Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwyp 80 мәҡәлә
  • Ата-әсәнең ышанысын нисек яуларға?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ата-әсәнең ышанысын нисек яуларға?
  • Йәштәрҙең һорауҙары
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Нимә белергә кәрәк?
  • Нимә эшләп була?
  • 10. Ышаныслы булыу
    Уянығыҙ! 2018
  • Ни өсөн атай-әсәйем миңә бер нәмә лә рөхсәт итмәй?
    Йәштәрҙең һорауҙары
  • Һеҙ ҡәрҙәштәргә ышана алаһығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
Йәштәрҙең һорауҙары
ijwyp 80 мәҡәлә
Бер ҡыҙ ата-әсәһенән дуҫтары менән йөрөп килергә рөхсәт һорай

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Ата-әсәнең ышанысын нисек яуларға?

  • Нимә белергә кәрәк?

  • Нимә эшләп була?

  • Йәштәштәрең нимә әйтә?

Нимә белергә кәрәк?

Үҙеңә ышаныуҙарын теләһәң, ышанысҡа лайыҡ икәнеңде күрһәт. Ата-әсәйеңдең ҡушҡандарын үтәү банкка бурыс ҡайтарыу менән бер. Һин ата-әсәйеңде тыңларға бурыслы. «Бурысыңды» ҡайтарыуҙа ни тиклем ышаныслы булһаң, һиңә шул тиклем күберәк «кредит», йәғни ирек бирелер. Икенсе яҡтан, ышанысҡа лайыҡ булмаһаң, ата-әсәйеңдең «ышаныс кредиты» кәмей барғанына бер ҙә ғәжәпләнмә.

Ышаныс яулар өсөн ваҡыт кәрәк. Ата-әсәйеңдең күберәк ирек биреүен теләһәң, яуаплы кеше булыуыңды күрһәт.

ТОРМОШТАН АЛЫНҒАН МИҪАЛ. «Үҫмер сағымда ата-әсәйемдең минән нимә талап иткәнен яҡшы белә инем, шуға күрә тыңлаусан булып ҡыландым, ләкин йәшерен генә үҙем теләгәнде эшләнем. Ахыр сиктә ата-әсәйем миңә ышанмай башланы. Бер аҙ ваҡыт үткәс, шуны аңланым: күберәк ирек бирелеүен теләһәң, алдашма. Һиңә ышанһындар өсөн, үҙең ышаныслы кеше бул» (Крейг).

Нимә эшләп була?

Ҡыйын булғанда ла, дөрөҫөн һөйлә. Бөтә кеше лә хаталана, ләкин хатаңды йәшерер өсөн ата-әсәйеңде алдау йәки ҡайһы бер факттарҙы әйтмәй ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине. Юҡһа, уларҙың ышанысын бөтөнләй юғалтыуың бар. Һәм киреһенсә, бер нәмәне лә йәшермәй һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйләһәң, ата-әсәйең һинең үҙ ғәйебеңде таный белеүеңде күрер. Ә ундай кешегә ышанып була.

«Һиңә хаталар яһағанға түгел, ә уларҙы йәшергәнгә ышанмай башларҙар» (Анна).

Изге Яҙмала былай тиелә: «Беҙ... һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ» (Еврейҙарға 13:18).

  • Уйлан: ата-әсәйең һинән, ҡайҙа йыйынаһың, тип һорағанда, һин бер нәмә лә йәшермәй дөрөҫөн әйтәһеңме? Йәки улар, ҡайҙа булдың, нимә эшләнең, тип һораһа, бер нәмәне лә әйтмәй ҡалдырмайһыңмы?

Яуаплы бул. Ата-әсәйең урынлаштырған ҡағиҙәләргә буйһон. Өйҙәге вазифаларыңды оҙаҡҡа һуҙмай башҡар. Бер ҡайҙа ла һуңламаҫҡа тырыш. Уҡыуҙа тырыш бул. Өйгә ваҡытында ҡайт.

«Әгәр ҙә ата-әсәйең һине дуҫтарың менән ебәрһә һәм сәғәт туғыҙҙа өйҙә булырға ҡушһа, ә һин ун беренсе яртыла ҡайтһаң, икенсе тапҡыр дуҫтарың менән йөрөп алырға рөхсәт итерҙәр, тип көтмә. Үҙең ғәйепле!» (Райан).

Изге Яҙмала былай тиелә: «Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит» (Галаттарға 6:5).

  • Уйлан: өйгә ваҡытында ҡайтаһыңмы? Өйҙәге вазифаларыңды нисек үтәйһең? Ғаиләләге ҡағиҙәләрҙе, бигерәк тә үҙеңә оҡшамағандарын тотаһыңмы? Һинең репутацияң ниндәй?

Түҙемле бул. Ата-әсәйеңдең ышанысын юғалтһаң, уны кире ҡайтарыр өсөн ваҡыт кәрәк булыр. Көтөргә тура килер.

«Бер аҙ үҫә төшкәс, ата-әсәйем миңә күберәк ирек бирер, тип уйлағайным. Ләкин улай булманы, һәм мин бик күңелһеҙләндем. Хәҙер үҫеп етеү һәм өлгөрөп етеү бер үк нәмә түгел икәнен аңланым. Мин ата-әсәйемдән ышаныс яулар өсөн мөмкинлек биреүҙәрен һораным. Күпмелер көтөргә тура килде, әммә барыһы ла килеп сыҡты! Мин ышаныслы булыу йәшеңә түгел, ә эштәреңә бәйле икәнен аңланым» (Рейчел).

Изге Яҙмала былай тиелә: «Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен» (Яҡуб 3:13).

  • Уйлан: ата-әсәйеңдең ышанысын яулар йәки кире ҡайтарыр өсөн, һин нимә эшләй алаһың?

КӘҢӘШ. Бер ҡайҙа ла һуңламаҫҡа, өйҙәге вазифаларыңды еренә еткереп башҡарырға, ваҡытында ҡайтырға маҡсат ҡуй. Был турала ата-әсәйеңә әйт һәм уларҙан ышаныстарын яулар өсөн үҙеңдә нимәне үҙгәртергә кәрәклеге тураһында һора. Шунан, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тарт» (Ефестарға 4:22). Бер ҙә шикләнмә, ата-әсәйең уңыштарыңды күрмәй ҡалмаҫ!

Йәштәштәрең нимә әйтә?

Фибе

«Ата-әсәйеңдең ышанысын аҡларға тырыш. Тормошоңда нимәләр булғанын уларға белгертеп тор. Кәңәштәренә ҡолаҡ һал. Аҡыллы ҡарарҙар ҡабул иткәнеңде күрһәләр, уларҙың һиңә ышаныстары артыр» (Фибе).

Кайл

«Ышанысты яуларға кәрәк. Ата-әсәйең һиңә ниндәйҙер сиктәр ҡуя икән, тимәк, быға нигеҙле сәбәптәре бар. Ышаналар икән, һин теләгәнгә түгел. Улар һинең аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итереңә бер ҙә шикләнмәй» (Кайл).

Кортлен

«Ата-әсәйеңә һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйлә һәм улар менән күберәк аралаш. Бик әҙ генә һөйләп, уларҙы һорауҙар биреп төпсөнөргә мәжбүр итмә, барыһын да һөйлә. Бер нәмәне лә йәшермәгәнеңде күрһәләр, улар һиңә күберәк ышаныр» (Кортлен).

Рейчел

«Инициатива күрһәт. Өй эштәрен әйткәнде көтмәйенсә эшлә. Көтөлгәндән күберәкте эшләргә тырыш. Өйгә әйткән ваҡыттан иртәрәк ҡайт. Ышаныс яулар өсөн иң яҡшы ысул — ышаныслы кеше булыу» (Рейчел).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу