Төшөрмә
a Камил булмағанға, беҙ ҡайһы ваҡыт эштәребеҙ йә һүҙҙәребеҙ менән ҡәрҙәштәрҙе рәнйетәбеҙ. Шундай саҡтарҙа беҙ үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ? Ҡәрҙәшебеҙ менән татыулашырға тырышабыҙмы? Беренсе булып ғәфү үтенәбеҙме? Йәки кеше үпкәләгән икән, был уның проблемаһы, тип уйлайбыҙмы? Ә, бәлки, киреһенсә, беҙ үҙебеҙ башҡаларҙың тәртибе арҡаһында йыш үпкәләйбеҙҙер? Улай булһа, нимә эшләйһең инде, мин шундай кеше, тип үҙебеҙҙе аҡларға тырышабыҙмы? Йәиһә үпкәләү — ул етешһеҙлек һәм уның менән көрәшергә кәрәк икәнен аңлайбыҙмы?