Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mrt 36 мәҡәлә
  • Ғәҙел экономика. Был мөмкинме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғәҙел экономика. Был мөмкинме?
  • Төрлө темалар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Алла хәл итәсәк экономик проблемалар
  • Бөтә донъяла инфляцияның үҫеүе. Изге Яҙмала нимә әйтелә?
    Төрлө темалар
  • Изге Яҙмала аслыҡ һәм аҙыҡ-түлек етмәүе тураһында нимә әйтелә?
    Төрлө темалар
  • Алла Батшалығы. Ул Ғайса өсөн ни тиклем мөһим?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә 2014
  • Мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
Төрлө темалар
mrt 36 мәҡәлә
Бер ир бәләкәй насар өйҙәр араһында бай бейек йорттарға ҡарап тора.

Ғәҙел экономика. Был мөмкинме?

Төрлө илдәрҙә кешеләр протест белдереп урамдарға сыға, сөнки илдәрендәге иҡтисади хәлде ғәҙел түгел тип һанайҙар. Экономик мәсьәләләр COVID-19 пандемияһы ваҡытында тағы ла көсәйҙе. Был пандемия локдаундар, төрлө дефицит һәм ҡайһы саҡта яҡшы медицина ярҙамы алып булмау арҡаһында тормошобоҙға тағы ла күберәк тотороҡһоҙлоҡ индерҙе. Ә был үҙ сиратында байҙар һәм ярлылар араһындағы айырманы шаҡтай ҙурайтты.

Тормошто шул тиклем ҡатмарлаштырған был иҡтисади проблемалар берәй ваҡыт хәл ителерме? Эйе! Изге Яҙмала Алланың беҙ дусар булған проблемаларҙы сисер өсөн нимә эшләйәсәге аңлатыла.

Алла хәл итәсәк экономик проблемалар

Проблема. Бөтә кешеләрҙең дә ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән экономик система юҡ.

Сиселеше. Алла кеше хөкүмәттәрен үҙенең хөкүмәте — Алла Батшалығы менән алмаштырасаҡ. Ул күктән бөтә ер менән идара итәсәк (Данил 2:44; Матфей 6:10).

Һөҙөмтәһе. Алла Батшалығы — бөтә донъя хөкүмәте, шуға күрә ул ерҙәге бөтә кешеләрҙең проблемаларын иң яҡшы рәүештә хәл итәсәк. Кешеләр бүтән бер ҡасан да ярлы йәшәмәҫ һәм экономик тотороҡһоҙлоҡ арҡаһында ыҙа сикмәҫ (Зәбур 9:7—9, 18). Улар эшләгән эштәренең һөҙөмтәләренә шатланыр, тормоштары мәғәнәле булыр һәм ҡәнәғәтлек килтерер. Изге Яҙма былай тип вәғәҙә итә: «Кешеләр йорттар төҙөр һәм шунда йәшәр, йөҙөм баҡсалары ултыртыр һәм уларҙың емештәрен ашар. Улар өйҙәрен башҡа берәү йәшәһен тип төҙөмәҫ, йөҙөм ағастарын башҡа берәү ашаһын тип ултыртмаҫ» (Ишағыя 65:21, 22).

Проблема. Кешеләр үҙҙәренә ғазап килтергән һәм иң кәрәк нәмәләрҙән мәхрүм иткән ваҡиғалар һәм шарттарҙан ҡаса алмай.

Сиселеше. Алла үҙенең Батшалығы ярҙамында кешеләрҙә ҡурҡыу һәм хәүеф хисе уятҡан бөтә нәмәне юҡ итәсәк.

Һөҙөмтәһе. Алла яҡлауы аҫтында кешеләр үҙҙәрен йә ғаиләләрен иң кәрәк нәмәләрҙән мәхрүм иткән хәл-ваҡиғаларға дусар булмаҫ. Һуғыштар, аслыҡ һәм пандемиялар үткәндә ҡаласаҡ (Зәбур 46:9; 72:16; Ишағыя 33:24). Алла былай тип вәғәҙә итә: «Минең халҡым тыныслыҡ хөкөм һөргән урындарҙа, ҡурҡынысһыҙ ерҙәрҙә һәм имен торлаҡтарҙа йәшәр» (Ишағыя 32:18).

Проблема. Ҡомһоҙ һәм эгоист кешеләр йыш ҡына башҡалар иҫәбенә байый.

Сиселеше. Алла Батшалығы идараһы аҫтында йәшәгәндәр башҡаларҙы ысынлап яратырға һәм уларҙың мәнфәғәттәрен үҙҙәренекенән өҫтөн ҡуйырға өйрәнер (Матфей 22:37—39).

Һөҙөмтәһе. Алла Батшалығы идара иткән ваҡытта кешеләр үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртмаҫ, улар Алла кеүек яратырға өйрәнер (1 Коринфтарға 13:4, 5). Изге Яҙмала былай тиелә: «Улар минең бөтөн изге тауымда бер ниндәй зыян килтермәҫ һәм бер нәмәне лә емермәҫ, сөнки һыуҙар диңгеҙҙе тултырғандай, ер йөҙө, һис шикһеҙ, Йәһүәa тураһындағы белем менән тулыр (Ишағыя 11:9).

Изге Яҙманан күренгәнсә, беҙ был ғәҙелһеҙ донъя төҙөлөшөнөң һуңғы көндәрендә йәшәйбеҙ һәм оҙаҡламай Алла бөтә иҡтисади проблемаларҙы хәл итеү тураһындағы вәғәҙәһен үтәр (Зәбур 12:5)b. Ул ваҡыт әле етмәһә лә, Изге Яҙма принциптары һеҙгә инде хәҙер үк матди ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, «Әҙ аҡсаға нисек йәшәргә?» һәм «Аҡсаға дөрөҫ ҡараш» тигән мәҡәләләрҙе ҡарағыҙ.

Изге Яҙмалағы ҡайһы бер аяттарҙы дөрөҫ аңламау

Яңылыш фекер. Ярлылыҡ бер ҡасан да бөтмәйәсәк, сөнки Ғайса пәйғәмбәр: «Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр», — тигән (Матфей 26:11).

Факт. Ғайса ысынбарлыҡ тураһында ғына әйткән: был ғәҙелһеҙ донъя бар саҡта, фәҡирҙәр һәр ваҡыт буласаҡ. Әммә Ғайса ярлыларға Алла Батшалығының фәҡирлекте мәңгегә юҡ итәсәге тураһында һөйөнөслө хәбәр һөйләгән (Лука 4:18, 43).

Яңылыш фекер. Алла хуплауын алыр өсөн, ярлы булырға кәрәк, сөнки Ғайса: «Бөтә мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш», — тигән (Матфей 19:21).

Факт. Был һүҙҙәр менән Ғайса үҙенең шәкерттәре өсөн норма урынлаштырмаған. Ул тормошонда байлыҡҡа артыҡ ҙур әһәмиәт биргән йәш кешегә конкрет кәңәш әйткән. Ғайса был кешене тормошон ябайлаштырып, үҙенең шәкерте булырға дәртләндергән.

Яңылыш фекер. Алла кешеләрҙе байлыҡ менән фатихалай, сөнки Изге Яҙмала: «Йәһүәнең фатихаһы кешене байыта», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:22).

Факт. Изге Яҙмала «Йәһүәнең фатихаһы» ғәҙәттә мәғәнәле тормош, Алла менән яҡшы мөнәсәбәттәр һәм матур киләсәккә өмөт кеүек рухи байлыҡтарҙы аңлата (Зәбур 25:14; Яхъя 17:3). Алла элек үҙенең ҡайһы бер хеҙмәтселәрен байлыҡ менән фатихалаһа ла, мәсихселәрҙең күбеһе бай булмаған (Башланмыш 24:34, 35; Яҡуб 2:5). Хатта Ғайса Мәсихтең дә әйберҙәре күп булмаған (Матфей 8:20).

Яңылыш фекер. Изге Яҙма ниндәйҙер коммунизм формаһына өйрәтә, сөнки унда беренсе быуат мәсихселәре тураһында «уларҙың бөтә нәмәһе уртаҡ ине» һәм «ерҙәрен һәм мөлкәттәрен һат[тылар]» тип әйтелә (Ғәмәлдәр 2:44, 45).

Факт. Был аяттарҙа күптән түгел мәсихсе булып киткәндәрҙең матди хәжәттәре тураһында ҡайғыртыр өсөн ҡабул ителгән ваҡытлыса ҡарар тураһында һүҙ бара. Был кешеләр Иерусалимға йәһүдтәрҙең Илленсе көн байрамына килгән (Ғәмәлдәр 2:5). Унда улар мәсихсе булып киткән һәм, үҙҙәренең яңы дине тураһында күберәк белер өсөн, Иерусалимда үҙҙәре уйлағандан оҙаҡҡараҡ ҡалған. Шуға күрә башҡа мәсихселәр уларға аҙыҡ һәм торлаҡ менән ярҙам итер өсөн үҙ ирке менән аҡсаларын биргән (Ғәмәлдәр 2:41, 42, 46, 47).

a Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме (Зәбур 83:18).

b Ни өсөн Изге Яҙмаға ышанып булғанын белер өсөн, «Изге Яҙма — хәҡиҡәт сығанағы» тигән мәҡәләне уҡығыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу