Төшөрмә
c 1 Батшалар 19:1—4: «Унан һуң Ахаб Иезавелгә Ильястың ҡылған эштәрен һәм уның бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылыстан үткәргәнен һөйләп бирҙе. Шунда Иезавель Ильясҡа бер хәбәрсе аша былай тине: „Һин бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәй, мин дә иртәгә ошо ваҡытта һинең йәнеңде алмаһам, өҫтөмә илаһтар ҡарғышы төшһөн!“ Шул саҡ Ильяс, ҡурҡыуға төшөп, йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн, ҡасып китте. Ул Йәһүҙә ерендәге Бәғәр-Шәвәгә килде һәм шунда үҙенең хеҙмәтсеһен ҡалдырҙы. Үҙе иһә сүлгә китте һәм, бер көнлөк юл үтеп, бер ҡыуаҡлы ағас аҫтына барып ултырҙы. Шунда ул үҙенә үлем һорай башланы. Ул: „Булды, туйҙым! Эй Йәһүә, йәнемде алсы, мин ата-бабаларымдан ҡайһы ерем менән яҡшыраҡ?“ — тине».