәт менән» аңлатығыҙ, тигән. (1 Петер 2:12; 3:15-те уҡығыҙ.) Алдыбыҙҙа кем торғаны мөһим түгел: судьямы ул, хакиммы, әллә ябай кешеме — беҙ уның менән Йәһүә яныбыҙҙа торған кеүек һөйләшергә тейеш. Алла бит нимә һөйләгәнебеҙҙе ишетә һәм нимә эшләгәнебеҙҙе күрә. Был Йәһүә шаһиты булмағандарға хөрмәт күрһәтер өсөн бик мөһим сәбәп.

17. Йәһүә шаһиты булмағандарҙы нисек хөрмәт итергә?

17 Нисек хөрмәт күрһәтергә? Вәғәздә беҙ йыш ҡына Изге Яҙманы насар белгән кешеләрҙе осратабыҙ. Шул саҡта беҙ үҙебеҙҙе түгел, ә уларҙы өҫтөн күрәбеҙ. Йәһүә өсөн улар бит хазина, быны иҫтә тоторға кәрәк (Агг. 2:7; Флп. 2:3). Ҡайһы саҡта беҙҙе ҡараштарыбыҙ өсөн мыҫҡыллайҙар. Шул саҡта, ул кешене урынына ултыртыр өсөн, төрттөрөп берәй нәмә әйтке килә. Әммә шундай теләккә бирелергә ярамай (1 Пет. 2:23). Телебеҙҙе тота алмайынса, нимәлер әйтһәк һәм һуңынан үкенһәк, шунда уҡ ғәфү үтенергә кәрәк. Ә эшләгән урынығыҙҙа нисек хөрмәт күрһәтергә? Тырышып эшләгеҙ һәм хеҙмәттәштәрегеҙҙең, эш биреүсегеҙҙең яҡшы яҡтарын күрергә тырышығыҙ (Тит. 2:9, 10). Хатта һеҙҙең намыҫлы, тырыш эшегеҙҙе кешеләр ҡәҙерләмәһә лә, борсолмағыҙ, уны Йәһүә ҡәҙерләй (Кол. 3:22, 23).

18. Башҡаларҙы хөрмәт итергә һәм хөрмәт итеүебеҙҙе эштәр менән күрһәтергә беҙҙең ниндәй сәбәптәр бар?

18 Күреүебеҙсә, башҡаларҙы хөрмәт итер өсөн һәм хөрмәт итеүебеҙҙе эштәребеҙҙә күрһәтер өсөн сәбәптәр бик күп. Мәҫәлән, туғандарыбыҙҙы хөрмәт итеп, беҙ ғаиләгә нигеҙ һалған Йәһүәгә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Шулай уҡ йыйылыштағы ҡәрҙәштәребеҙ менән ихтирамлы мөғәмәлә итеп, күктәге Атайыбыҙҙы данлайбыҙ. Әлегә Йәһүә шаһиты булмағандар хөрмәт итеүебеҙҙе тойһа, моғайын, был уларҙы беҙҙең менән бергә Бөйөк Аллабыҙҙы данларға дәртләндерер. Үҙебеҙгә ҡарата ихтирам күрмәһәк тә, төшөнкөлөккә бирелмәйек, сөнки Йәһүә беҙҙе фатихалаясаҡ. Ул: «Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм», — тип вәғәҙә итә (1 Шам. 2:30).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Туғандарға нисек хөрмәт күрһәтергә?

  • Ҡәрҙәштәргә нисек хөрмәт күрһәтергә?

  • Әлегә Йәһүәгә хеҙмәт итмәгәндәргә нисек хөрмәт күрһәтергә?

129-СЫ ЙЫР Сыҙам булып ҡалайыҡ

a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу