Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 95 мәҡәлә
  • Кисереү нимә ул?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Кисереү нимә ул?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Йәһүә ғәфү итә белгән кешеләрҙе бүләкләй
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Алла мине кисерерме икән?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Йәһүә кешеләрҙе теләп кисерә
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Йәһүәнең кисереүен өлгө итеп алығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
Башҡаларын асырға
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 95 мәҡәлә
Ике ҡатын ҡосаҡлаша

Кисереү нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

Кисереү — ул рәнйетеүсеңде ғәфү итеү. Изге Яҙмалағы «кисереү» тигән грек һүҙе «ебәреү», йәғни кешенән бурысын ҡайтарыуҙы талап итмәүҙе аңлата. Ғайса үҙенең шәкерттәрен доға ҡылырға өйрәткән саҡта ошо сағыштырыуҙы ҡулланып: «Гонаһтарыбыҙҙы кисер, сөнки беҙ ҙә үҙебеҙгә ҡаршы гонаһ ҡылғандарҙы [үҙебеҙгә бурыслы булғандарҙы, төшөрмә] кисерәбеҙ», — тигән (Лука 11:4). Шулай уҡ Ғайса мәрхәмәтһеҙ ҡол хаҡындағы ҡиссаһында кисереүҙе бурысты бәхилләү менән сағыштырған (Матфай 18:23—35).

Кешене кисергән саҡта, беҙ асыу хисенән арынырға һәм уның беҙгә килтергән зыянды ҡаплауын талап итмәҫкә ҡарар итәбеҙ. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, эскерһеҙ кисереү ул ысын яратыуға нигеҙләнгән, ә яратыу бит яман эштәрҙе һанап бармай (1 Кәринттәргә 13:4, 5).

Кисереү нимәне аңлатмай?

  • Гонаһҡа күҙ йомоуҙы аңлатмай. Насар эштәр зыян килтермәй, улар — ғәҙәти хәл, тигән фекерҙе Изге Яҙма хупламай (Ишағыя 5:20).

  • Гонаһлы эште күреп тә, үҙегеҙҙе бер ни булмағандай тотоуҙы аңлатмай. Алла Дауыттың ауыр гонаһтарын кисергән, әммә уны гонаһ эҙемтәләренән азат итмәгән. Улай ғына ла түгел, Алла Дауыттың гонаһтары хаҡында Изге Яҙмаға яҙырға ҡушҡан, һәм был хаҡта бөгөнгө көндә лә уҡып, фәһем алырға була (2 Самуил 12:9—13).

  • Башҡаларға ышанысығыҙҙан файҙаланырға юл ҡуйыуҙы аңлатмай. Әйтәйек, һеҙ берәүгә аҡса биреп торҙоғоҙ, ти. Ә ул уны туҙҙырып бөткән һәм ҡайтарырға вәғәҙә иткән булһа ла, бурысын түләй алмай. Ул бик үкенә һәм кисереүегеҙҙе һорай. Һеҙ, бәлки, уны йәлләп, бурысын бәхилләрһегеҙ, уға асыу тотмаҫҡа һәм был хаҡта һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа ҡарар итерһегеҙ. Әммә шулай уҡ уға башҡа бер ваҡытта ла бурысҡа аҡса бирмәҫкә булырһығыҙ (Зәбур 37:21; Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15; 22:3; Ғалаттарға 6:7).

  • Тәүбә итмәгәндәрҙе ғәфү итеүҙе аңлатмай. Яуыз ниәт менән аңлы рәүештә гонаһ ҡылған, үҙ хаталарын танымаған, үҙгәрергә теләмәгән һәм зыян күргәндәрҙән ғәфү үтенмәгән кешеләрҙе Алла кисермәй (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:13; Илселәр 26:20; Еврейҙарға 10:26). Тәүбә итергә теләмәгәндәр Алланың дошманына әйләнә, һәм ул беҙҙән үҙе кисермәгән кешеләрҙе кисереүҙе талап итмәй (Зәбур 139:21, 22).

    Әгәр һеҙҙе рәхимһеҙ рәүештә рәнйеткән кеше ғәфү үтенергә теләмәһә һәм хатта үҙ хатаһын танымаһа, нимә эшләргә? Изге Яҙмала: «Асыуыңдан тыйыл, ярһыуыңды ташла», — тигән кәңәш бирелә (Зәбур 37:8). Һеҙ уның ҡылығын аҡламайһығыҙ, ә үҙегеҙҙе ҡулда тоторға һәм ярһыуға бирелмәҫкә ҡарар итәһегеҙ. Һис тә шикләнмәгеҙ: Алла ул кешене яуапҡа тарттырасаҡ (Еврейҙарға 10:30, 31). Тиҙҙән Алла булдырасаҡ яңы донъяла беҙгә бер кем дә ауыртыу һәм зыян килтермәйәсәк. Был фекер ҙә һеҙҙе йыуатырға мөмкин (Ишағыя 65:17; Асылыш 21:4).

  • Уйлап сығарылған хаталарҙы ғәфү итеүҙе аңлатмай. Ҡайһы ваҡыт беҙҙе рәнйеттеләр кеүек тойолорға мөмкин, ысынында иһә үпкәләргә бер сәбәп тә юҡ. Рәнйетеүсе юҡ икән, тимәк, кисерәһе кеше лә юҡ. Изге Яҙмала: «Асыуланырға ашыҡма, асыу ахмаҡтарҙың эсендә оялай», — тиелгән (Вәғәзсе 7:9).

Нисек кисерергә өйрәнергә?

  1. Кисереүҙең нимә аңлатыуын иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Һеҙгә хатаны аҡларға йә үҙегеҙҙе бер ни ҙә булмағандай тоторға кәрәкмәй; ә үпкәне «ебәрергә» генә кәрәк.

  2. Кисереүҙең файҙаһы хаҡында уйлағыҙ. Әгәр ярһыуҙан һәм гел үпкәләп йөрөүҙән туҡтаһағыҙ, тыныс була алырһығыҙ, үҙегеҙҙе яҡшыраҡ хис итерһегеҙ һәм бәхетлерәк булырһығыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:30; Матфай 5:9). Әммә иң мөһиме — башҡаларҙы кисерһәгеҙ, Алла ла һеҙҙе кисерер (Матфай 6:14, 15).

  3. Башҡаларҙың хәленә инә белегеҙ. Беҙ камил түгел (Яҡуп 3:2). Беҙҙе кисерһәләр, күңелебеҙгә рәхәт, шуға күрә үҙебеҙ ҙә башҡаларҙы кисерәйек (Матфай 7:12).

  4. Аҡыллы булығыҙ. Үпкәләр өсөн әллә ни етди сәбәп юҡ икән, Изге Яҙмалағы кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ: «Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ» (Колосстарға 3:13).

  5. Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ. Асыуығыҙға ҡабынып китергә бирмәгеҙ, рәнйетеүсене мөмкин тиклем тиҙерәк кисерә һалығыҙ (Эфестарға 4:26, 27).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу