Беренсе Кәринттәргә
5 Миңә арағыҙҙа булған аҙғынлыҡ* тураһында хәбәр килеп етте, ундай аҙғынлыҡ хатта башҡа халыҡ кешеләре араһында ла осрамай. Берегеҙ үҙ атаһының ҡатыны менән йәшәп ята икән. 2 Һәм һеҙ ҡайғырып, шул кешене үҙегеҙҙән ситләштерер урынға, бының менән ғорурланаһығыҙмы? 3 Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, рухым һеҙҙең менән, һәм мин, арағыҙҙа булғандай, ундай эш ҡылыусыны инде хөкөм иттем. 4 Хужабыҙ Ғайсаның исеме хаҡына бергә йыйылғас, Хужабыҙ Ғайсаның ҡөҙрәте менән бергә минең рухым да янығыҙҙа булғанын белеп, 5 гонаһлы тәьҫирҙе* юҡ итер өсөн һәм Хужабыҙ көнөндә йыйылыштың рухы һаҡланып ҡалһын* өсөн, ул кешене Шайтанға тапшырығыҙ.
6 Маҡтаныуығыҙ яҡшы түгел. Әҙ генә әсеткенең бөтә ҡамырҙы әсеткәнен белмәйһегеҙме әллә? 7 Яңы ҡамыр булыр өсөн, иҫке әсеткенән арынығыҙ, һеҙҙә әсетке булырға тейеш түгел бит. Сөнки Мәсих, Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсебеҙ, ҡорбан итеп килтерелде. 8 Шуға күрә иҫке әсетке — яуызлыҡ һәм боҙоҡлоҡ әсеткеһе менән түгел, ә сөсө икмәк — эскерһеҙлек һәм хәҡиҡәт икмәге менән байрам итәйек.
9 Үҙемдең хатымда мин һеҙгә аҙғын кешеләр* менән аралашмаҫҡа ҡушҡайным, 10 ләкин был донъялағы аҙғын кешеләр*, ҡомһоҙҙар, талаусылар йә боттарға табыныусылар менән бөтөнләй аралашмауҙы күҙ уңында тотмағайным. Юғиһә, һеҙгә донъянан бөтөнләй китергә тура килер ине. 11 Ләкин хәҙер мин һеҙгә, ҡәрҙәш тип һаналып та, аҙғын*, ҡомһоҙ, боттарға табыныусы, башҡаларҙы яманлаусы, эскесе йә талаусы булып ҡалған кеше менән бүтән аралашмағыҙ, тип яҙам. Ундай кеше менән хатта ашамағыҙ ҙа. 12 Йыйылыштан булмағандарҙы хөкөм итеү минең эшемме ни? Һеҙ бит йыйылыштағыларҙы хөкөм итергә тейеш, 13 ә йыйылыштан булмағандарҙы Алла хөкөм итә. «Яуызлыҡ ҡылыусыны үҙегеҙҙән ситләштерегеҙ».