Төшөрмә
c Малахи 2:13—16: «Һеҙ ҡылған тағы бер эш арҡаһында Йәһүәнең ҡорбан килтереү урыны өҫтөнә илап көрһөнөүселәрҙең күҙ йәштәре аға. Һөҙөмтәлә Ул инде бүләгегеҙгә лә иғтибар итмәй, килтергән бер әйберегеҙҙе лә хуп күрмәй. Һеҙ: „Ни өсөн?“ — тип һорайһығыҙ. Сөнки Йәһүә үҙе һиңә ҡаршы шаһитлыҡ итә, һин бит йәш сағыңда өйләнгән ҡатының менән, ул һинең тормош иптәшең һәм килешеү буйынса ҡатының булһа ла, үҙеңде мәкерле тоттоң. Ләкин ҡайһы берәүҙәр улай эшләмәне, сөнки уларҙа Алла рухы ҡалған ине. Улар нимә эҙләне? Алланан тоҡом. Шуға күрә рухығыҙҙы һаҡлағыҙ һәм йәш сағығыҙҙа өйләнгән ҡатынығыҙ менән үҙегеҙҙе мәкерле тотмағыҙ. Мин бит айырылышыуҙы нәфрәт итәм, — тип әйтә Израиль Аллаһы Йәһүә, — һәм йәбер-золомдо кейем кейгәндәй кейгән кешене күрә алмайым, — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә. — Рухығыҙҙы һаҡлағыҙ, үҙегеҙҙе мәкерле тотмағыҙ».