Төшөрмә
b Ешуа 22:10—12: «Ҡынаан ерендәге Иордан өлкәһенә килеп еткәс, Рәүвән улдары, Ғад улдары һәм Менашше ҡәбиләһенең яртыһы Иордан янында ғәйәт ҙур ҡорбан килтереү урыны ҡорҙо. Һуңыраҡ башҡа израилдәр, был хаҡта ишетеп, былай тине: „Ҡарағыҙ, Рәүвән улдары, Ғад улдары һәм Менашше ҡәбиләһенең яртыһы Ҡынаан еренең сигендә, Иордан өлкәһендә, израилдәрҙең яғында ҡорбан килтереү урыны ҡорған“. Был турала ишеткәс, израилдәрҙең бөтөн йәмғиәте, уларға ҡаршы һуғышҡа барыр өсөн, Шилола йыйылды».