Римдарға
10 Ҡәрҙәштәр, мин бөтә йөрәктән исраилдарҙың ҡотолоуын теләйем һәм ошо турала Аллаға ялбарам. 2 Мин уларҙың Аллаға ашҡынып хеҙмәт иткәнен, ләкин уның ихтыяры нимәлә икәнен тулыһынса аңламағанын* раҫлай алам. 3 Алла күҙендә нимәнең тәҡүә икәнен белмәйенсә һәм тәҡүәлеккә үҙҙәренсә өлгәшергә тырышып, улар Алла тәҡүәлегенә буйһонманылар. 4 Мәсих бит — Ҡанундың ахыры, шуға күрә уға ышанғандарҙың барыһы ла тәҡүә тип иғлан ителә.
5 Муса Ҡанунды үтәү аша килгән тәҡүәлек тураһында: «Ҡанунды үтәгән кеше уның арҡаһында йәшәр», — тип яҙған. 6 Ә иман аша килгән тәҡүәлек тураһында Яҙмаларҙа былай тиелгән: «Күңелеңдән: „Күккә кем күтәрелер?“ (унан Мәсихте килтерер өсөн) — тип 7 йә: „Упҡынға кем төшөр?“ (Мәсихте үлеләр араһынан терелтер өсөн) — тип әйтмә». 8 Шулай итеп, Яҙмаларҙа нимә әйтелә? «Был һүҙ һеҙгә яҡын, ул ауыҙҙарығыҙҙа һәм йөрәктәрегеҙҙә». Был һүҙ — беҙ вәғәзләгән иман һүҙе ул. 9 Әгәр һин Ғайсаның Хужабыҙ икәнен башҡаларға һөйләйһең һәм күңелеңдә Алланың уны терелткәненә ышанаһың икән, ҡотоласаҡһың. 10 Сөнки әгәр кеше күңелендә ышана икән, ул тәҡүәлеккә өлгәшер һәм башҡаларға иманы хаҡында һөйләй икән, ҡотолор.
11 Яҙмаларҙа: «Уға ышанған кешенең күңеле һүрелмәҫ», — тип әйтелә. 12 Еврей менән грек араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ. Бөтәһенең дә бер Хужа, ул үҙен саҡырғандарҙың барыһына ла йомарт. 13 Сөнки «Йәһүәне исемен әйтеп саҡырған һәр кем ҡотолор». 14 Әммә уға ышанмаһалар, уны нисек саҡырырҙар? Уның тураһында ишетмәһәләр, уға нисек ышанырҙар? Бер кем дә вәғәзләмәһә, нисек ишетерҙәр? 15 Ә ебәрелмәгән булһалар, нисек вәғәзләрҙәр? «Яҡшы нәмәләр тураһында һөйөнөслө хәбәр вәғәзләгәндәрҙең аяҡтары ниндәй күркәм!» — тип яҙылған бит.
16 Ләкин күптәр һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итмәне. Ишағыя: «Йәһүә, беҙҙән ишеткәнгә кем ышанды?» — тип әйтә. 17 Тимәк, ышаныр өсөн, тәүҙә ишетергә кәрәк. Ә ишетер өсөн, берәйһе Мәсих тураһында вәғәзләргә тейеш. 18 Әммә мин, улар ишетмәнеме ни, тип һорайым. Яҙмаларҙа: «Уларҙың тауышы бөтә ер йөҙө буйлап яңғырай, уларҙың хәбәре ер сиктәренә тиклем барып етә», — тип яҙылған бит. 19 Тағы ла, әллә исраилдар белмәнеме, тип һорайым. Муса әйтә: «Исраил халҡынан булмағандар аша һеҙҙә көнсөллөк уятырмын, аҡылһыҙ халыҡ аша һеҙҙә асыу ҡуҙғатырмын». 20 Ә Ишағыя ҡыйыулыҡ менән: «Мине эҙләмәгәндәр мине тапты, минең турала һорамағандар мине белде», — ти. 21 Әммә Исраил хаҡында ул: «Көнө буйы мин тыңлауһыҙ һәм үҙ һүҙле халыҡҡа ҡулдарымды һуҙҙым», — тип әйтә.