Римдарға
9 Мәсихтең шәкерте булараҡ, дөрөҫөн һөйләйем, алдамайым. Изге рух етәкләгән выжданым шаһитлыҡ бирә: 2 хәсрәтем ҙур, күңелем бер туҡтауһыҙ әрней. 3 Мин ҡәрҙәштәрем, йәғни милләттәштәрем урынына ҡәһәрләнгән һәм Мәсихтән айырылған булырға теләр инем. 4 Алла уларҙы, исраилдарҙы, уллыҡҡа алып, юғары күтәргән* һәм улар менән килешеүҙәр төҙөгән. Уларға Ҡанун һәм вәғәҙәләр биргән, үҙенә хеҙмәт итеү хөрмәтенә лайыҡ иткән. 5 Улар — ата-бабаларыбыҙҙың тоҡомдары, Мәсих тә сығышы менән улар араһынан. Бөтә нәмәнән өҫтөн торған Алла мәңге данланһын! Амин.
6 Шулай ҙа Алла һүҙе үтәлмәне тип әйтеп булмай. Сөнки Исраил нәҫеленән сыҡҡандарҙың барыһы ла ысын Исраил кешеһе түгел әле. 7 Ибраһим тоҡомо булыуҙары ла уларҙың бөтәһенең дә уның балалары икәнен аңлатмай әле. Алла Ибраһимға: «Һиңә вәғәҙә ителгән тоҡом Исхаҡтан сығыр», — тигән бит. 8 Башҡаса әйткәндә, Ибраһимдың бөтә балалары ла ысынында Алла балалары түгел әле. Ибраһимдың ысын тоҡомо тип Алла вәғәҙәһе буйынса тыуған балалар һанала. 9 Ә вәғәҙә бындай булған: «Киләһе йылда ошо уҡ ваҡытта килермен, һәм Сараның улы булыр». 10 Әммә вәғәҙә ул саҡта ғына түгел, ә Рабиға бабабыҙ Исхаҡтан игеҙәк ир балаларға ауырға ҡалғанда ла бирелгән. 11 Улар әле тыумаҫ һәм яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡылмаҫ борон, Алла уларҙың ҡайһыһын һайлағанын күрһәткән, сөнки ул кемде теләй, шуны һайлай һәм был кешенең эштәренә бәйле түгел. 12 Шуға күрә Рабиғаға: «Олоһо кесеһенә ҡол булыр», — тип әйтелгән булған. 13 Яҙмаларҙа: «Мин Яҡупты яраттым, ә Ғаязды кире ҡаҡтым*», — тип әйтелгән дә.
14 Улайһа, ни тиербеҙ һуң? Әллә Алла ғәҙелһеҙме? Һис тә юҡ! 15 Сөнки ул Мусаға: «Кемгә мәрхәмәтле булырға теләһәм, шуға мәрхәмәтле булырмын, кемгә шәфҡәтле булырға теләһәм, шуға шәфҡәтле булырмын», — тигән. 16 Тимәк, Алланың һайлауы кешенең теләгенән йә тырышлығынан түгел*, ә Алланың мәрхәмәтенән тора. 17 Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Алла фирғәүенгә былай тигән: «Һинең аша ҡөҙрәтемде күрһәтер өсөн һәм исемем бөтә ер йөҙө буйлап иғлан ителһен өсөн, мин һине иҫән ҡалдырҙым». 18 Шулай итеп, ул кемгә теләй, шуға мәрхәмәт күрһәтә һәм кемгә теләй, шуға тиҫкәре булып китергә юл ҡуя.
19 Һин минән: «Әгәр бер кем дә уның ихтыярына ҡаршы килә алмай икән, ни өсөн һуң, улайһа, ул беҙҙе ғәйепләй?» — тип һорарһың. 20 Эй әҙәм, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк көршәксегә: «Нишләп һин мине шундай итеп яһаның?» — тип әйтерме? 21 Әллә көршәксенең бер үк балсыҡ киҫәгенән бер һауытты — ҡәҙерләп тотоноу өсөн, ә икенсеһен әрһеҙгә тотоноу өсөн яһарға хаҡы юҡмы? 22 Шуның шикелле, Алла ла, асыуын һәм көсөн күрһәтергә теләһә лә, үҙен асыуландырғандарҙы* һәм юҡ ителергә лайыҡ булғандарҙы бик оҙаҡ түҙгән. 23 Ул быны үҙе мәрхәмәт күрһәткәндәргә* һәм үҙе вәғәҙә иткән бүләкте алырға тейеш булғандарға, 24 йәғни беҙгә — еврейҙар араһынан ғына түгел, башҡа халыҡтар араһынан да үҙе һайлап алғандарға — үҙенең бөйөк данын күрһәтер өсөн эшләгән. 25 Һошия китабында ла ул былай ти: «Халҡым булмағанды — „халҡым“ тип, һөйөклөм булмағанды „һөйөклөм“ тип атармын. 26 „Һеҙ минең халҡым түгел“, — тип әйтелгән урында улар тере Алланың улдары тип аталыр».
27 Ә Ишағыя Исраил тураһында былай ти: «Исраилдарҙың һаны хатта диңгеҙ ҡомо кеүек күп булһа ла, уларҙың әҙҙәре генә* ҡотолор. 28 Сөнки Йәһүә ерҙә йәшәүселәрҙе яуапҡа тартыр һәм быны кисектермәйенсә эшләр». 29 Ишағыя шулай уҡ былай тип пәйғәмбәрлек иткән: «Әгәр Йәһүә, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, тоҡомобоҙҙо иҫән ҡалдырмаһа, беҙ Садум кеүек булыр инек һәм Ғамураға оҡшап ҡалыр инек».
30 Инде ни тиербеҙ? Башҡа халыҡ кешеләре, тәҡүәлеккә ынтылмаһалар ҙа, имандары ярҙамында уға эйә булдылар. 31 Ә исраилдар, ҡанунды үтәргә тырышып, тәҡүәлеккә ынтылһалар ҙа, ҡанунды үтәй алманылар. 32 Ни өсөн? Сөнки улар иман ярҙамында түгел, ә эштәр ярҙамында тәҡүәлеккә эйә булырға тырышты. Улар «ташҡа» абындылар, 33 был турала шулай тип яҙылған да: «Мин Сионда уларҙы абындырыр таш һалам һәм юлдарында кәртә булып торор ҡая ҡуям, әммә уға ышанған кешенең күңеле һүрелмәҫ».