Төшөрмә
e Өлкәндәр күңел асыуҙарға ҡағылышлы ҡағиҙәләр урынлаштырмай. Нимә уҡырға, ҡарарға йә ниндәй уйын уйнарға икәнен хәл иткәндә, һәр мәсихсе Изге Яҙма буйынса тәрбиәләнгән выжданы ҡушҡанса эш итергә тейеш. Аҡыллы ғаилә башлыҡтары яҡындарына Изге Яҙмалағы принциптарға ҡаршы килмәгән күңел асыуҙар һайларға ярҙам итә. (Башҡорт телендәге jw.org® сайтында БЕҘҘЕҢ ТУРАЛА > ЙЫШ БИРЕЛГӘН ҺОРАУҘАР тигән һылтанма буйынса «Йәһүә шаһиттары ниндәйҙер фильм ҡарауҙан, китап уҡыуҙан йә йыр тыңлауҙан тыямы?» тигән мәҡәләне табып була.)