Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 114 мәҡәлә
  • «Үлемгә илтеүсе ете гонаһ» бармы ул?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Үлемгә илтеүсе ете гонаһ» бармы ул?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Гонаһ нимә ул?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Алла мине кисерерме икән?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Йәһүәнең кисереүе һеҙҙең өсөн нимәне аңлата?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 114 мәҡәлә
Төшөнкө хәлдәге кеше

«Үлемгә илтеүсе ете гонаһ» бармы ул?

Изге Яҙманан яуап

Изге Яҙмала «үлемгә илтеүсе ете гонаһ» тигән төшөнсә юҡ. Әммә, гонаһҡа батыу арҡаһында кеше ҡотҡарылыу өмөтөнән мәхрүм булырға мөмкин, тиелә. Мәҫәлән, Изге Яҙма енси әхлаҡһыҙлыҡ, боттарға табыныу, ярһыу һәм эскелек кеүек етди гонаһтарҙы «гонаһлы тәбиғәттең [«тәндең», ЯДТ] ҡылған эштәре» тип атай. Һәм: «Бындай юлға баҫыусылар Алла Батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ», — тип өҫтәй (Ғалаттарға 5:19—21)a.

Изге Яҙмала «Алла нәфрәт иткән» ете нәмә хаҡында әйтелмәйме ни?

Эйе, әйтелә. Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16-ла: «Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә», — тиелә. Әммә Ғибрәтле һүҙҙәр 6:17—19-ҙа гонаһтарҙың тулы исемлеге килтерелмәгән. Был аяттарҙа фәҡәт гонаһтың төп төрҙәренең уй-фекерҙәрҙә, һүҙҙәрҙә һәм эштәрҙә сағылышы ғына һанап кителгәнb.

«Үлемгә килтереүсе гонаһ» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?

Ҡайһы бер тәржемәләрҙә 1 Яхъя 5:16-ла «үлемгә килтереүсе гонаһ бар» тигән һүҙбәйләнеш ҡулланыла. «Үлемгә килтереүсе гонаһ» менән «үлемгә килтермәгән гонаһ» араһында ниндәй айырма бар?

Изге Яҙманан күренеүенсә, һәр гонаһ үлемгә килтерә. Әммә беҙ Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны нигеҙендә гонаһтан азат була алабыҙ (Римдарға 5:12; 6:23). Тимәк, «үлемгә килтереүсе гонаһ» — ул Ғайсаның ҡорбаны ҡапламай торған гонаһ. Ундай кеше гонаһлы эштәргә шул тиклем әүәҫләнгән һәм бер ваҡытта ла үҙенең тормош рәүешен үҙгәртмәйәсәк. Изге Яҙмала, ундай гонаһ «кисерелмәҫ», тиелгән (Матфай 12:31; Лука 12:10).

«Үлемгә илтеүсе ете гонаһ» тигән төшөнсә ҡайҙан килеп сыҡҡан?

«Үлемгә илтеүсе ете гонаһҡа» тиклем һигеҙ гонаһтың исемлеге булған. Был исемлекте б. э. IV быуатында Евагрий Понтийский төҙөгән. Ул христиан дине белгесе, мистик-аскетик йүнәлештәге яҙыусы булған. Уның был эше иһә монах һәм дин белгесе булған Иоанн Кассианды үҙ исемлеген төҙөргә дәртләндергән. VI быуатта Рим Папаһы Григорий I, Кассиандың һигеҙ сифатты үҙ эсенә алған ошо исемлеген үҙгәртеп, үлемгә илтеүсе ете сифатты ҡалдырған. Был: ғорурлыҡ, ҡомһоҙлоҡ, аҙғын енси нәфсе, көнсөллөк, бирәнлек, ярһыу һәм ялҡаулыҡ. Хәҙер был исемлек Рим-католик сиркәүенең дин белгестәре тәғлимәтенә индерелгән. Папа Григорий I был гонаһтарҙы иң төп гонаһтар, йәғни башҡа бик күп гонаһтарҙың тамыры тип атаған.

a  Ғалаттарға 5:19—21-ҙә килтерелгән 15 етди гонаһ исемлеген тулы тип әйтеп булмай, сөнки Изге Яҙмала уларҙы һанап сыҡҡандан һуң, «һәм башҡа шундай яманлыҡтар», тип өҫтәп ҡуйылған. Тимәк, быны уҡыған кешегә «башҡа шундай яманлыҡтар» үҙ эсенә тағы нимәне ала икәне хаҡында уйланырға тәҡдим ителгән.

b  Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16-ла икенсе һандың беренсеһенә ҡарағанда күпкә мөһимерәк икәнен күрһәтеүсе боронғо еврей телендәге һүҙ уйнатыу алымы ҡулланылған. Бындай алымды Изге Яҙмала йыш ҡына осратырға була (Әйүп 5:19; Ғибрәтле һүҙҙәр 30:15, 18, 21).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу