Төшөрмә
c Данил 2:43—45: «Тимер йомшаҡ балсыҡ менән аралаш булған кеүек, былар халыҡ менән аралаш буласаҡ, һәм, тимер балсыҡ менән ҡушылмаған кеүек, улар ҙа бер-береһе менән ҡушылмаясаҡ. Шул батшалар көндәрендә күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ. Был батшалыҡ башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк. Ул, барлыҡ ошо батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ, ә үҙе мәңге торасаҡ. Сөнки, үҙең күргәнсә, тауҙан кеше ҡулы теймәйенсә бер таш кителеп, тимер, баҡыр, балсыҡ, көмөш һәм алтынды селпәрәмә килтерҙе. Бөйөк Алла батшаға киләсәктә нимә буласағын асты. Был төш дөрөҫ һәм мәғәнәһе ышанырлыҡ».