ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА
JW спутник каналы интернет булмаған ерҙәрҙә лә күрһәтә
2021 ЙЫЛДЫҢ 1 АПРЕЛЕ
Беҙ JW Broadcasting программаһын һәм башҡа видеояҙмаларҙы ай һайын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ләкин Африкалағы күп ҡәрҙәштәрҙең был программаларҙы интернеттан ҡарау мөмкинлеге юҡ. Сәбәбе нимәлә һуң?
Африканың күп ерҙәрендә интернетҡа тоташып булмай. Әммә хатта интернет булһа ла, ул йә бик көсһөҙ, йә бик ҡиммәт. Мәҫәлән, бер тапҡыр Мадагаскарҙағы район күҙәтеүсеһе интернет-кафела JW Broadcasting программаһының айлыҡ сығарылышын йөкләгән. Бының өсөн ул 16 долларa түләгән. Был — шул ерҙәге ҡайһы бер кешеләрҙең аҙналыҡ эш хаҡынан күберәк!
Хәҙер, ошо ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Африкалағы миллионлаған кешеләр JW Broadcasting программаһын интернетҡа тоташмайынса ҡарай ала. Был нисек мөмкин һуң?
Сахараның көньяғында урынлашҡан Африка илдәрендә йәшәүселәр 2017 йылдан башлап JW Broadcasting программаһын спутник каналы буйынса ҡарай ала. Был канал түләүһеҙ, ул тәүлегенә 24 сәғәт, аҙнаһына 7 көн һәм 16 телдә күрһәтә.
Мозамбикта ҡәрҙәштәр Батшалыҡ залының алдында спутник тәрилкәһен урынлаштыра (2018 йыл)
Бының өсөн беҙҙең ҡәрҙәштәр бер телевизион компания менән спутник каналын арендаға алыу тураһында килешеү төҙөгән. Был канал Сахаранан көньяҡҡа табан урынлашҡан яҡынса 35 илдә эшләй. Каналды арендалау айына 12 000 долларҙан ашыуыраҡҡа төшә. Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәр, аҡса өҫтәп түләп, конгресс программаһын йә баш идаралыҡ вәкиленең сығышын күрһәтер өсөн, икенсе спутник каналын да арендаға ала.
Малавиҙа төҙөүсе ҡәрҙәштәр JW спутник каналы ярҙамында программа ҡарай (2018 йыл)
Күп кешеләр, шул иҫәптән Йәһүә шаһиты булмағандар ҙа, JW спутник каналын үҙ өйҙәрендә ҡарай ала. Ләкин ҡайһы бер ҡәрҙәштәр махсус яйланма һатып ала алмай. Шуға күрә 3 670 Батшалыҡ залына спутник каналын тотор өсөн кәрәкле ҡорамалдар алырға ҡарар ителде. Хәҙер ҡәрҙәштәр JW телевидениеһы программаларын шунда ҡарай ала. Комплекттың хаҡы алып килеү менән бергә 70 доллар тора. Әгәр ҙә Батшалыҡ залында телевизор йә проектор булмаһа, ҡорамалдарҙың хаҡы 530 доллар тәшкил итә.
Беҙҙең ҡәрҙәштәр ошо каналдың булыуына шатланып туя алмай. Камерундан булған өлкән бына нимә һөйләй: «Минең ғаиләм өсөн был канал сүлдә күктән төшкән манна кеүек!». Ә Одебоде, Нигериянан булған ағай-ҡәрҙәш, былай ти: «Беҙ был каналды бөтә ғаиләбеҙ менән аҙнаһына өс тапҡыр ҡарайбыҙ, балалар уны дүрт күҙ менән көтә. Улар хатта уны йышыраҡ ҡабыҙыуҙы һорай». Роза, Нигериянан апай-ҡәрҙәш: «JW каналы миңә һәр ваҡыт яңылыҡтар ҡарау ғәҙәтенән ҡотолорға ярҙам итте. Элек, мин уларҙы ҡарағанда, ныҡ борсола инем һәм ҡан баҫымым күтәрелә ине. Хәҙер JW Broadcasting программаһын ҡарайым. Ул мине тынысландыра, ыңғай фекер йөрөтөргә ярҙам итә. Был минең яратҡан каналым. Йәһүәгә шундай бүләк өсөн мең-мең рәхмәт!», — тип һөйләй.
Малавиҙа ғаилә JW спутник каналы аша мультфильм ҡарай
Мозамбиктағы район күҙәтеүсеһе хәбәр итеүенсә, уның районындағы Батшалыҡ залдары спутник сигналы ҡабул итеүсе ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Урындағы ҡәрҙәштәр, спутник каналы буйынса JW Broadcasting программаһын ҡарар өсөн, йыйылыш осрашыуына бер сәғәт алдан йә хатта тағы ла иртәрәк килә.
Эфиопияла ҡәрҙәштәр интернетҡа тоташмайынса JW Broadcasting программаларының айлыҡ сығарылышын ҡараған (2018 йыл)
2019 йылда Йоханнесбургта (Көньяҡ Африка) үткән халыҡ-ара конгреста ҡайһы бер телмәрҙәрҙе, шул иҫәптән Етәксе кәңәшмә ағзаһы һөйләгән телмәрҙәрҙе, башҡа туғыҙ урынға тапшырыр өсөн спутник каналы ҡулланылды. Урындағы трансляция бүлегендә хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәш Спумелеле былай ти: «Элек ошондай телмәрҙәрҙе тапшырыр өсөн беҙ интернетты ҡуллана инек. Тик бының өсөн яҡшы интернет бәйләнеш кәрәк һәм күп түләргә кәрәк ине. Ә JW каналы күпкә ышаныслыраҡ һәм арзаныраҡ та».
Һеҙҙең бөтә донъя эшмәкәрлеге өсөн бирелгән йомарт ирекле иғәнәләрегеҙ ярҙамында Африкалағы ҡәрҙәштәребеҙ хәҙер JW Broadcasting программаларын рәхәтләнеп спутник каналы аша ҡарай. Һеҙгә ирекле иғәнәләрегеҙ өсөн, шул иҫәптән donate.jw.org сайты аша килгән иғәнәләр өсөн, ҙур рәхмәт.
a Был мәҡәләлә аҡса АҠШ долларында күрһәтелде.