Беренсе Кәринттәргә
14 Бер-берегеҙҙе яратыуҙан туҡтамағыҙ, шулай уҡ рухи бүләктәр, бигерәк тә пәйғәмбәрлек итеү бүләген алырға ынтылығыҙ. 2 Башҡа телдә һөйләшеүсе кеше кешеләр менән түгел, ә Алла менән һөйләшә, сөнки ул рух ярҙамында изге серҙәр һөйләһә лә, уны бер кем дә аңламай. 3 Ә пәйғәмбәрлек итеүсе үҙенең һүҙҙәре менән кешеләрҙе нығыта, рухландыра һәм йыуата. 4 Башҡа телдә һөйләшеүсе үҙен нығыта, ә пәйғәмбәрлек итеүсе йыйылышты нығыта. 5 Мин һеҙҙең бөтәгеҙҙең дә төрлө телдәрҙә һөйләшеүегеҙҙе теләр инем, ләкин пәйғәмбәрлек итһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр ине. Әгәр төрлө телдәрҙә һөйләшеүсе кеше йыйылыш нығынһын өсөн тәржемә итмәй икән, ул саҡта пәйғәмбәрлек итеү яҡшыраҡ. 6 Ҡәрҙәштәр, әгәр мин һеҙгә килеп, һеҙҙең менән башҡа телдәрҙә һөйләшһәм, һеҙгә ниндәй файҙа килтерермен? Һеҙгә ярҙам итер өсөн, миңә йә асылыш, йә белем, йә пәйғәмбәрлек, йә өйрәтеү бүләге кәрәк.
7 Мәҫәлән, тауыш сығарған йәнһеҙ нәмәләрҙе, әйтәйек, флейтаны йә арфаны алайыҡ. Улар төрлө тонлы тауыштар сығармаһа, ниндәй көй уйнағандарын нисек аңларға? 8 Әгәр борғо асыҡ тауыш сығармаһа, кем һуғышҡа әҙерләнер? 9 Шуның кеүек үк, һеҙ аңлауы ауыр булған һүҙҙәр әйтһәгеҙ, нимә тураһында һүҙ барғанын нисек аңларҙар? Һеҙ бушҡа ғына* һөйләрһегеҙ. 10 Донъяла күп төрлө телдәр бар, әммә уларҙың береһе лә мәғәнәһеҙ түгел. 11 Әгәр мин әйтелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламайым икән, мин һөйләүсе өсөн сит ил кешеһемен, ә ул минең өсөн сит ил кешеһе. 12 Һеҙ ҙә шулай: рух бүләктәренә эйә булырға теләгәнгә, йыйылышты нығытырлыҡ бүләктәрҙе күберәк алырға ынтылығыҙ.
13 Шуның өсөн башҡа телдә һөйләүсе үҙ һүҙҙәрен тәржемә итә алыр өсөн доға ҡылһын. 14 Сөнки мин башҡа телдә доға ҡылғанда, мин түгел, ә рухи бүләгем доға ҡыла, әммә аҡылым ҡатнашмай ҡала. 15 Нишләргә һуң? Доға ҡылғанда, рухи бүләгемде ҡулланырмын, ләкин аҡылым менән аңлап та доға ҡылырмын. Алланы данлап йырлағанда, рухи бүләгемде ҡулланырмын, ләкин уны аҡылым менән аңлап та данлап йырлармын. 16 Юғиһә, һин Алланы рухи бүләгеңде ҡулланып данлаһаң, нисек ябай кеше һинең рәхмәт доғаңа «амин» тип әйтә алһын? Ул бит нимә тураһында һөйләгәнеңде белмәй. 17 Эйе, һин яҡшы итеп доға ҡылаһың, ләкин башҡаны был нығытмай. 18 Аллаға шөкөр, мин һеҙҙең барығыҙға ҡарағанда ла күберәк телдәрҙә һөйләй алам. 19 Шулай ҙа йыйылышта, бүтән телдә ун мең һүҙ әйткәнсе, башҡаларға нәсихәт бирер өсөн биш аңлайышлы һүҙ* әйтеүҙе яҡшыраҡ тип һанайым.
20 Ҡәрҙәштәр, аҡылығыҙ менән балалар кеүек булмағыҙ. Яуызлыҡҡа сабыйҙар булығыҙ, ә фекер йөрөтөүегеҙ ололарҙыҡы кеүек булһын. 21 Ҡанунда былай тиелгән: «„Был халыҡ менән сит ил кешеләренең телендә һәм таныш булмаған кешеләрҙең һүҙҙәре менән һөйләшермен, ләкин шунда ла улар мине тыңларға теләмәҫ“, — тип әйтә Йәһүә». 22 Шуға күрә телдәр — иманлылар өсөн түгел, ә иманһыҙҙар өсөн билдә, әммә пәйғәмбәрлек — иманһыҙҙар өсөн түгел, ә иманлылар өсөн. 23 Шулай итеп, әгәр йыйылышта бөтәһе лә башҡа телдәрҙә һөйләшә башлаһа һәм һеҙгә ябай кешеләр йә иманһыҙҙар килеп инһә, улар һеҙҙе аҡылдан яҙғандар тип әйтмәҫме? 24 Ләкин әгәр һеҙ бөтәгеҙ ҙә пәйғәмбәрлек итһәгеҙ һәм ябай йә иманһыҙ кеше инһә, һеҙҙең һүҙҙәрегеҙ уны фаш итер һәм үҙен тикшерергә дәртләндерер. 25 Шул саҡта уның күңел серҙәре асылыр һәм ул йөҙ түбән ҡапланып, Аллаға табыныр ҙа: «Алла ысынлап та һеҙҙең арағыҙҙа!» — тип әйтер.
26 Ни әйтәйек һуң, ҡәрҙәштәр? Һеҙ бергә йыйылғанда, берегеҙҙең — мәҙхиә, икенсегеҙҙең — өйрәтеү бүләге, кемдеңдер — асылыш, кемдеңдер — башҡа телдә һөйләшеү һәләте, ә кемдеңдер тәржемә итеү һәләте бар. Барыһы ла йыйылышты нығытыу өсөн булһын. 27 Әгәр төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәр бар икән, икәүһе йә иң күбе өсәүһе генә һөйләһен, әммә сиратлашып һөйләһендәр, ә берәйһе тәржемә итһен. 28 Тәржемә итеүсе булмаһа, улар йыйылышта өндәшмәй ултырһындар, үҙҙәренә һәм Аллаға һөйләһендәр. 29 Пәйғәмбәрҙәр булһа, икәүһе йә өсәүһе һөйләһен, ә башҡалар улар әйткәндең мәғәнәһенә төшөнһөн. 30 Әммә йыйылышта ултырғандарҙың башҡа берәйһенә асылыш бирелһә, беренсе булып һөйләгән кеше шымһын. 31 Сиратлашып пәйғәмбәрлек итегеҙ, шул саҡта бөтәһе лә өйрәнер һәм рухланыр. 32 Пәйғәмбәрҙәр үҙҙәренең рухи бүләген ҡулланған саҡта быны нисек эшләгәндәрен күҙәтһендәр. 33 Алла бит — тәртипһеҙлек Аллаһы түгел, ә тыныслыҡ Аллаһы.
Изгеләрҙең бөтә йыйылыштарында ҡабул ителгәнсә, 34 ҡатындар йыйылышта шым ултырһындар, сөнки уларға һөйләргә рөхсәт ителмәй. Ҡанунда әйтелгәнсә, улар ирҙәргә буйһонһон. 35 Ә әгәр нимәнелер аңламаһалар, өйҙә ирҙәренән һораһындар, сөнки ҡатын өсөн йыйылышта һөйләү әҙәпһеҙлек ул.
36 Әллә Алла һүҙе һеҙҙән килдеме йә ул һеҙгә генә бирелдеме?
37 Үҙен пәйғәмбәр тип һанаған йә рух бүләге алдым тип уйлаған кеше минең һеҙгә яҙғандарым Хужабыҙҙың* әмере икәнен танырға тейеш. 38 Әммә быны кире ҡаҡҡан кеше үҙе лә кире ҡағылыр*. 39 Шулай итеп, ҡәрҙәштәр, пәйғәмбәрлек итергә ынтылығыҙ, әммә төрлө телдәрҙә һөйләүҙе лә тыймағыҙ. 40 Тик бөтә нәмә лә килешле һәм тәртипле үтһен.