Төшөрмә
c РӘСЕМДӘРҘӘ: Изге Яҙма өйрәнеүе ярҙамында ир кешенең тормошо тулыһынса үҙгәрә. Тәүҙә, Йәһүәне белмәгәндә, ул тормошоноң мәғәнәһен күрмәгән. Шунан Йәһүә шаһиттары уға өйрәнеү тәҡдим иткән, һәм ул ризалашҡан. Алған белемдәре уны Йәһүәгә тормошон бағышларға һәм һыуға сумдырылырға дәртләндергән. Ваҡыт үтеү менән ул да башҡа кеше менән өйрәнеү үткәрә башлаған. Һөҙөмтәлә улар барыһы ла ожмахтағы тормошҡа кинәнә.