Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwbq 166 мәҡәлә
  • Ысынлап та аҡса — бөтөн яуызлыҡтың башымы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ысынлап та аҡса — бөтөн яуызлыҡтың башымы?
  • Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан яуап
  • Изге Яҙмала аҡса тураһында нимә әйтелә?
  • Ни өсөн Изге Яҙма аҡса яратыуҙан киҫәтә?
  • Изге Яҙмалағы аҡсаға ҡағылышлы кәңәштәр беҙгә нисек ярҙам итә ала?
  • Аҡсаны нисек тотонорға?
    Ғаилә бәхете нимәнән тора?
  • Изге Яҙмала эш һәм аҡса тураһында нимә әйтелә?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
ijwbq 166 мәҡәлә
Бер кеше күп аҡсаға ҡулын һуҙа.

Ысынлап та аҡса — бөтөн яуызлыҡтың башымы?

Изге Яҙманан яуап

Юҡ. Күп кеше: «Аҡса — бөтөн яуызлыҡтың башы», — тип әйтә. Әммә Изге Яҙмала, аҡса — ул яуызлыҡ һәм бөтә проблемаларҙың сәбәбе, тип әйтелмәй. Шулай ҙа Изге Яҙмала бындай һүҙҙәр яҙылған: «Һәр ҡайһы яуызлыҡтың тамыры — аҡса яратыу» (1 Тимофейға 6:10, ЯДТ).

  • Изге Яҙмала аҡса тураһында нимә әйтелә?

  • Ни өсөн Изге Яҙма аҡса яратыуҙан киҫәтә?

  • Изге Яҙмалағы аҡсаға ҡағылышлы кәңәштәр беҙгә нисек ярҙам итә ала?

  • Изге Яҙмала аҡса тураһында аяттар

Изге Яҙмала аҡса тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала, аҡсаға дөрөҫ ҡараш булһа, ул тормошта ярҙам итә һәм хатта «яҡлау бирә», тип әйтелә (Вәғәзсе 7:12). Унда шулай уҡ йомартлыҡ күрһәткән, шул иҫәптән аҡсаларын башҡалар менән бүлешкән кешеләр маҡтап телгә алына (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25).

Ләкин шул уҡ ваҡытта Изге Яҙма аҡсаның тормошта иң мөһим нәмәгә әйләнеүенән киҫәтә. Унда: «Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ», — тип әйтелә (Еврейҙарға 13:5). Бының асылы шул: аҡсаға дөрөҫ ҡараш булдырыу һәм байлыҡ артынан ҡыумау мөһим. Ысынлап та кәрәк нәмәләр — ризыҡ, кейем һәм торлағыбыҙ булһа, шуның менән риза була белергә кәрәк (1 Тимофейға 6:8).

Ни өсөн Изге Яҙма аҡса яратыуҙан киҫәтә?

Ҡомһоҙ кешеләр мәңге йәшәмәйәсәк (Ефестарға 5:5). Ни өсөн? Сөнки, беренсенән, ҡомһоҙлоҡ — боттарға табыныуҙың бер төрө (Колосстарға 3:5). Икенсенән, ҡомһоҙ кешеләр, үҙ теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә ынтылып, йыш ҡына әхлаҡи принциптарҙы боҙа. Ғибрәтле һүҙҙәр 28:20-лә: «Байығырға ашығыусы ғәйепһеҙ ҡалмаҫ», — тип әйтелә. Ниндәй ғәйеп? Аҡса өсөн ҡомһоҙ кеше шантаж, ҡурҡытып талау, мутлашыу, кеше урлау йә үлтереү кеүек енәйәттәр ҡылырға мөмкин.

Хатта аҡса яратыу кешене ундай эштәргә этәрмәһә лә, ул бүтән насар эҙемтәләргә килтерә ала. Изге Яҙмала, «байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә... мәғәнәһеҙ, зарарлы байтаҡ теләктәрҙең тоҙағына эләгә», тип әйтелә (1 Тимофейға 6:9).

Изге Яҙмалағы аҡсаға ҡағылышлы кәңәштәр беҙгә нисек ярҙам итә ала?

Әгәр беҙ аҡса тип үҙебеҙҙең әхлаҡи принциптарҙы һәм рухи ғәҙәттәребеҙҙе боҙмаһаҡ, үҙ-үҙебеҙҙе хөрмәт итербеҙ һәм Алланың хуплауын, ярҙамын алырбыҙ. Үҙен ҡыуандырып йәшәргә теләгән кешеләргә Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», — тип вәғәҙә итә (Еврейҙарға 13:5, 6). Ул шулай уҡ беҙҙе, «тоғро кеше мул фатихалар урыр», тип ышандыра (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:20).

Изге Яҙмала аҡса тураһында аяттар

Вәғәзсе 7:12: «Аҡса... яҡлау бирә».

Мәғәнәһе. Аҡсаға дөрөҫ ҡараһаҡ, ул ниндәйҙер дәрәжәлә беҙҙең именлеккә булышлыҡ итә.

Лука 12:15: «Кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел».

Мәғәнәһе. Аҡса тормошта иң мөһим нәмә түгел, беҙҙең ҡотолоу аҡсанан тормай.

1 Тимофейға 6:10, ЯДТ: «Һәр ҡайһы яуызлыҡтың тамыры — аҡса яратыу бит. Ҡайһы берәүҙәр, быға бирелеп, имандан ситләшкәндәр һәм үҙҙәрен күп ғазаптар менән яралағандар».

Мәғәнәһе. Аҡсаның бер насарлығы ла юҡ, ләкин аҡса яратыусылар — тормоштарында аҡса иң мөһиме булған кешеләр — үҙҙәренә проблемалар тыуҙыра. Мәҫәлән, уларҙың ғаиләләре тарҡала һәм артыҡ күп эшләүҙән һаулыҡтары ҡаҡшай.

Еврейҙарға 13:5: «Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ».

Мәғәнәһе. Нисек кенә булһа ла байырға тырышҡансы, булғаны менән ҡәнәғәт булыу яҡшыраҡ.

Матфей 19:24: «Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк».

Мәғәнәһе. Был һүҙҙәрҙе Ғайса бер бай егетте үҙе артынан эйәрергә саҡырғас әйткән. Егет баш тартҡан, сөнки үҙ милкен үтә ныҡ яратҡан. Шуға Ғайса үҙен тыңлаусыларҙы киҫәткән: байлыҡ Алланан мөһимерәк булһа, кеше мәңге йәшәү мөмкинлеген юғалта ала.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу