Изге Яҙмала тәбиғәт афәттәре тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙманан яуап
Алла ерҙәге тәбиғәт афәттәрендә ғәйепле түгел, киреһенсә, ул зыян күргән кешеләрҙе бик ныҡ йәлләй. Киләсәктә Алла Батшалығы бөтә ғазаптарҙың сәбәптәрен, шул иҫәптән тәбиғәт афәттәрен дә бөтөрәсәк. Ә әлегә Алла шундай һәләкәткә дусар булғандарға ярҙам тәҡдим итә һәм йыуаныс бирә (2 Кәринттәргә 1:3).
Тәбиғәт афәттәренең Алла ебәргән яза түгел икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
Тәбиғәт афәттәренең арта барыуы ахырҙың яҡынайыуын күрһәтәме?
Изге Яҙма беҙгә тәбиғәт афәттәренә алдан әҙерләнергә ярҙам итә аламы?
Тәбиғәт афәттәренең Алла ебәргән яза түгел икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
Боронғо заманда Алла, үҙ хөкөмдәрен тормошҡа ашырыр өсөн, тәбиғәт көстәрен ҡулланған, ә бөгөнгө афәттәрҙә иһә Алланың ҡатнашлығы бөтөнләй юҡ.
Тәбиғәт көстәренең емергес тәьҫиренә һәр кем дусар булырға мөмкин. Алла иһә үҙ хөкөмдәрен үтәгәндә, һәр саҡ һайлап эш иткән. Мәҫәлән, боронғо Садум һәм Ғамура ҡалаларын юҡ итерҙән алда, ул Лутты һәм уның ике ҡыҙын унан алып сыҡҡан (Башланмыш 19:29, 30). Алла һәр кемдең йөрәген күргән һәм тик яуыздарҙы ғына юҡ иткән (Башланмыш 18:23—32; 1 Самуил 16:7).
Тәбиғәт афәттәре, ғәҙәттә, көтмәгәндә килә. Алла иһә, яза ебәрергә булһа, һәр саҡ алдан киҫәтеп, кешеләргә ҡотолорға мөмкинлек биргән (Башланмыш 7:1—5; Матфай 24:38, 39).
Емергес һәләкәттәрҙең ҡайһы берҙәре кеше эшмәкәрлеге арҡаһында килеп тыуа. Кешеләр тәбиғәтте һәләк итә. Бынан тыш, ер тетрәү һәм һыу баҫыу ҡурҡынысы булған, шулай уҡ һауа торошо киҫкен булған урындарҙа ҡалалар төҙөй (Асылыш 11:18). Кешеләр ҡабул иткән ҡарарҙар өсөн Алла яуаплы түгел (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:3).
Тәбиғәт афәттәренең арта барыуы ахырҙың яҡынлашыуын күрһәтәме?
Эйе. Изге Яҙмала алдан әйтелгәнсә, ер йөҙөндә бәлә-ҡазаларҙың күбәйеүе «был заман аҙағын», йәғни «ахырызаман» килеүен аңлата. (Матфай 24:3; 2 Тимәтигә 3:1). Ғайса беҙҙең ваҡытты бына нисек һүрәтләгән: «Төрлө урындарҙа аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр» (Матфай 24:7). Тиҙҙән Алла кешеләргә әрнеү һәм ғазап килтергән бар сәбәптәрҙе лә, шул иҫәптән тәбиғәт афәттәрен дә бөтөрәсәк (Асылыш 21:3, 4).
Тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә Алла нисек ярҙам итә?
Алла үҙенең Һүҙе, Изге Яҙма, аша йыуата. Изге Яҙма, Алла беҙҙең хаҡта ҡайғырта һәм бәлә-ҡаза кисергәндә, беҙҙе бөтә йөрәктән йәлләй, тип ышандыра (Ишағыя 63:9; 1 Петер 5:6, 7). Унда шулай уҡ Алланың, тәбиғәт афәттәре бүтән булмаясаҡ ваҡыт етә, тигән вәғәҙәһе яҙылған. («Изге Яҙманың йыуатыу биргән аяттары» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
Алла үҙенең хеҙмәтселәре аша ярҙам итә. Уның хеҙмәтселәре Ғайса Мәсихтең үрнәгенә эйәрергә тырыша. Ғайса хаҡында, ул «йөрәге йәрәхәтлеләрҙе» һәм «хәсрәтлеләрҙе йыуатырға» килгән, тип алдан әйтелгән булған (Ишағыя 61:1, 2). Алла хеҙмәтселәре лә шулай уҡ эш итә (Яхъя 13:15).
Бынан тыш, тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә Алла үҙенең хеҙмәтселәре аша ла ғәмәли ярҙам күрһәтә (Илселәр 11:28—30; Ғалаттарға 6:10).
Йәһүә шаһиттары Пуэрто-Рикола көслө дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам итә
Изге Яҙма беҙгә тәбиғәт афәттәренә алдан әҙерләнергә ярҙам итә аламы?
Эйе. Изге Яҙма, әлбиттә, афәттәр килеүенә әҙерләнер өсөн бирелгән күрһәтмәләр йыйынтығы түгел, әммә унда файҙалы принциптар яҙылған. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
Алдан әҙер булығыҙ. Изге Яҙмала былай тиелә: «Зирәк, хәүефте алдан күрер ҙә, йәшенер» (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3). Ғәҙәттән тыш хәл килеп сыға ҡалһа, нисек эш итергә тип, алдан план ҡороп ҡуйыу аҡыллы булыр. Мәҫәлән, иң кәрәкле әйберҙәрҙе әҙерләп ҡуйырға, шулай уҡ, бәлә-ҡаза була ҡалһа тип, ғаилә менән һөйләшеп, осрашыу урынын билдәләп ҡуйырға мөмкин.
Әйберегеҙҙе түгел, ә ғүмерегеҙҙе ҡотҡарырға тырышығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Беҙ донъяға бер ни ҙә алып килмәнек һәм бынан бер ни ҙә алып китә алмайбыҙ» (1 Тимәтигә 6:7, 8). Бәлә-ҡаза килгәндә, йортто һәм әйберҙәрҙе ҡалдырып китергә әҙер булырға кәрәк. Онотмағыҙ: ғүмер бар нәмәнән дә ҡиммәтерәк (Матфай 6:25).