Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 сентябрь 20—25 бб.
  • «Мәңгелек тормош юлына баҫырға теләгәндәргә» ярҙам итегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Мәңгелек тормош юлына баҫырға теләгәндәргә» ярҙам итегеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КЕШЕ ХӘҠИҠӘТ МЕНӘН ҠЫҘЫҠҺЫНҺА
  • ИЗГЕ ЯҘМА ӨЙРӘНЕҮЕ БАШЛАНҺА
  • КЕШЕ ЙЫЙЫЛЫШ ОСРАШЫУҘАРЫНА ЙӨРӨЙ БАШЛАҺА
  • Ошо һорауҙарға яуап табырға тырышығыҙ
    2025—2026 йылғы район конгресының программаһы (район күҙәтеүсеһе менән бергә)
  • Хеҙмәттән нисек күберәк шатлыҡ табырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Йәһүәгә таянғаныбыҙҙы күрһәткән ҡарарҙар
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2023
  • Нимәнелер белмәү ни өсөн яҡшы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 сентябрь 20—25 бб.

39-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

54-СЕ ЙЫР «Бына юл!»

«Мәңгелек тормош юлына баҫырға теләгәндәргә» ярҙам итегеҙ

«Мәңгелек тормош юлына баҫырға теләгән бөтә кеше Хужабыҙға ышанды» (ИЛС. 13:48).

ТӨП ФЕКЕР

Кешеләргә ҡасан Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим итергә һәм уларҙы ҡасан йыйылыш осрашыуҙарына саҡырырға була?

1. Кешеләр һөйөнөслө хәбәргә нисек ҡарай? (Илселәр 13:47, 48; 16:14, 15).

БЕРЕНСЕ быуатта күп кенә кеше Батшалыҡ тураһындағы хәбәрҙе шунда уҡ ҡабул иткән. (Илселәр 13:47, 48; 16:14, 15-те уҡығыҙ.) Бөгөн дә беҙ ундай кешеләрҙе осратабыҙ. Әммә кеше тәүҙә Изге Яҙма менән ҡыҙыҡһынмаһа, ул һуңынан үҙ фекерен үҙгәртмәҫ һәм Алла тураһында күберәк белергә теләмәҫ тигәнде аңлатамы? Юҡ, аңлатмай. «Мәңгелек тормош юлына баҫырға теләгән» кешеләрҙе осратҡанда нимә эшләргә кәрәклеген, әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.

2. Шәкерттәр әҙерләү эше баҡса эше менән ҡайһы яҡтан оҡшаш?

2 Шәкерттәр әҙерләү эшен баҡсалағы эш менән сағыштырып була. Ҡайһы бер үҫемлектәр иртәрәк емеш бирә һәм баҡсасы уларҙы шунда уҡ йыйып ала. Әммә шул уҡ ваҡытта ул һуңыраҡ емеш биргән үҫемлектәр хаҡында ла ҡайғырта. Шуның кеүек, беҙ Изге Яҙмалағы хәбәрҙе шунда уҡ ҡабул иткән кешеләрҙе тапҡанда, уларға Ғайсаның шәкерте булырға тиҙерәк ярҙам итергә теләйбеҙ. Әммә кешегә Изге Яҙмалағы белемдәрҙең мөһимлеген аңлар өсөн күберәк ваҡыт кәрәк булһа, беҙ артабан да уның тураһында ҡайғыртабыҙ (Яхъя 4:35, 36). Үтә күреүсән булһаҡ, һәр бер кешегә үҙ яйын таба алырбыҙ. Кеше беренсе һөйләшеүҙә үк Изге Яҙмаға ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, нимә эшләп булғанын был мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ уға рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам итеп булғаны тураһында ла һөйләшербеҙ.

КЕШЕ ХӘҠИҠӘТ МЕНӘН ҠЫҘЫҠҺЫНҺА

3. Кеше беренсе һөйләшеүҙә үк хәбәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, нимә эшләргә? (1 Кәринттәргә 9:26).

3 Кеше хәбәребеҙ менән ҡыҙыҡһынһа, беҙ уға мәңгелек тормошҡа алып барған юлға баҫырға тиҙерәк ярҙам итергә теләйбеҙ. Шуға күрә уға беренсе һөйләшеү ваҡытында уҡ Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим итергә һәм уны йыйылыш осрашыуҙарыбыҙға саҡырырға оялмағыҙ. (1 Кәринттәргә 9:26-ны уҡығыҙ.)

4. Кеше беренсе һөйләшеүҙән һуң Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан осраҡты һөйләп бирегеҙ.

4 Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим итегеҙ. Ҡайһы бер кешеләр Изге Яҙманы өйрәнергә шунда уҡ ризалаша. Бына Канадала булған бер осраҡ. Бер көндө стенд менән вәғәзләгән ҡәрҙәштәр янына бер йәш ҡатын килеп «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән брошюраны алған. Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ уға: «Теләһәгеҙ, бушлай Изге Яҙма өйрәнеү курсын үтә алаһығыҙ», — тип әйткән. Был тәҡдим теге ҡатынға оҡшаған һәм улар телефон номерҙары менән алмашҡан. Был осраҡ кесаҙна көнө булған. Шул уҡ көндө ул ҡатын ҡәрҙәшебеҙгә, курс ҡасан башлана, тигән смс-хәбәр ебәргән. Ҡәрҙәшебеҙ, ял көндәрендә килә алам, тип яуаплаған. Ә тегеһе: «Иртәгә буламы? Минең ваҡытым бар», — тип яҙған. Шуға йома көнө улар өйрәнеү башлаған, ә инде ял көндәрендә теге йәш ҡатын беренсе тапҡыр йыйылыш осрашыуына килгән. Һуңыраҡ ул рухи яҡтан тиҙ үҫкән.

5. Кеше беренсе һөйләшеүҙән үк Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашмаһа, нимә эшләргә? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

5 Әлбиттә, бөтәһе лә ул ҡатын һымаҡ шунда уҡ Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашмаҫ. Ҡайһы саҡта беҙгә күберәк тырышлыҡтар һалырға тура килә. Иң тәүҙә кешене ҡыҙыҡһындырған теманы һайларға кәрәк. Беренсе һөйләшеү өйрәнеүгә килтермәһә, бойоҡмағыҙ. Әгәр кешегә шәхси иғтибар күрһәтһәк, ваҡыт үтеү менән ул, бәлки, әҙер булыр һәм Изге Яҙманы өйрәнергә теләр. Әйҙәгеҙ, өйрәнеү тәҡдим иткәндә нимә әйтергә һәм нимә әйтмәҫкә икәнен тәжрибәле ҡәрҙәштәрҙән беләйек.

Фотоһүрәттәрҙә: 1) ике ир ҡәрҙәш тышта өйө эргәһендә ултырған оло йәштәге ир менән һөйләшә; 2) ике ҡыҙ ҡәрҙәш ишек төбөндә йәш әсәй кешегә «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән брошюраны тәҡдим итә; был йәш әсәйҙең ике улы бар — береһен күтәргән, ә икенсеһе эргәһендә тора.

Был кешеләрҙең Изге Яҙманы өйрәнергә теләктәре тыуһын өсөн, һөйләшеүҙе нимәнән башлар инегеҙ? (5-се абзацты ҡарағыҙ.)a


6. Кешенең беҙҙең менән һөйләшергә теләге булһын өсөн, ниндәй һүҙҙәр әйтеп була?

6 Күп кенә ҡәрҙәштәр ҡайһы бер илдәрҙә кешеләрҙе «өйрәнеү», «дәрестәр» тигән һүҙҙәр ҡурҡыта икәненә иғтибар иткән. Шул уҡ ваҡытта кешеләр Изге Яҙма тураһында «һөйләшеп алырға», уны «ҡарап сығырға» йә «яҡшыраҡ белергә» ҡаршы түгел. Кешенең беҙҙең менән осрашырға теләге булһын өсөн, уға: «Изге Яҙмала иң мөһим һорауҙарға яуаптар бар икәнен белә инегеҙме?» йә «Изге Яҙма был боронғо китап ҡына түгел, унда бик күп ҡиммәтле кәңәштәр бар», — тип әйтеп була. Шулай уҡ: «10—15 минут эсендә файҙалы нәмәләрҙе белә алаһығыҙ», — тип өҫтәргә була. Кеше үҙен бурыслы тип һанамаһын өсөн, «даими», «аҙна һайын» тигән һүҙҙәрҙе һәр ваҡыт ҡулланмаһаҡ, яҡшыраҡ булыр.

7. Ҡайһы бер кешеләр нимә ярҙамында хәҡиҡәтте тапҡанына инанған? (1 Кәринттәргә 14:23—25).

7 Йыйылыш осрашыуына саҡырығыҙ. Илсе Пауыл көндәрендә ҡайһы бер кешеләр, йыйылыш осрашыуына беренсе тапҡыр килгәс, күрәһең, хәҡиҡәтте тапҡанына инанған. (1 Кәринттәргә 14:23—25-те уҡығыҙ.) Бөгөн дә ундай хәл күҙәтелә. Ғәҙәттә, кеше йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаһа, рухи яҡтан тиҙерәк үҫә. Әммә ҡасан уны Батшалыҡ залына саҡырырға кәрәк? «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапта йыйылыш осрашыуҙары тураһындағы тема 10-сы дәрестә генә ҡаралһа ла, беҙ кешене беренсе һөйләшеүҙә үк киләһе ял көндәрендә үткән осрашыуға саҡыра алабыҙ. Бының өсөн асыҡ телмәрҙең исемен йә ҡараласаҡ мәҡәләнең темаһын әйтергә була.

8. Батшалыҡ залына беренсе тапҡыр саҡырылған кешегә нимә тураһында һөйләргә була? (Ишағыя 54:13).

8 Батшалыҡ залына саҡырылған кешегә беҙҙең осрашыуҙарыбыҙ башҡа дини осрашыуҙарҙан айырылып торғанын аңлатығыҙ. Бер ҡатын «Күҙәтеү манараһы» өйрәнеүенә беренсе тапҡыр килгәс, уны саҡырған ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙән: «Ә был сәхнәлә торған ир кеше бөтәһен дә исеме менән беләме?» — тип һораған. Ҡәрҙәшебеҙ уға: «Йыйылыш беҙҙең өсөн ғаилә кеүек, шуға күрә беҙ бер-беребеҙ менән яҡшыраҡ танышырға тырышабыҙ», — тигән. Теге ҡатын үҙе йөрөгән сиркәүҙә улай түгел икәне тураһында әйткән. Күптәр беҙҙең осрашыуҙарыбыҙҙың башҡа яҡтарына ла иғтибар итә. (Ишағыя 54:13-тө уҡығыҙ.) Беҙ Йәһүәгә табыныр өсөн, унан өйрәнер өсөн һәм бер-беребеҙҙе рухландырыр өсөн йыйылабыҙ (Евр. 2:12; 10:24, 25). Шуға күрә беҙҙең осрашыуҙарҙа бер ниндәй ҙә йолалар үткәрелмәй. Беҙ бында белем алыр өсөн киләбеҙ (1 Кәр. 14:40). Уҡырға уңайлы булһын өсөн, беҙҙең Батшалыҡ залдарыбыҙ яҡты. Шулай уҡ унда сәйәси агитациялар үтмәй һәм бер кем дә бәхәсләшмәй. Йыйылышҡа саҡырылған кеше осрашыуҙа нимә булырын белһен өсөн, уға алдан «Батшалыҡ залына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙманы күрһәтеп була.

9, 10. Осрашыуыбыҙға килергә ҡыймаған кешегә нимә әйтеп була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

9 Кеше, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаһам, мин Йәһүә шаһиты булып китергә тейешмен, тип уйларға мөмкин. Ундай кешегә: «Батшалыҡ залында ҡунаҡтарҙы күреүгә беҙ бик шат! Теләһәгеҙ, ҡатнашмайынса тыңлап ҡына ултыра алаһығыҙ», — тип әйтегеҙ. Йыйылыш осрашыуына бөтә ғаилә менән, хатта бәләкәй балалар менән дә килергә була. Беҙҙә балалар һәм ололар өсөн айырым кластар юҡ. Бөтәһе лә бер залда ултыра һәм бер программаны тыңлай. Шуға күрә атай-әсәйҙәргә, балаларым кем менән һәм уларҙы нимәгә өйрәтәләр икән, тип борсолаһы юҡ (Ҡан. 31:12). Шулай уҡ беҙ аҡса йыймайбыҙ, сөнки Ғайса: «Бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ», — тип әйткән (Матф. 10:8). Кеше, Батшалыҡ залына барыр өсөн тейешле кейемем юҡ, тип борсола ала. Уға ҡиммәтле һәм ҡупшы кейем мөһим түгел икәнен аңлатығыҙ. Алла бит «тышҡы ҡиәфәткә» түгел, ә «йөрәккә ҡарай» (1 Шам. 16:7).

10 Осрашыуыбыҙға килгән кеше башҡаларҙың уны күрергә шат булыуҙарын тойһон. Уны аҡһаҡалдар һәм башҡа ҡәрҙәштәр менән таныштырығыҙ. Ул беҙҙең игелегебеҙҙе һәм уның менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы күрһә, моғайын, тағы килергә теләр. Осрашыу ваҡытында һеҙ уға Изге Яҙмалағы аяттарҙы һәм ҡаралған материалды күрһәтә алаһығыҙ. Шулай итеп уға программаны тыңларға еңелерәк булыр.

Үткән фотоһүрәттәге йәш әсәй Батшалыҡ залына осрашыуға килгән. Ҡәрҙәштәр уны йылы итеп ҡаршы ала. Ул бәләкәй улын күтәргән, ә олоһо икенсе малай менән һөйләшеп тора.

Кеше тиҙерәк осрашыуҙарыбыҙға йөрөй башлаһа, тиҙерәк рухи яҡтан үҫер. (9, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


ИЗГЕ ЯҘМА ӨЙРӘНЕҮЕ БАШЛАНҺА

11. Өйрәнеүсенең ваҡытын ҡәҙерләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

11 Берәйһе менән өйрәнеү үткәргән саҡта нимәне иҫтә тоторға кәрәк? Өйрәнеүсенең ваҡытын ҡәҙерләгеҙ һәм уның башҡа мөһим эштәре лә булыуын иҫәпкә алығыҙ. Һеҙ йәшәгән урында кешеләр, ғәҙәттә, һуңлап йөрөһә лә, һеҙ һуңламағыҙ. Бынан тыш, беренсе өйрәнеүҙең ваҡытын оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Ҡайһы бер тәжрибәле ҡәрҙәштәр бына шундай кәңәш бирә: өйрәнеүсенең һорауҙары ҡалһа ла, өйрәнеүҙе үҙ ваҡытында тамамларға тырышығыҙ. Шулай уҡ күп һөйләмәгеҙ, өйрәнеүсегә лә үҙ фекерҙәре менән бүлешергә мөмкинлек бирегеҙ (Ғиб. һүҙ. 10:19).

12. Өйрәнеү башлаған саҡта ниндәй маҡсат ҡуйырға кәрәк?

12 Өйрәнеү башлағанда беҙҙең маҡсатыбыҙ кешегә Йәһүә менән Ғайса тураһында белем биреү һәм уларҙы яратып китергә ярҙам итеү. Шуға күрә уларҙың иғтибарын үҙебеҙгә йә белемебеҙгә түгел, ә Алла Һүҙенә йүнәлтергә кәрәк (Илс. 10:25, 26). Был йәһәттән, илсе Пауыл яҡшы үрнәк ҡалдырған. Башҡаларҙы өйрәткәндә ул йыш ҡына Ғайса тураһында һөйләгән. Ә Ғайса кешеләргә Йәһүә тураһында һөйләр өсөн һәм уны яратырға ярҙам итер өсөн ергә килгән (1 Кәр. 2:1, 2). Шулай уҡ Пауыл, яңы шәкерттәргә күркәм сифаттар үҫтерергә ярҙам итеү мөһим, тип һанаған. Ул шул сифаттарҙы алтын, көмөш һәм аҫыл таштар менән сағыштырған (1 Кәр. 3:11—15). Был сифаттар араһында иман, зирәклек, үтә күреүсәнлек һәм Аллаға ҡарата оло ихтирам (Зәб. 18:10, 11; Ғиб. һүҙ. 3:13—15; 1 Пет. 1:7). Пауылдың был өйрәтеү ысулдарын ҡулланып, өйрәнеүселәрегеҙгә имандарын нығытырға һәм күктәге Атайыбыҙға яҡынлашырға ярҙам итегеҙ (2 Кәр. 1:24).

13. Өйрәнеүсегә ҡарата нисек сабыр булырға? (2 Кәринттәргә 10:4, 5). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

13 Ғайсанан өлгө алып өйрәнеүсегеҙҙе аңларға тырышығыҙ һәм уға ҡарата сабыр булығыҙ. Уны уңайһыҙландыра алған һорауҙар бирмәгеҙ. Әгәр өйрәнеүсегеҙгә ниндәйҙер теманы аңлауы ауыр булһа, ҡалдырып тороғоҙ, һуңыраҡ был темаға кире ҡайтырға була. Бер ҡасан да кешегә баҫым яһамағыҙ. Хәҡиҡәт уның йөрәгендә тамыр йәйһен өсөн, ваҡыт кәрәк (Яхъя 16:12; Кол. 2:6, 7). Ялған тәғлимәттәр Изге Яҙмала ҡәлғә менән сағыштырыла. (2 Кәринттәргә 10:4, 5-те уҡығыҙ) Был тәғлимәттәр кешенең йөрәгенә яҡын булғанға, уға уларҙан баш тартыу ауыр булырға мөмкин. Шуға күрә был ҡәлғәне емерер өсөн, тәүҙә яңы ҡәлғә төҙөргә, йәғни өйрәнеүсене Йәһүәгә таянырға өйрәтергә кәрәк. Шулай итеп Алла уның өсөн һыйыныу урыны булып китер (Зәб. 90:9).

Ике ир ҡәрҙәш үткән фотоһүрәттә килтерелгән оло йәштәге ир менән Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрә. Ирҙең ҡулында «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап. Артҡы планда уның хәрби миҙалдары рамкала тора

Хәҡиҡәт өйрәнеүсенең йөрәгендә тамыр йәйһен өсөн, ваҡыт кәрәк. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)


КЕШЕ ЙЫЙЫЛЫШ ОСРАШЫУҘАРЫНА ЙӨРӨЙ БАШЛАҺА

14. Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған кешеләргә нисек ҡарарға кәрәк?

14 Йәһүә беҙҙең бөтә кешеләр менән дә, уларҙың милләтенә, дәрәжәһенә ҡарамаҫтан, игелекле булыуыбыҙҙы теләй (Яҡ. 2:1—4, 9). Батшалыҡ залына килгән кешеләр беҙҙең яратыуыбыҙҙы тойһон өсөн, беҙ тағы нимә эшләй алабыҙ?

15, 16. Осрашыуҙарыбыҙҙа ҡунаҡтар үҙҙәрен иркен хис итһен өсөн, беҙ нимә эшләй алабыҙ?

15 Кемдер беҙҙең осрашыуҙарға ҡыҙыҡһынғанға күрә килә, ә кемгәлер башҡа ерҙә йәшәгән Йәһүә шаһиты осрашыуға барырға кәңәш иткәндер. Шуға күрә һеҙ яңы кешене күреп ҡалһағыҙ, уның янына барығыҙ һәм танышығыҙ. Уға иғтибар бүлегеҙ, әммә сиктән тыш ныҡышмалы булмағыҙ. Ул кешегә янығыҙға ултырырға тәҡдим итегеҙ һәм осрашыу ваҡытында Изге Яҙмағыҙҙан аяттар күрһәтегеҙ йә уның да Изге Яҙмаһы булыуы хаҡында хәстәрләгеҙ. Шуны уҡ осрашыуҙа ҡаралған материал тураһында ла әйтеп була. Кеше үҙен иркен хис итһен өсөн тағы нимә эшләп булғаны тураһында уйланығыҙ. Бер тапҡыр ир ҡәрҙәшебеҙ Батшалыҡ залында таныш булмаған бер ирҙе күргән һәм һаулыҡ һорашыр өсөн янына барған. Теге ир кеше, башҡалар кеүек матур итеп кейенмәгәненән оялып, үҙенең тулҡынланыуы тураһында әйткән. Ир ҡәрҙәшебеҙ уны тынысландырған һәм, Йәһүә шаһиттары улар ябай кешеләр, тип аңлатҡан. Ваҡыт уҙыу менән теге ир һыуға сумдырылған. Ҡәрҙәшебеҙҙең йылы итеп ҡаршы алғанын ул һаман да иҫендә тота. Әлбиттә, беҙ алсаҡ булырға теләйбеҙ, ләкин осрашыуға тиклем һәм осрашыуҙан һуң ҡунаҡтар менән аралашҡанда әҙәпле булһаҡ һәм сиктән тыш шәхсән һорауҙар бирмәһәк, яҡшы булыр (1 Пет. 4:15).

16 Ҡунаҡтар үҙҙәрен иркен хис итһен өсөн, тағы нимә эшләп була? Йөкләмәләр менән сығыш яһағанда, программала ҡатнашҡанда йә бер-беребеҙ менән аралашҡанда Йәһүә шаһиттары булмағандар тураһында һәм уларҙың ҡараштары хаҡында насар һөйләмәгеҙ. Йыйылышҡа килгән кешене уңайһыҙ хәлдә ҡалдырған йә рәнйеткән һүҙҙәр әйтмәгеҙ (Тит. 2:8; 3:2). Мәҫәлән, уларҙың дини йолаларынан көлмәгеҙ (2 Кәр. 6:3). Айырыуса быны асыҡ телмәр менән сығыш яһаған ир ҡәрҙәштәргә иҫтә тоторға кәрәк. Улар шулай уҡ Йәһүә шаһиттары булмағандар өсөн аңлашылмаған һүҙҙәрҙе аңлатып китһә, яҡшы булыр ине.

17. «Мәңгелек тормош юлына баҫырға теләгәндәр» өсөн беҙ нимә эшләргә теләйбеҙ?

17 Шәкерттәр әҙерләү эше көндән-көн мөһимерәк була бара. Шуға күрә беҙ «мәңгелек тормош юлына баҫырға теләгәндәрҙе» эҙләүебеҙҙе дауам итәбеҙ (Илс. 13:48). Ундай кешеләрҙе тапҡас, уларға шунда уҡ Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим итегеҙ һәм йыйылыш осрашыуҙарыбыҙға саҡырығыҙ. Шулай итеп һеҙ уларға мәңгелек тормошҡа алып барған юлда беренсе аҙымдар яһарға ярҙам итерһегеҙ (Матф. 7:14).

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Кеше беренсе һөйләшеүҙә үк Батшалыҡ тураһындағы хәбәргә ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, нимә эшләргә?

  • Берәйһе менән өйрәнеү башлағанда нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

  • Ҡунаҡтар осрашыуҙарыбыҙҙа үҙҙәрен иркен хис итһен өсөн, нимә эшләп була?

64-СЕ ЙЫР Уңыш урыуҙа шатланып ҡатнашабыҙ

a ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Ике ир ҡәрҙәш отставкала булған хәрби ир кеше менән һөйләшә, ул ир кеше тышта өйө эргәһендә ял итеп ултыра; ике ҡыҙ ҡәрҙәш йәш әсәй менән һөйләшә һәм уның ваҡыты әҙ булғанын иҫәпкә ала.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу