Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 102 мәҡәлә
  • Ҡомарлы уйындар уйнау гонаһмы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ҡомарлы уйындар уйнау гонаһмы?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Ҡомарлы уйындар
    Уянығыҙ! 2015
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 102 мәҡәлә
Бер кеше лотерея билетының һандарын телевизорҙа әйтелгәндәр менән сағыштыра

Ҡомарлы уйындар уйнау гонаһмы?

Изге Яҙманан яуап

Ҡомарлы уйындар уйнау хаҡында Изге Яҙмала ентекле аңлатыу юҡ, әммә ундағы принциптар ҡомарлы уйындарҙың Алла ҡарашынан гонаһ тип һаналыуын күрһәтә (Эфестарға 5:17)a.

  • Кешене ҡомарлы уйын уйнарға ҡомһоҙлоҡ этәрә, Алла иһә ҡомһоҙлоҡто нәфрәт итә (1 Кәринттәргә 6:9, 10; Эфестарға 5:3, 5). Уйында ҡатнашыусылар аҡса оторға ынтыла һәм отҡан осраҡта башҡаларҙың аҡсаһын үҙенә ала, ә Изге Яҙма кеше мөлкәтенә нәфсе һуҙыуҙы хөкөм итә (Сығыш 20:17; Римдарға 7:7; 13:9, 10).

  • Ҡомарлы уйындар, хатта бәләкәй генә суммаға уйнағанда ла, кешелә аҡса яратыу үҫтерергә мөмкин, ә был сифат үҙ сиратында һәләкәткә илтә (1 Тимәтигә 6:9, 10).

  • Ҡомарлы уйындар уйнаған кешеләр, ғәҙәттә, төрлө ырымдарға һәм «Уңыш илаһына» ышана. Ә был иһә Аллаға табыныуға ҡаршы килә, сөнки боттарға табыныуҙың бер төрө булып тора (Ишағыя 65:11).

  • Изге Яҙма еңел юл менән байырға ынтылыуҙы хупламай, ә тырышып эшләргә дәртләндерә (Вәғәзсе 2:24; Эфестарға 4:28). Изге Яҙмалағы кәңәшкә ҡолаҡ һалыусылар «үҙ ризыҡтарын үҙҙәре баш баҫып эшләп» таба (2 Тисалуникаларға 3:10, 12).

  • Ҡомарлы уйындар ярышыу һәм көнләшеү рухы тыуҙыра, ә Изге Яҙма быны хупламай (Ғалаттарға 5:26).

a Изге Яҙмала ҡомарлы уйындар Рим ғәскәриҙәре Ғайсаның кейемен, йәрәбә һалып, йәки ҡомарлы уйын ҡағиҙәһе буйынса бүлешкән осраҡты һүрәтләгәндә генә иҫкә алына (Матфай 27:35; Яхъя 19:23, 24).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу