Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 117 мәҡәлә
  • Фәрештәләр кемдәр улар?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Фәрештәләр кемдәр улар?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Алланың фәрештәләре беҙгә ярҙам итә
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Фәрештәләр хаҡында хәҡиҡәт
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Фәрештәләр һеҙгә нисек ярҙам итә ала?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Тоғро фәрештәләрҙән өлгө алығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 117 мәҡәлә
Фәрештәләр Йәһүәне данлап йырлай

Фәрештәләр кемдәр улар?

Изге Яҙманан яуап

Фәрештәләр — ул көсө һәм һәләттәре яғынан кешегә ҡарағанда күпкә юғары тере заттар (2 Петер 2:11). Улар күктә, материаль Йыһан ҡанундарының йоғонтоһо булмаған рухи сферала йәшәй (1 Батшалар 8:27; Яхъя 6:38). Шуға ла фәрештәләр рухтар тип атала (1 Батшалар 22:21; Зәбур 17:11).

Фәрештәләр нисек барлыҡҡа килгән?

Алла иң тәүҙә Ғайсаны барлыҡҡа килтергән. Шуға ла Инжилдә Ғайса хаҡында, ул «Алла яратҡандарҙың бөтәһенән дә алдараҡ булған беренсе ине», тиелә. Шунан Алла Ғайса ярҙамында башҡа фәрештәләрҙе булдырған. Изге Яҙмала донъяны барлыҡҡа килтергәндә Алла тарафынан Ғайсаға бирелгән айырым роль һүрәтләнә. Унда, «күктә һәм ерҙә булған, күренгән һәм күренмәгән нәмәләрҙең барыһы ла Уның аша яратылған», тиелә. Шул иҫәптән фәрештәләр ҙә (Колосстарға 1:13—17). Фәрештәләр өйләнешмәй ҙә, балалар ҙа тыуҙырмай (Марк 12:25). «Илаһи заттар» булараҡ, уларҙың һәр береһе үҙенә бер төрлө шәхес итеп яратылған (Әйүп 1:6).

Фәрештәләр бик боронғо заманда, Ер барлыҡҡа килтерелерҙән күпкә элегерәк яратылған булған. Алла Ерҙе барлыҡҡа килтергән саҡта, фәрештәләр ҡыуанып ҡысҡырған (Әйүп 38:4—7).

Фәрештәләрҙең һаны күпме?

Изге Яҙмала фәрештәләрҙең теүәл һаны әйтелмәгән, әммә унда яҙылғандар уларҙың ғәйәт күп булыуын күрһәтә. Мәҫәлән, илсе Яхъя күренештә йөҙәрләгән миллион фәрештә күргән (Асылыш 5:11).

Фәрештәләр исеме һәм холҡо менән бер-береһенән айырыламы?

Эйе. Изге Яҙмала ике фәрештәнең исеме иҫкә алына — Миҡаил һәм Ябраил (Даниял 12:1; Лука 1:26)a. Башҡа фәрештәләр ҙә үҙенең исеме барлығын белдергән, тик уны әйтмәгән (Башланмыш 32:29; Хөкөмсөләр 13:17, 18).

Һәр фәрештә — үҙенә күрә айырым бер шәхес. Улар үҙ-ара аралаша ала (1 Кәринттәргә 13:1). Фәрештәләр фекер йөрөү һәләтенә эйә, улар тәрән мәғәнәле һүҙҙәр менән Алланы данлай белә (Лука 2:13, 14). Шул уҡ ваҡытта уларҙың яҡшылыҡты йәки яманлыҡты һайлау иреге лә бар. Быны ҡайһы бер фәрештәләрҙең Аллаға ҡаршы фетнә күтәргән Шайтан Иблискә эйәреп, гонаһ ҡылыуы күрһәтә (Матфай 25:41; 2 Петер 2:4).

Фәрештәләр бер үк дәрәжәләме?

Юҡ. Мәҫәлән, баш фәрештә Миҡаил барыһынан да көслө һәм иң ҙур хакимлыҡҡа эйә (Йәһүҙә 9; Асылыш 12:7). Серафимдар — Йәһүәнең тәхете алдында хеҙмәт итеүсе юғары дәрәжәләге фәрештәләр (Ишағыя 6:2, 6). Кирубтар ҙа юғары дәрәжәгә эйә: уларға махсус йөкләмәләр тапшырылған. Мәҫәлән, Әҙәм менән Һауа Эден баҡсаһынан ҡыуылғас, кирубтар баҡса ҡапҡаһын һаҡлап торған (Башланмыш 3:23, 24).

Кирубтар Эден баҡсаһын һаҡлай

Фәрештәләр кешеләргә ярҙам итәме?

Эйе. Бөгөн Алла тоғро фәрештәләре аша кешеләргә ярҙам итә.

  • Алла фәрештәләр аша Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү эшен алып бара (Асылыш 14:6, 7). Был вәғәзселәргә лә, һөйөнөслө хәбәрҙе тыңлаусыларға ла файҙа килтерә (Илселәр 8:26, 27).

  • Фәрештәләр мәсихселәр йыйылыштарын яуыз кешеләрҙән һаҡлап, уларҙың сафлығы хаҡында ҡайғырта (Матфай 13:49).

  • Фәрештәләр Алланың тоғро хеҙмәтселәренә йүнәлеш бирә һәм уларҙы яҡлай (Зәбур 33:8; 90:10, 11; Еврейҙарға 1:7, 14).

  • Тиҙҙән фәрештәләр, Ғайса менән бергә яуызлыҡҡа ҡаршы һуғышта еңеп сығып, кешелеккә ҡотолоу килтерәсәк (2 Тисалуникаларға 1:6—8).

Һәр кешенең һаҡлаусы фәрештәһе бармы?

Фәрештәләрҙең Алла хеҙмәтселәренең рухи именлеге хаҡында ҡайғыртыуы, Алла һәр мәсихсегә һаҡлаусы фәрештәb бирә, тигәнде аңлатмай (Матфай 18:10). Фәрештәләр Алла хеҙмәтселәрен бар һынауҙарҙан һәм ҡотҡоларҙан һаҡламай. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, һынауҙар ваҡытында Алла кешегә йүнәлеш күрһәтеп, зирәклек һәм көс биреп, ахырғаса ныҡ ҡалырға ярҙам итә (1 Кәринттәргә 10:12, 13; Яҡуп 1:2—5).

Фәрештәләр хаҡында яңылыш ҡараштар

Яңылыш ҡараш. Фәрештәләрҙең барыһы ла игелекле.

Факт. Изге Яҙмала «яуыз рухи көстәр» һәм «гонаһ ҡылған фәрештәләр» телгә алына (Эфестарға 6:12; 2 Петер 2:4). Был яуыз фәрештәләр — ендәр. Улар Шайтан Иблистең Аллаға ҡаршы күтәргән фетнәһенә ҡушылған.

Яңылыш ҡараш. Фәрештәләр үлемһеҙ.

Факт. Яуыз фәрештәләр һәм Шайтан Иблис юҡ ителәсәк (Йәһүҙә 6).

Яңылыш ҡараш. Кеше үлгәс, фәрештәгә әйләнә.

Факт. Фәрештәләр — ул терелтелгән кешеләр түгел, ә айырым рәүештә яратылған заттар (Колосстарға 1:16). Күктә йәшәр өсөн терелтелгән кешеләр Алланан үлемһеҙлек бүләк итеп ала (1 Кәринттәргә 15:53, 54). Уларҙың дәрәжәһе фәрештәләрҙекенән юғарыраҡ була (1 Кәринттәргә 6:3).

Яңылыш ҡараш. Фәрештәләр кешеләргә хеҙмәт итер өсөн яратылған.

Факт. Фәрештәләр беҙгә түгел, ә Аллаға буйһона (Зәбур 102:20, 21). Хатта Ғайса ла ярҙам һорап туранан-тура фәрештәләргә түгел, ә Аллаға мөрәжәғәт иткән (Матфай 26:53).

Яңылыш ҡараш. Беҙ ярҙам һорап фәрештәләргә доға ҡыла алабыҙ.

Факт. Доға — ул табыныуҙың бер өлөшө, ә беҙ тик Йәһүә Аллаға ғына табынырға тейеш (Асылыш 19:10). Тик Аллаға ғына Ғайса аша доға ҡылырға кәрәк (Яхъя 14:6).

a  Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә Ишағыя 14:12-лә «Люцифер» тигән һүҙ осрай. Берәүҙәрҙең фекеренсә, был — Шайтан Иблис булып киткән фәрештәнең исеме. Әммә төп нөсхәлә был урында «балҡып тороусы» тигән мәғәнә йөрөткән боронғо еврей һүҙе яҙылған. Контекст буйынса, бында һүҙ Шайтан хаҡында түгел, ә Бабилда идара иткән бер тоҡом хаҡында бара. Тәкәббер һәм һауалы булғандары өсөн Алла уларҙы түбәнһеткән (Ишағыя 14:4, 13—20).

b  Фәрештәнең Петерҙы ҡотҡарыуы хаҡында уҡып, ҡайһы берәүҙәр, уның һаҡлаусы фәрештәһе булған, тигән һығымтаға килгән (Илселәр 12:6—16). Әммә шәкерттәр, «ул уның фәрештәһелер» тиеп, Петерҙе күҙ уңында тотмаған. Улар, моғайын, берәй фәрештә Петерҙән хәбәр алып килгән, тип уйлағандыр.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу