Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 115 мәҡәлә
  • Бөйөк афәт нимә ул?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Бөйөк афәт нимә ул?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • «Ҙур афәт» ваҡытында тоғро булып ҡалығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Бөйөк Бабил нимә ул?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Асылыш китабы һәм Алланың дошмандары
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 115 мәҡәлә
Бөйөк афәттә тере ҡалғандар ҡосаҡлашып тора

Бөйөк афәт нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

Бөйөк афәт кешелек тарихында иң ауыр ваҡыт буласаҡ. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр буйынса ул «ахырызаманда» йәки «ахырғы ваҡытта» буласаҡ (2 Тимофейға 3:1; Данил 12:4). Изге Яҙмала былай тиелгән: «Ул көндәрҙә Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бүтән бер ҡасан да булмаясаҡ афәт килер» (Марк 13:19; Данил 12:1; Матфай 24:21, 22).

Бөйөк афәт ваҡытында буласаҡ ваҡиғалар

  • Ялған диндең юҡ ителеүе. Ялған дин бик тиҙ юҡ ителәсәк (Асылыш 17:1, 5; 18:9, 10, 21). Быны сәйәси көстәрҙе символлаштырған Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы башҡарасаҡ. Шулай итеп Алланың ихтыяры үтәләсәк (Асылыш 17:3, 15—18)a.

  • Хаҡ дингә һөжүм итеү. Йәзәкил күренешендә «Магог еренән Гог» итеп һүрәтләнгән халыҡтар берләшмәһе хаҡ динде тотҡан кешеләрҙе юҡ итергә тырышасаҡ. Әммә Алла үҙ хеҙмәтселәрен яҡлаясаҡ (Йәзәкил 38:1, 2, 9—12, 18—23).

  • Ерҙә йәшәүселәр өҫтөнән хөкөм. Ғайса кешелекте хөкөм итәсәк һәм «көтөүсе һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған шикелле, кешеләрҙе ике төркөмгә бүләсәк» (Матфай 25:31—33). Ул һәр бер кешене уның менән күктә идара итәсәк «ҡәрҙәштәренә» ярҙам иткәнме, юҡмы икәненә ҡарап хөкөм итәсәк (Матфай 25:34—46).

  • Күктәге Батшалыҡта идара итеүселәрҙе йыйыу. Мәсих менән күктә идара итеү өсөн һайланған тоғро хеҙмәтселәр ерҙәге юлын тамамлап, күктә йәшәр өсөн терелтеләсәк (Матфай 24:31; 1 Коринфтарға 15:50—53; 1 Фессалоникаларға 4:15—17).

  • Армагеддон. Был «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә буласаҡ һуғыш» «Алла көнө» тип тә атала (Асылыш 16:14, 16; Ишағыя 13:9; 2 Петр 3:12). Мәсих тарафынан юҡ ителеүгә хөкөм ителгәндәр һәләк буласаҡ (Сафуния 1:18; 2 Фессалоникаларға 1:6—10). Изге Яҙмала ете башлы януар итеп һүрәтләнгән бөтә донъя сәйәси системаһы ла юҡ ителәсәк (Асылыш 19:19—21).

Бөйөк афәттән һуң буласаҡ ваҡиғалар

  • Шайтан менән ендәр төрмәгә ябыласаҡ. Бөйөк фәрештә Шайтанды һәм ендәрҙе «упҡынға» ырғытасаҡ. Улар унда үлемгә тиң хәлдә буласаҡ (Асылыш 20:1—3). Шайтан төрмәлә ултырған тотҡон һымаҡ бер кемгә лә тәьҫир итә алмаясаҡ (Асылыш 20:7).

  • Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһының башы. Алла Батшалығы үҙенең Меңйыллыҡ идараһын башлаясаҡ һәм был кешелеккә мул фатихалар килтерәсәк (Асылыш 5:9, 10; 20:4, 6). Иҫәбе-һаны булмаған «бихисап күп халыҡ» «бөйөк афәттә» тере ҡаласаҡ. Улар Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы нисек башланасағын үҙ күҙҙәре менән күрәсәк (Асылыш 7:9, 14; Зәбур 37:9—11).

a Асылыш китабында ялған дин Бөйөк Вавилон, «бөйөк фәхишә» тип атала (Асылыш 17:1, 5). Бөйөк Вавилонды ҡып-ҡыҙыл януар юҡ итәсәк. Был януар бөтә донъя халыҡтарын берләштереүсе һәм уларҙың вәкиле булып хеҙмәт итеүсе ойошманы символлаштыра. Тәүҙә ул Милләттәр Лигаһы тип атала ине, ә хәҙер Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булараҡ билдәле.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу