Ҡабил кемгә өйләнгән?
Изге Яҙманан яуап
Ҡабил, ерҙәге беренсе кешеләрҙең өлкән улы, үҙ һеңлеләренең береһенә йә башҡа яҡын туғанына өйләнгән. Изге Яҙмала Ҡабил һәм уның ғаиләһе тураһында әйтелгәндәрҙән шундай һығымта яһап була.
Ҡабил һәм уның ғаиләһе тураһындағы факттар
Бөтә кешеләр ҙә — Әҙәм менән Һауаның балалары. «Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, ул бер кешенән [Әҙәмдән] бөтә халыҡтарҙы бар иткән» (Илселәр 17:26). Әҙәмдең ҡатыны Һауа «бөтә әҙәм балаларының әсәһе» булып киткән (Башланмыш 3:20). Тимәк, Ҡабил Әҙәм менән Һауаның тоҡомо булған бер ҡатын-ҡыҙға өйләнгән.
Ҡабил һәм уның ҡустыһы Һабил Һауаның күп балаларының иң беренселәре булған (Башланмыш 4:1, 2). Ҡабил, үҙ ҡустыһын үлтергәне өсөн ҡыүылғас, былай тип зарланған: «Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк» (Башланмыш 4:14). Ҡабил кемдән ҡурҡҡан? Изге Яҙма буйынса, Әҙәмдең «башҡа улдары һәм ҡыҙҙары» тыуған (Башланмыш 5:4). Күренеүенсә, Әҙәм менән Һауаның башҡа балалары уны үлтерә алған.
Кешелек тарихының башында туғандар менән никахҡа инеү ғәҙәти хәл булған. Алланы тәрән хөрмәт иткән Ибраһим атаһының ҡыҙына өйләнгән (Башланмыш 20:12). Ҡабил йәшәгән ваҡыттан һуң быуаттар үткәс кенә, беренсе тапҡыр Муса ҡанунында яҡын туғандар араһындағы никахтар тыйылған булған (Левиттар 18:9, 12, 13). Күрәһең, бөгөнгө ваҡыттан айырмалы булараҡ, боронғо ваҡытта яҡын туғандар араһындағы никахтан кәмселекле балалар тыумаған.
Изге Яҙмала Әҙәм. Һауа һәм уларҙың балалары ысынлап та йәшәгән кешеләр итеп күрһәтелә. Муса Яратылыш китабында Әҙәмгә алып барыусы ентекле шәжәрәләрҙе яҙған. Уларҙы шулай уҡ тарихсылар Езра һәм Лука ла яҙған (Башланмыш 5:3—5; 1 Йылъяҙма 1:1—4; Лука 3:38). Изге Яҙманың башҡа өлөштәрендә лә Ҡабил ысынбарлыҡта йәшәгән кеше итеп һүрәтләнә (Еврейҙарға 11:4; 1 Яхъя 3:12; Йәһүҙә 11).